Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

European Article Number

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

European Article Number,EAN (тауарҙың Европа номеры) —  стандартштрих-кодтың Европа стандарты, тауар һәм етештереүсе идентификаторын кодлау өсөн тәғәйенләнә. Американың UPC стандартының өҫкүмәклеге булып тора. 

Стандартлаштырыу

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

EAN  кодтарын стандартлаштырыу һәм теркәү менән Европаның EAN  ассоциацияһы шөғөлләнә, улАҠШ-тың  UCC (Uniform Code Council, Inc.)  һәмКанаданың ЕССС  (Electronic Commerce Council of Canada) ойошмалары эшләгән стандарттарҙы дауам итеп үҫтерә.2005 йылда был ойошмалар берләшә һәм стандартлаштырыу буйынса глобаль «GS1» ойошмаһын хасил итә. «Рәсәйҙәге GS1 милли ойошмаһы» был ойошманыңРәсәй Федерацияһындағы вәкиле булып тора. 

Был стандарт бөтә илдәр өсөн универсаль һанала, ә Америка һәм Канада милли ойошмалары үҙ илдәрендәге бөтә сауҙа компанияларына иҫкергән UPC ҡоролмаларын һәм программаларын яңыға алмаштырырға тәҡдим итә. 

Кодтың төрҙәре:

  • EAN-8 (ҡыҫҡартылған) — 8 һан кодлана.
  • EAN-13 (тулы) — 13 һан кодлана.
  • EAN-128 — регламентланған төркөмдәргә берләшкән теләһә күпме хәреф һәм һан кодлана. 

EAN-8 һәм EAN-13 кодтары тик һандарҙан тора. Мәҫәлән: 2400000032632. EAN-128 коды менән Code-128 алфавиты буйынса теләһә ниндәй һандағы хәрефтәр һәм һандар кодлана. Мәҫәлән: (00)353912345678(01)053987(15)051230, бында (15) төркөмө  2005 йылдың 30 декабре тигән яраҡлылыҡ мөҙҙәтен белдерә.

Эшләү тарихы һәм UPC-тан айырмаһы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүҙә штрих менән кодлауҙың  Universal Product Code (UPC) тигән  Америка  системаһы эшләнә.  

Ул супермаркеттарҙа киң таралыу таба, шунлыҡтан европалылар ҙа уны индереү тураһында уйлаша башлай. Ике мәсьәләне хәл итергә кәрәк була: етештереүселәр үҙҙәренең тауарына код ҡуйһын өсөн уларҙы американ кодтарынан айырылып торған кодтар менән тәьмин итергә һәм магазиндарға Америка кодтарын да, Европа кодтарын да уҡыу мөмкинлеген бирергә, өҫтәүенә, тауар ҡабында ике  түгел, ә бер дөйөм код тороуы мөһим. Американың 12 урынлы кодына бер һан өҫтәп, 13 урынлы код ҡулланырға хәл ителә.

Американдарға һәм канадалыларға 0 һаны тәҡдим ителә.  


EAN-13 кодының эске төҙөлөшө

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Был кодтарҙың эске айырмаһы  ун өсөнсө һанды хисаплап сығарыу  механизмына бәйле. 

13-сө һан

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
EAN-13 кодлауы
L-һан кодлауы
G-һан кодлауы
R-һан кодлауы
EAN-13 кодының төҙөлөшө
Беренсе һан6 һанлы беренсе (һул)

төркөм 

6 һанлы икенсе (уң)

төркөм

0LLLLLLRRRRRR
1LLGLGGRRRRRR
2LLGGLGRRRRRR
3LLGGGLRRRRRR
4LGLLGGRRRRRR
5LGGLLGRRRRRR
6LGGGLLRRRRRR
7LGLGLGRRRRRR
8LGLGGLRRRRRR
9LGGLGLRRRRRR
EAN-8 кодының төҙөлөшө
4 һанлы беренсе

(һул) төркөм

4 һанлы икенсе

 (уң) төркөм

LLLLRRRR

Беренсе һан (иллюстрацияла — 5 һаны) өҫтәмә штрихтар менән түгел, ә штрих-кодтың һул яртыһын кодлау ысулы менән кодлаштырыла (10 төрлө була ала). Таблицанан күренеүенсә, беренсе һанды кодлау өсөн штрихтарҙың башҡасараҡ һыҙылышы файҙаланыла, ул  L хәрефтәре һәм  G хәрефтәре менән билдәләнгән. Был кодтарҙың сиратлашыу үҙенсәлеге сканерға логика кимәлендә  13 һанды табырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, «1» һаны өсөн  G-код — өсөнсө, бишенсе һәм алтынсы һандарҙа, йәғни һул өлөштөң G-коды ошо тәртиптә урынлашҡан булһа, сканер компьютерға беренсе һан тип «1» һанын тапшыра. «2» һаны өсөн G-код — өсөнсө, дүртенсе һәм алтынсы һандарҙа, шуға ярашлы, сканер компьютерға «2» һанын сығара. Башҡа һандарға ҡарата был  логика таблицала күрһәтелгән.

