Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

13 февраль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
13 февраль
Аҙна көнөЙәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
Категория для рождений в этот период времениКатегория:13 февралдә тыуғандар
Категория смертей за этот период времениКатегория:13 февралдә вафат булғандар
 13 февраль Викимилектә

13 февраль —григориан стиле буйынса йылдың 44-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 321 көн ҡала (кәбисә йылында 322).

февраль
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
2425262728  
2025 йыл

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
  • БМОБМО: Бөтә донъярадио көнө.
  • ЕрЕр: Интернеттағы дуҫтар көнө.
    • Әхирәттәр көнө.
    • Үҙ-үҙеңде һөйөү көнө.
    • Кинокамераның тыуған көнө.
Милли

Төбәк байрамдары

Һөнәри

Тарихи ваҡиғалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1241: Монголдарҙың Польшаға баҫып инеүе: Турск янындағы алышта Байдар етәкселегендәге монгол отряды Краков воеводаһы Владимирҙың ополчениеһын ҡыйрата.
  • 1503: Барлетталағы рыцарҙар турниры: Шарль де ла Мотте етәкселегендәге ун өс французға ҡаршы Этторе Фьерамоска етәкселегендә ун өс итальян ҡаршы сыға. Аяуһыҙ алышта итальяндар еңеп сыға. Наполи короллеге француздарҙан азат ителә, Неаполдә тәхеткә испан короле Фердинанд Католик ултыра, ә уның үлеменән һуң тәхетГабсбургтарға ҡала. Этторе Фьерамоска хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыла.
  • 1511: Тевтон ордены рыцарҙары үҙенең бөйөк магистры итеп Альбрехт Бранденбург-Ансбах фон Гогенцоллернды һайлай. Ул ордендың һуңғы бөйөк магистры һәм Пруссияның беренсе герцогы була.
тулы исемлек  
  • 1575: Реймс соборында Польша короле һәм Литва бөйөк кенәзе Генрих III Франция тәхетенә ултыртыла.
  • 1633:Галилео ГалилейРим ҡалаһынаинквизиция судына килә.
  • 1706:Бөйөк Новгородта ағалы-энеле Софроний һәм Иоанникий Лихудтар грек-славян мәктәбен аса, ул Славян-грек-латин академияһынан һуң Рәсәйҙә икенсе юғары уҡыу йорто була.
  • 1720Пётр I бойороғо буйынса Баш магистрат —Рәсәй империяһының бюрократик учреждениеһы асыла.
  • 1772Франция диңгеҙсеһе Ив Жозеф де Кергелен яңы архипелаг аса.
  • 1842Николай I Санкт-Петербург — Мәскәү тимер юлын төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.
  • 1848Фёдор Иванович Тютчев сит ил эштәре министрлығының өлкән цензоры итеп тәғәйенләнә. Был вазифала хеҙмәт иткәндә, Коммунистар фирҡәһе манифесынрус телендә таратырға рөхсәт итмәй. Уның әйтеүенсә, «кемгә кәрәк, ул нимессә лә уҡыр».
  • 1849 — Дунай кенәзлектәрендә инҡилап: Трансильваниялағы румын православие сиркәүе митрополиты Андрей Шагуна етәкселегендәге делегация император Франц Иосиф Беренсегә Трансильвания, Банат һәм Буковиналағы румын халҡы исеменән петиция тапшыра (тәүге тапҡыр рәсми рәүештә «румын халҡы» атамаһы ҡулланыла).
  • 1858Африканы өйрәнеүсе инглиз ғалимдары Ричард Бертон һәм Джон СпикНилдың һыу башын эҙләгәндәҮҙәк Африканың көнсығыш өлөшөндәТанганьика күлен аса.
  • 1859 — Мәскәүҙә тәүге ҡыҙҙар гимназияһы асыла.
  • 1861 — Генерал Чальдини етәкселегендәге Пьемонт ғәскәре ҡамауҙан һуң Гаэта ҡәлғәһен ала, унда Капуя ҡалаһы бирелгәндән һуң Наполи короле Франциск II йәшенгән була. Ике Сицилия короллеге юҡҡа сыға.
  • 1867Венаның «Диана» музыка залындаИоганн Штраустың «Гүзәл зәңгәр Дунайҙа» вальсы тәүге тапҡыр башҡарыла. Ул ниндәйҙер кимәлдәАвстрияның рәсми булмаған гимны булып тора һәм йола буйынса Вена филармония оркестрының яңы йыл концертында бисҡа башҡарыла.
  • 1870Санкт-Петербургта Финляндия вокзалы һәм Выборг ҡалаһына тиклем тимер юлдың тәүге өлөшө асыла.
  • 1886Рәсәйгә Пәнжекәнт районы ҡушыла.
  • 1895 — Француз уйлап табыусыларыЛюмьерҙар кинематограф аппаратына патент ала.
  • 1901Мәскәү художество театрындаА. П. Чеховтың «Өс ҡәрендәш» пьесаһының премьераһы була.
  • 1902Шәмәхәләгеер тетрәүҙә өс меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә.
  • 1916 — БуласаҡЧехословакияның күренекле сәйәсмәндәре — чехтар Томаш Масарик һәм Эдвард Бенеш һәм словак Милан ШтефаникПарижда Чехословак милли иттифағын булдыра.
  • 1917 — Парижда легендар шымсы Мата Хари ҡулға алына.
  • 1918Ырымбурҙа Мосолман губерна хәрби-революцион комитеты ойошторола.
