- Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы (1932—19.03.2016),ауыл хужалығы һәмпартия органдары хеҙмәткәре. 1972 йылданКПСС-тыңКраснокама һәм 1978 йылданЯңауыл район комитеттарының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993)Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. ИкеХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Яңауыл районының почётлы гражданы (2003).
- Сәлмәнова Лилиә Ҡотлоғужа ҡыҙы (1947),музыка белгесе, фольклорсы. 1974 йыл йылдан хәҙергеЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 1979 йылданУчалы музыка училищеһы уҡытыусыһы. 1989—2013 йылдарҙа хәҙергеРәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. 2009 йылданРәсәй Композиторҙар союзы ағзаһы.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
- Таһирова Роза Вәли ҡыҙы (1947),китапханасы, йәмәғәтсе. 1979 йылданӘбйәлил үҙәк район балалар китапханаһы мөдире, 2002—2010 йылдарҙа Әбйәлил үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры. 1979—2010 йылдарҙаАсҡар ауыл советының ҡатын-ҡыҙҙар советы, 2003—2010 йылдарҙа — район «Белем» йәмғиәте, 2013 йылдан — «Ағинәйҙәр ҡоро» клубы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән ошо райондыңҠалмаҡ ауылынан.
- Шакирова Гөлсирә Фәрүәз ҡыҙы (1952),малсы. 1971—2003 йылдарҙа Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо райондыңАтауҙы ауылынан.
- Шахморатов Нәбиулла Аллабирҙе улы (1952), механизатор. 1970—2008 йылдарҙаБаймаҡ районы «Йылайыр» совхозы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән ошо райондыңБайыш ауылынан.
- Әхтәмова Рәйсә Ғәйнулла ҡыҙы (1957),педагог. 1982 йылдан Әбйәлил районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1994 йылданАсҡарҙағы хәҙергеТаһир Күсимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы, 2002 йылдан — уҡытыу эштәре мөдире. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличниы (2001). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ғәҙәмшин Шәмсетдин Зәйтүн улы (1962),ветеринар,умартасы.Бөрйән районыӘтек ветеринар пунктының ветеринар-санитары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
ветеринар, Бөрйән районы Әтек ветеринар пунктының ветеринар-санитары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001), умартасыларҙың төрлө кимәл ярыштары еңеүсеһе. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Туҡтарова Зилә Фәнүз ҡыҙы (1962), теш табибы. 1985 йылдан Өфө гарнизоны хәрби госпитале, 1994 йылдан — 2-се Республика клиник дауаханаһы табибы, 1997 йылдан дауахана поликлиникаһыныңстоматология бүлеге мөдире, теш табибы-терапевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010), Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Сығышы менәнБәләбәй ҡалаһынан.
- Фәхретдинова Динара Йәлил ҡыҙы (1992),спортсы. Ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры,Европа чемпионы (2013), өс тапҡыр Рәсәй чемпионы (2013, 2014, 2018).