Һандарҙы кодлау
һанL-кодR-кодG-код
0000110111100100100111
1001100111001100110011
2001001111011000011011
3011110110000100100001
4010001110111000011101
5011000110011100111001
6010111110100000000101
7011101110001000010001
8011011110010000001001
9000101111101000010111

L-кодтың, R-кодтың һәм G-кодтың график айырмалары түбәндәгенән ғибәрәт. Һәр һан өсөн был — аҡ-ҡара штрихтарҙың бер үк комбинацияһы, L-код R-кодтан тик фото негативындағы кеүек башҡарылыш менән генә айырыла,  ә G-код  R-кодтан реверслы (көҙгөләге сағылыш кеүек) башҡарылышы менән айырыла.

0 һаны өсөн кодта һул өлөштәге алты һандың береһенең дә көҙгө-негатив әүерелеше юҡ, йәғни бөтә штрихтар ҙа UPC-тағы кеүек L-код менән кодлана. EAN-сканер, G-кодлы штрихтары булмаған кодты осратһа, компьютерға беренсе итеп 0 һанын сығара. Ошо уҡ кодты хәҙер һирәк ҡулланыла торған UPC штрих-код сканеры уҡыһа, ул уны UPC өсөн үҙ коды тип күрәсәк. Ә UPC сканеры G-кодлы штрихлауға тап булһа, ул уны уҡый алмаясаҡ һәм йә хата тип баһалаясаҡ, йә бөтөнләй күрмәйенсә компьютерға бер ниндәй код та сығармаясаҡ.  «Аҫтан-өҫкә» тулы ярашлылыҡ ошоноң менән тәьмин ителә лә инде.

Шулай итеп, «Америка» кодтарының «Европа» сканерҙарында уҡылыу мөмкинлеге тулыһынса тәьмин ителә, ә киреһе — юҡ.  EAN-13 коды менән уның 13-сө һаны кодтың һул өлөшөндәге штрихтар сиратлашыуының негативлы-көҙгөлө  «уйыны» аша формалаша, ошо арҡала «Американың»  UPC сканеры Европа кодын уҡый алмай, ләкин кодтарҙың бер-береһенә максималь оҡшашлығы тәьмин ителә. Ваҡыт үтеү менән АҠШ-та һәм Канадала сканерҙарҙың ул тибы магазиндарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм  EAN-13 кодировкаһын уҡый торғандары ҡуйыла. Шулай итеп, башҡа илдәрҙең тауарҙарын һатыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. 

Штрих-кодты визуаль сисеү

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡара һәм аҡ штрихтарҙың киңлеген күҙ менән айырырға (ҡара һыҙыҡтарҙың киңлеге 1, 2, 3, 4 шартлы берәмек һәм һыҙыҡтар араһындағы бушлыҡтар 1, 2, 3, 4 шартлы берәмек тәшкил итә) түбәндәге таблица ярҙам итер:

Һандарҙы кодлау
ШтрихтарҺан
1-1-1-46
1-1-2-30*
1-1-3-24
1-1-4-13*
1-2-1-38
1-2-2-21*
1-2-3-15
1-3-1-27
1-3-2-15*
1-4-1-13
2-1-1-39*
2-1-2-22
2-1-3-17*
2-2-1-22*
2-2-2-11
2-3-1-14*
3-1-1-29
3-1-2-18*
3-2-1-10
4-1-1-16*

Штрихтар киңлеге арта барыу тәртибендә теҙелгән. Йондоҙло һандар кодлаштырыуҙың  L-G схемаһына ишаралай, йәғни йондоҙҙар иң беренсе (13-сө) һанды асыҡлау өсөн кәрәк. Геометрик йәһәттән ҡара һыҙыҡтың киңлеге (буш араның киңлеге менән сағыштырғанда) бер берәмеккә киңерәк булырға мөмкин, был  штрих-кодтың ҡайһы берҙә ағымлы принтерҙа баҫылыуы һәм буяуҙың ҡағыҙға һеңеүе йә таралыуы менән бәйле.

EAN-8

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

EAN-13 штрих-кодтарын ҡулланыу уңайлы, ләкин мөмкинлеге сикле. Әгәр тауар ваҡ булһа, уның  этикеткаһында EAN-13 кодын һуғырға урын етмәҫкә мөмкин. Кодты бәләкәйләтеү штрихтарҙың киңлегендә сағыла. Штрихтар үтә тар булһа, сканер дөрөҫ уҡый алмаҫҡа мөмкин. Ваҡ тауарҙарҙы маркировкалау өсөн  EAN-8 штрих-код стандарты булдырылған. Уның эсендә 13 урынына 8 һан ғына кодлаштырыла.