  • 1919Совет-поляк һуғышы: капитан Меницкий етәкселегендәге поляк һалдаттары отряды Береза-Картузская ҡалаһы янында совет ғәскәрҙәренә һөжүм итә. Береза-Картузская өсөн алыш совет-поляк һуғышының тәүге хәрби бәрелеше һанала.
  • Герман империяһының милли йыйылышы Веймар Республикаһының 1-се премьер-министры (канцлеры) итеп Филипп Шейдеманды һайлай.
  • 1920Версаль килешеүенә һәм Милләттәр лигаһы мандаты менән Франция Мемельландта (Клайпеда крайында) тулы хакимлыҡты ҡабул итә.
  • 1922Литваның министрҙар кабинеты «ваҡытлыса баш ҡала» Каунаста Литва университетын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
  • 1924 — РСФСР составында Көньяҡ-Көнсығыш өлкә барлыҡҡа килә, әле —Ставрополь крайы.
  • 1925 — Тунгус ихтилалы: эвенк отрядтары совет ғәскәрҙәренә Оймяконға үтергә бирмәй.
  • СССР-ҙа Ҙур совет энциклопедияһының тәүге баҫмаһын сығарыу өсөн «Совет энциклопедияһы» акционерҙар йәмғиәте булдырыла.
  • 1931 — СССРРеволюцион хәрби советы Ф. В. Токарев системаһы пистолеттарын бер мең дана етештерергә бойороҡ бирә. Ошонан алып ул ҡоралланыуға инә, бөтә донъяға ТТ (Тула, Токарев) булараҡ таныла.
  • 1934 — «Челюскин» пароходы боҙҙар менән иҙелә һәмТөньяҡ боҙло океанда һыу аҫтына китә.
  • 1943 — совет яугир-альпинистары Эльбрусҡа менә, унан фашист байраҡтарын алып ташлай, СССР байраҡтарын ҡуя.
  • 1945 — Будапешт операцияһы: 2-се Украин фронты ғәскәрҙәре 3-сө Украин фронты ғәскәрҙәре булышлығында Будапешты ала.
  • Икенсе донъя һуғышы: инглиз-АҠШ авиацияһы Дрезденды көслө утҡа тота башлай.
  • 1946 — Америка хәрбиҙәре тәүге һанлы компьютер эшләүҙәре тураһында хәбәр итәләр. Уға 160 киловатт энергия кәрәк була, уның 17 468 лампаһы, 70 000 меңләп резисторы, 10 000 конденсаторы, 1500 релеһы һәм 6 меңләп ҡул күсергесе була.
  • 1948 — Германияла «Кёльн» футбол клубы барлыҡҡа килә.
  • 1956 — «Мирный»совет поляр станцияһы эшләй башлай.
  • 1960Сахараның Танезфрут сүлендәге Регган оазисында француздар үҙҙәренең тәүгеатом ҡоралын һынай.
  • 1962 — Генрих Харрер етәкселегендәге дүртавстриялы альпинистОкеанияның иң бейек нөктәһе Джаяға күтәрелә.
  • 1963Ленинградта әрәмтамаҡлыҡта ғәйепләнеп шағир Иосиф Бродский ҡулға алына.
  • 1972ЯпонияныңСаппоро ҡалаһында XIҠышҡы Олимпия уйындары тамамлана.
  • 1974СССР Юғары Советы Президиумы ҡарары менән яҙыусы А. И. Солженицын гражданлыҡтан мәхрүм ителә һәм илдән ҡыуып сығарыла.
  • 1975Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы иғлан ителә.
  • 1976Нигерия президенты Мортала Мөхәммәт иртән машинаһында эшкә китеп барғанда атып үлтерелә.
  • 1980 — Лэйк-Плэсид ҡалаһында XIII Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
  • 1984 — Константин Черненко КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары итеп һайлана.
  • 1988 —Калгариҙа XV Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
  • 1996 — Непал коммунистар фирҡәһеилдә король хакимлығына көрәш башлай.
  • 2007 — D-Wave компанияһы (Канада) квант компьютеры өлгөһөн булдырыу тураһында белдерә.

Был көндө тыуғандар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
тулы исемлек  

Дөйөм исемлек

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Был көндө вафат булғандар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл көндәре

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Ай һәм көндәр
Ғинуар12345678910111213141516171819202122232425262728293031
Февраль1234567891011121314151617181920212223242526272829
Март12345678910111213141516171819202122232425262728293031
Апрель123456789101112131415161718192021222324252627282930
Май12345678910111213141516171819202122232425262728293031
Июнь123456789101112131415161718192021222324252627282930
Июль12345678910111213141516171819202122232425262728293031
Август12345678910111213141516171819202122232425262728293031
Сентябрь123456789101112131415161718192021222324252627282930
Октябрь12345678910111213141516171819202122232425262728293031
Ноябрь123456789101112131415161718192021222324252627282930
Декабрь12345678910111213141516171819202122232425262728293031


⚙️ 
«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=13_февраль&oldid=1268055» битенән алынған
Категориялар:

[8]ページ先頭

©2009-2025 Movatter.jp