Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Ҡыпрыҫ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кипр Республикаһы
юнан.Κυπριακή Δημοκρατία
төр. Kıbrıs Cumhuriyeti
Ҡалып:Кипр байрағыгербы Кипр
Кипр байрағыКипр гербы
Гимн: Кипр гимны(тыңларға (мәғл.))
Нигеҙ һалынған1960 йылдың 16 авгусы
Рәсми телдәрГрек теле,Төрөк теле
Баш ҡалаНикосия
Иң ҙур ҡалаларыНикосия,
Лимасол,
Идара итеү формаһыПрезидент республикаһы
ПрезидентАнастасиадис, Никос
Территория
  • Барыһы
162 урын
9250 км²
Халыҡ
  • Барыһы (2012)
  •Тығыҙлыҡ
152 урын
1 142 575
117 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2004)
  • Кеше башына
117 урын
15.36 млрд$
20428 $
ВалютаЕвро
Телефон коды+357


Кипр (Ҡыпрыҫ) Республикаһы (юнан.Κυπριακή Δημοκρατία,төр. Kıbrıs Cumhuriyeti) —Урта диңгеҙҙең көнсығышындағы утрау-дәүләт. 2004 йылдың 1 майынанЕвропа берлеге ағзаһы.

Кипр Республикаһы рәсми рәүештә Кипр утрауының 98 % территорияһын һәм яҡындағы Агиос Георгиос, Геронисос, Глюкиотисса, Кила утрауы, Киедес, Кордилия, Мазаки утрауҙарын биләп тора. Утрауҙың ҡалған 2 % территорияһындабритан хәрби базалары уhынлашҡан.

Ғәмәлдә, 1974 йылдан һуң утрау өс өлөшкә бүленә: 60 % территория Кипр Республикаһы властары контроле аҫтында (күберәкгректар йәшәй), 38 % — Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы, 2 % — Британия хәрби көстәре контролендә.Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәтенең бойондороҡһоҙлоғоАбхазия Республикаһы һәмТөркиә тарафынан танылған.

Илдә 1 142 575 кеше йәшәй.Баш ҡалаһы —Никосия ҡалаһы.

Тарихы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Төп мәҡәлә:Кипр тарихы

Кипрҙың тарихҡаса дәүере, аҙаҡҡы мәғлүмәттәргә ярашлы, б.э.т. Х мең йыллыҡта утрауҙа тәүге кеше эҙҙәре барлыҡҡа килгән мәлдән башлана һәм б.э.т. II-се һәм l-се мең йыллыҡтар сигендә, тарихи осорҙа Кипр батшалыҡтарын барлыҡҡа килтергән социаль-сәйәси процестар башланыуы менән тамамлана.

Палеолит дәүерендәге кеше ҡалдыҡтары табылған Грециянан айырмалы рәүештә, Кипр тарихынеолит дәүеренән башлана. Б.э.т яҡынса XI быуатҡа Кипр Эллинистик цивилизацияһының айырылғыһыҙ өлөшө була. Троян һуғышынан ҡайтышлай ахейҙар утрауҙа туҡтайҙар һәм эҙмә-эҙлекле рәүештәавтохтондарҙың («этеокиприоттар») ассимиляцияһын башлайҙар. Шул ваҡыттар утрауҙа гректар йәшәй.

Кипрҙың Урта диңгеҙҙәге уңайлы стратегик урыны төрлө империялар периферияһында ҡалып, уның бөтә тарихы дауамында ҡулдан-ҡулға күп тапҡыр күсеүгә булышлыҡ итә. Б.э.т. 331 йылда Кипр хакимдарыАлександр Македонскийҙың власын таныйҙар. Б.э.т. III быуатта КипрПтолемейҙар державаһы составына инә, унда ул, айырым батшалыҡ булып, ваҡыты-ваҡыты менән ярайһы уҡ автономия менән ҡуллана. Александр Македонский тарафынан яулап алына. Б.э.т. 58 йылда Кипр Рим провинцияһына әүерелә, б.э.т. 48 йылдаЦезарь уны Птолемейҙарға ҡайтара.Антонийҙы (б.э.т. 31 йыл)Октавиан Август еңгәндән һуң, КипрРим империяһы составына инә, уның 395 йылда Көнсығыш һәм Көнбайыш Византияға бүленеүенән һуң —Көнсығыш Византия составына инә. 965 йылдаКипр фемаһы төҙөлә.