EAN-8 кодының һәр һаны, EAN-13 кеүек үк, дүрт штрих —  ике аҡ һәм ике ҡара —  ярҙамында кодлана. Штрихтарҙың сағыштырмаса киңлеге бер, ике, өс йә дүрт берәмек булырға мөмкин. Бер һан штрихтарының дөйөм киңлеге ете берәмек тәшкил итә.  Штрихтар комбинацияһын ҡайһы йүнәлештә уҡыһаң да була. 

EAN-128 (GS1-128)

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Этикетка с кодом EAN-128

Был формат сәнәғәт предприятиелары араһындағы йөк тураһында мәғлүмәт тапшырыуға тәғәйенләнгән. Кодта һүҙлек (Code-128) һәм код төркөмдәре регламентланған, әммә оҙонлоғо бирелмәгән. Бындай кодта төрлө мәғлүмәт булыуы ихтимал, мәҫәлән,  тауар коды, яраҡлылыҡ мөҙҙәте, үлсәмдәр, күләм, етештереүсенең партия коды һ. б. 

GS1 милли ойошмаларының төбәк кодтары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
ПрефиксGS1 милли ойошмаһы
000-139GS1 АҠШ
200-299 Эске нумерация (предприятиелар эсендә ирекле ҡулланыу өсөн)
300-379GS1 Франция
380GS1 Болгария
383GS1 Словения
385GS1 Хорватия
387GS1 Босния-Герцеговина
400-440GS1 Германия
450-459

490-499

GS1 Япония
460-469GS1 Рәсәй
470GS1 Ҡырғыҙстан
471GS1 Тайвань
474GS1 Эстония
475GS1 Латвия
476GS1 Әзербайжан
477GS1 Литва
478GS1 Үзбәкстан
479GS1 Шри-Ланка
480GS1 Филиппин
481GS1 Беларусь
482GS1 Украина
484GS1 Молдова
485GS1 Әрмәнстан
486GS1 Грузия
487GS1 Ҡаҙағстан
489GS1 Гонконг
500-509GS1 Бөйөк Британия
520GS1 Греция
528GS1 Ливан
529GS1 Кипр
530GS1 Албания
531GS1 Македония
535GS1 Мальта
539GS1 Ирландия
540-549GS1 Бельгия, Люксембург
560GS1 Португалия
569GS1 Исландия
570-579GS1 Дания
590GS1 Польша
594GS1 Румыния
599GS1 Венгрия
600-601GS1 Көньяҡ Африка
603GS1 Гана
608GS1 Бахрейн
609GS1 Маврикий
611GS1 Марокко
613GS1 Алжир
616GS1 Кения
618GS1 Кот д'Ивуар
619GS1 Тунис
621GS1 Сүриә
622GS1 Мысыр
624GS1 Ливия
625GS1 Иордания
626GS1 Иран
627GS1 Күвейт
628GS1 Сәғүд Ғәрәбстаны 
629GS1 БҒӘ
640-649GS1 Финляндия
690-699GS1 Ҡытай
700-709GS1 Норвегия
729GS1 Израиль
730-739GS1 Швеция
740GS1 Гватемала
741GS1 Сальвадор
742GS1 Гондурас
743GS1 Никарагуа
744GS1 Коста-Рика
745GS1 Панама
746GS1 Доминика Республикаһы
750GS1 Мексика
754-755GS1 Канада
759GS1 Венесуэла
760-769GS1 Швейцария
770GS1 Колумбия
773GS1 Уругвай
775GS1 Перу
777GS1 Боливия
779GS1 Аргентина
780GS1 Чили
784GS1 Парагвай
786GS1 Эквадор
789-790GS1 Бразилия
800-839GS1 Италия
840-849GS1 Испания
850GS1 Куба
858GS1 Словакия
859GS1 Чехия
860GS1 Сербия һәм Черногория
865GS1 Монголия
867GS1 Төньяҡ Корея
869GS1 Төркиә
870-879GS1 Нидерланд
880GS1 Көньяҡ Корея
884GS1 Камбоджа
885GS1 Таиланд
888GS1 Сингапур
890GS1 Һиндостан
893GS1 Вьетнам
899GS1 Индонезия
900-919GS1 Австрия
930-939GS1 Австралия
940-949GS1 Яңы Зеландия
950GS1 Баш офис
955GS1 Малайзия
958GS1 Макао
977Матбуғат баҫмалары, матбуғат (ISSN)
978-979Китаптар (ISBN)
980Ҡайтармалы квитанциялар
981-982Валюта купондары
990-999Купондар

Шулай уҡ ҡарағыҙ:

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=European_Article_Number&oldid=1230656» битенән алынған
Категория:

[8]ページ先頭

©2009-2025 Movatter.jp