1191 йылда инглиз короле Ричард Львиное Сердце Изге Ергә барышлай Кипрҙы яулап ала; ләкин тиҙҙән, үҙенә кәрәкмәгәс, уны Лузиньяндарға һата. Улар король династияһына нигеҙ һалалар һәм Кипрҙа 300 йыл дауамында хакимлыҡ итәләр. Шулай итеп, ул Кипр короллегенә әүерелә.

1489 йылда Кипрҙың аҙаҡҡы королеваһы, данлыҡлы Катерина Корнаро, үҙенең тыуған илеВенецияға утрауҙы бүләк итә һәм 100 йыл тирәһе Кипр Венеция республикаһы составында була (әйткәндәй, ошо осорғаШекспирҙың «Отелло, Венеция мавры» трагедияһы арналған; Фамагуста хатта, йәнәһе, Дездемона үлтерелгән Отелло замогы һаҡланған).

1570—1571 йылдарҙа Кипрҙытөрөктәр яулап алалар һәм 300 йыл унда хакимлыҡ итәләр. 1878 йылда КипрБритания буйһоноуына эләгә, баштаҒосман империяһының номиналь суверенитеты осорондаде-факто, әБеренсе донъя һуғышынан һуң шулай уҡ юридик яҡтан да.

Күп йыллыҡ милли-азатлыҡ көрәш һөҙөмтәһендә, 1960 йылда колониаль империялар тарҡалғандан һуң, утрау бойонһороҡһоҙлоҡ ала һәм тиҙ арала грек һәм төрөк общиналары араһындағы ызғыш аренаһына әүерелә. Инглиздар аҙаҡҡы ваҡытҡа тиклем утрауҙа үҙҙәренеңАкротири һәм Декелия хәрби базаларын тоталар. Кипрҙың беренсепрезиденты итеп Кипр архиепископы һайлана.

Кипр гректары һәмКипр төрөктәре араһында (башҡа төрлө әйткәндә,христиандар һәммосолмандар араһында) бәрелештәр шундай ҡырҡа төҫ ала, хатта 1964 йылда НикосияғаБМО урталыҡ көстәрен индерергә мәжбүр була. 1974 году йылда бәрелештәр асыҡ һуғышҡa әүерелә, хәлдеГреция һәмТөркиәнең ҡыҫылыуы ҡатмарлаштыра. Энозис яҡлылар (утрауҙы Грецияға биреү яҡлылар) «ҡара полковниктар» ярҙамында хәрби түңкәрелеш башҡаралар, уларға яуап итеп Төркиә, төрөктәрҙе яҡлау һылтауы менән, шунда уҡ утрауға үҙенең ғәскәрҙәрен төшөрә. Утрауҙа яҡынса 30 % оккупациялау күҙаллана, сөнки тап шунынса төрөк утрауҙа йәшәй (төрөк мәғлүмәттәренән, гректар ике тапҡырға кәмерәк һанды күрһәтәләр). Ысынында территорияның күберәк өлөшө оккупациялана; төрөк армияһы инглиз базаларына тиклем барып етә һәм шунда туҡтай. Утрау грек һәм төрөк өлөштәренә бүленә.

1974 йылғы һуғыш геройҙарына һәйкәлдәр утрауҙың төньяҡ өлөшөндә лә, көньяҡ өлөшөндә лә бик күп һанда ҡуйылған. Оккупацияланған территорияла 1978 йылда Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы иғлан ителә, уны тикТөркиә таный.2004 йылда Кипр РеспубликаһыЕвропа берлегенә инә, ә 2008 йылда — еврозонаға.

Халҡы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Төп мәҡәлә:Кипр халҡы

Бүлгәндән һуң грек-киприоттарҙың күпселеге көньяҡта йәшәй, ә төрөк-киприоттар — төньяҡта. Дөйөм халыҡ һаны яҡынса 800 мең кеше тәшкил итә, шул иҫәптән 300 мең — төрөктәр. Шулай уҡ Кипрҙа 17 мең инглиз,урыҫтар 40 меңдән дә кәм түгел (Рәсәй Федерацияһы илсеһе мәғлүмәттәре буйынса)[1]. 1974 йылғы һуғыштан һуң яҡынса 180 мең грек киприоттары ҡаса йәки мәжбүри рәүештә көньяҡҡа күсерелә. 42 мең тирәһе төрөк киприоттары шулай уҡ ҡаса һәм уларҙы мәжбүри рәүештә төньяҡҡа күсерәләр. Тик Ларнак округы Пила ҡалаһында ғына БМО тәғәйенләгән админстрация ҡарамағында ике халыҡ төркөмө йәшәй.

Кипр Республикаһы контроле аҫтында, 2011 йылдың аҙағындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, халыҡ һаны 838 897 кеше тәшкил итә, уларҙың күбеһе (21,4 %) — сит ил граждандары[2]. 2014 йылдан алып хөкүмәт тарафынан законға төҙәтмәләр индереү һәм махсус дәүләт программаһын булдырыу арҡаһында сит ил инвесторҙарына Кипр гражданлығы хоҡуғы бирелә.

БМО-ның мәғлүмәттәренә ярашлы, 2019 йылға ҡарата Кипр Республикаһында 191 922 иммигрант, йәки ил халҡының 16 %, йәшәй[3].

Дин

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Төп мәҡәлә:Кипрҙа дин

Кипр халҡының күпселеге этник гректар —православие, этник төрөктәр —ислам динен тота.

Кипр православие сиркәүе квази-дәүләт учреждениеһы статусына эйә һәм илдең йәмәғәт-сәйәси тормошонда билдәле роль уйнай; Кипр Сиркәүенеңпредстоятеле — Яңы Юстиниана һәм Кипрҙың Архиепископы. Һәр ауылда тиерлек булған ҡорамдарҙан тыш (500-ҙән ашыу) сиркәүҙең Кипрҙа 9 монастыры бар, был монастырҙар утрауҙағы йыл әйләнәһенә яһалма һуғарылыу ойошторолған бик күп һәм иң уңдырышлы ерҙәргә һәм башҡа төрлө эре мөлкәткә эйә.

Шулай уҡ утрауҙакатолик, маронит сиркәүҙәр һәм башҡа йәһүд һәм башҡа дин ғибәҙәтханалары бар.

1960 йылғы Конституция (19 статья) буйынса һәр кеше һүҙ, намыҫ һәм дин азатлығына хоҡуҡлығын раҫлай.. Бөтә диндәр ҙә закон алдында тигеҙ Республиканың ҡанун сығара торған, башҡарма һәм административ акты ниндәй булһа дини институтын йәки дини ойошмаһын дискриминациялай алмай. Һәр кеше дин тотоу иреклегенә хоҡуҡлы, ул үҙенең динен үҙ аллы йәки күмәкләп өйрәнә ала. Республика Конституцияһында бындай азатлыҡтың берҙән-бер сикләүҙәр бар һәм улар Республиканың һәм уның граждандарының хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Бөтә ошо ҡарарҙар утрауҙа рәсми рәүештә танылған дин юҡлығын раҫлай. Улар шулай уҡ халыҡ аҙсылығын тәшкил иткән ике дини төркөмдөң (католиктар һәм марониттар) хоҡуҡтарын яҡлауын гарантиялай.

Сәнәғәт

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Тулайым милли тулайым продукттың сәнәғәткә өлөшө 18 % тура килә. Сәнәғәт продукцияһының 1/3 ҡиммәте сеймал табыу сәнәғәтендә булдырыла һәм эшкәртеүсе сәнәғәттә. Ваҡ предприятиелар өҫтөнлөк ала. Күп кенә эре предприятиелар, бигерәк тә тау-сеймал табыу сәнәғәте, сит ил капиталы ҡулында (башлыса инглиз капиталы). Баҡыр рудаһы (тимер күләме буйынса 16,3 мең т, экспорт), тимерле пириттар (57,6 мең т, экспорт), хромиттар (41,3 мең т), асбест (23,3 мең т, экспорт),тоҙ,гипс, мәрмәр етештерелә. 2010 йылда тау-сеймал табыу сәнәғәтенең тулайым продукцияһы 90,4 млневро тәшкил итә, тармаҡтағы халыҡтың мәшғүллеге — 585 кеше.

Электростанциялар (204 мең кВт дөйөм ҡеүәте) ситтән килтерелгән нефттә эшләй; 1971 йылда электр энергияһын етештереү 564 млн кВт∙сәғәт тәшкил итә. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән (1971 йылда шарап етештереү — 49,4 мең т, зәйтүн майы — яҡынса 1 мең т, емеш һәм йәшелсә консервалары һәм башҡалар), тәмәке, туҡыма, күн аяҡ кейеме сәнәғәте. Цемент 1971 йылда 303 мең тонна етештерелә. Ваҡ һөнәрселек етештереү үҫешкән (керамиканан, тимерҙән әйберҙәр).

Кипр сәнәғәте экспорт йүнәлештәре: фармацевтика продукцияһы, эсемлектәр һәм аҙыҡ-түлек,электроника, эшкәртеүсе сәнәғәте продукцияһы, машиналар һәм ҡоролмалар, металдар һәм химия тармағы продукцияһы. Шулай уҡ Кипр мебель,кейем, күн әйберҙәр һәм автомобилдәр өсөн аксессуарҙар экспортлай.


Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Кипр Республикаһы 6 районға бүленә (грекса επαρχίες).

Райондар муниципалитеттарға һәм йәмғиәттәргә бүленә. Муниципалитеттарҙың вәкәләтле органы — муниципаль советтар (Δημοτικά Συμβούλια), йәмғиәттәрҙең вәкәләтле органы — йәмғиәт советы (Κοινοτικά Συμβούλια).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Интервью посла РФ в Республике Кипр 2012 йыл 8 августархивланған. // для газеты www.realestate.ru — 04.10.2011
  2. Preliminary Results of the Census of Population, 2011 2013 йыл 15 ғинуарархивланған.
  3. https://www.un.org/en/development/desa/population/migration/data/estimates2/data/UN_MigrantStockTotal_2019.xlsx
⚙️ 
  Тематик сайттар
Һүҙлектәр һәм энциклопедиялар
Норматив контроль
BNF11863129n ·GND4079596-2 ·ISNI0000000123315214 ·LCCNn79055857 ·NDL00565932 ·NKCge129727 ·NLA35032908 ·SUDOC026370654 ·VIAF130118559
⚙️ 
Азия илдәре

Афғанстан ·Бангладеш ·Бахрейн ·Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ·Бруней ·Бутан ·Вьетнам ·Грузия¹ ·Израиль ·Индонезия³ ·Иордания ·Ираҡ ·Иран ·Йәмән² ·Камбоджа ·Катар ·Кипр Республикаһы¹ ·Корея Республикаһы ·Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы ·Көнсығыш Тимор ·Ҡаҙағстан¹ ·Ҡырғыҙстан ·Ҡытай ·Кувейт ·Лаос ·Ливан ·Малайзия ·Мальдив ·Монголия ·Мьянма ·Мысыр²·Непал ·Оман ·Пакистан ·Рәсәй4 ·Сәғүд Ғәрәбстаны ·Сингапур ·Сүриә ·Тажикстан ·Таиланд ·Төркмәнстан ·Төркиә4 ·Үзбәкстан ·Филиппин ·Һиндостан ·Шри-Ланка ·Әзербайжан¹ ·Әрмәнстан ·Япония


Танылмаған һәм өлөшләтә танылған дәүләттәр:Абхазия ·Азад Кашмир ·Ва дәүләте ·Вазиристан ·Көнбайыш Курдистан ·Көньяҡ Курдистан ·Көньяҡ Осетия ·Ҡытай Республикаһы ·Таулы Ҡарабах Республикаһы ·Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы ·Фәләстин Дәүләте(Ғәззә секторы һәмИордан йылғаһының көнбайыш ярытерриториялары ) ·Шан дәүләте


Буйһонған территориялар:Акротири һәм Декелия ·Һинд океанында Британия биләмәләре (Чагос архипелагы) ·Гонконг (Сянган) ·Макао (Аомынь)


¹Европа менән Азия араһындағы сикте үткәреүгә ҡарап өлөшләтәЕвропала йәки тулыһынсаАзияла. ² Шулай уҡАфрикала. ³ Шулай уҡОкеанияла.4 Шулай уҡ Европала.

⚙️ 
Европа илдәре
¹ Башлыса Азияла. ² Европа менән Азия араһындағы сикте үткәреүгә ҡарап башлыса йәки тулыһынсаАзияла.
⚙️ 
Ағзалары
Рәсми кандидаттар
Ихтимал кандидаттар
Элекке ағзалар
⚙️ 
⚙️ 
Члены
Элекке ағзалары
⚙️ 
Күҙәтеүсе дәүләттәр
Австрия
БҒӘ
Босния һәм Герцеговина
Венгрия
Грузия
Доминика Республикаһы
Латвия
Литва
Мозамбик
Польша
Сербия
Словакия
Словения
Таиланд
Украина
Уругвай
Хорватия
Черногория
Чехия
Эстония
  • 1Ассоциацияланған ағза
  • 2Ағзалығы туҡтатылған
⚙️ 
Бөйөк Британия Британия империяһының диңгеҙ аръяғы биләмәләре
Условные обозначения:зависимые территории нынешней Великобритании выделеныполужирным шрифтом, членыСодружества нацийкурсивом,королевства Содружестваподчёркнуты.
Утраченные до начала периодадеколонизации (1947) территории выделеныфиолетовым цветом.
Европа и Средиземноморье
   
   
¹Коронные землибританской монархии, не входящие в Великобританию.
² В 1940—1945 подоккупациейТретьего рейха.
³ Позже вышла из числа королевств Содружества, сохранив членство в нём.
4 В 1949 вышла из Содружества.
Северная Америка
   
¹Совладение с США.
² После 1931 —доминионКанада.
Латинская Америка, острова Карибского бассейна и Южной Атлантики
   
   
¹ Кроме того находился под оккупацией Великобритании в 1795—1802 и в 1802—1815.
² Входит в состав зависимой территорииОстрова Святой Елены, Вознесения и Тристан-да-Кунья.
³ С 1970 перестала быть королевством Содружества, сохранив членство в нём.
4Находились под оккупацией Аргентины в 1982; принадлежностьоспаривается ей с 1816.
Африка
   
   
¹ Позже вышла/вышел из числа королевств Содружества, сохранив членство в нём.
² С 1970 перестала быть королевством Содружества, в 2013 вышла из Содружества.
³ Помандату Лиги Наций.
4 В 2003 вышла из Содружества.
Азия
   
   
¹ Позже вышла/вышел из числа королевств Содружества, сохранив членство в нём.
² В 1941—1945 под оккупациейЯпонской империи.
³ В 1942—1945 в составеТаиланда.
4 Помандату Лиги Наций.
Австралия, Океания и Антарктика
   
   
¹Совладение сФранцией с 1906.
² C 1987 перестали быть королевством Содружества, в 2006 исключены из Содружества.
³ В 1942—1945 подоккупациейЯпонской империи.
4 Совладение с США.
5 С 1961 территориальные претензии заморожены согласноДоговору об Антарктике.
6 Под управлением Великобритании, Австралии и Новой Зеландии помандату Лиги Наций.
В списки не включены территории, оккупировавшиеся Британской империейв ходе Второй мировой войны.
«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Ҡыпрыҫ&oldid=1286123» битенән алынған
Категориялар:
Йәшерелгән категория:

[8]ページ先頭

©2009-2025 Movatter.jp