| Ҡылымыҡ | |
Ҡылымыҡ, «йылға тармағы» — (рус. проток, протока) — башҡа һыу ағымының бер өлөшө булған, йәиһә башҡа һыу ағымдарын йәки һыу объекттарын тоташтырып торған,йылғаға хасйырҙа комплекстары булмаған һыу ағымы.

Ҡылымыҡтарҙың ике төрө бар:
Урыҫ телендә төрлө төбәктәрҙә был күренеште аңлатҡан һүҙҙәр күп:ерик, гирло, воложка (Волга),полой (Төньяҡ Двина),речище (Днепр),стародонье (Дон),пасл (Югра). Корякияла иһә иҫке йылға үҙәндәрен, үле йылғаларҙыкултук тип атайҙар. Башҡорт телендәге «ҡултыҡ» — «һыу сығанағының ҡоро ергә инеп торған өлөшө»[2] тигәнде хәтерләтә.
Тарихи Башҡортостан ерҙәрендә урынлашҡан күлдәргә ифрат бай Силәбе өлкәһендәге байтаҡ күлдәрҙең ҡылымыҡтары бар. Мәҫәлән,Илашты күле ҡылымыҡ аша Һуңкүл менән тоташҡан, Ҡоншаҡ районындағыҠарағайкүл ташҡын ваҡытында Ҡайынкүл менән ҡылымыҡ аша тоташа.Оло Мейәс ҡылымыҡ ашаКесе Мейәс менән бәйле.
Ханты-Манси автономиялы округы[3] биләмәләрендәКесе Кемпаж тип аталған ҡылымыҡ-йылға бар.Кесе Кемпаж йылғаһы ҡылымыҡ тип юҡҡа ғына атамағандар. Ул Кемпаж йылғаһынан ағып сыға ла Ляпин йылғаһына барып ҡоя, йәғни, уларҙы тоташтыра.Кесе Кемпаждың үҙ сиратындаПовёл тигән ҡылымығы бар, ул иһә Оло Кемпажға барып ҡоя, йәғни был ике ҡылымыҡКемпаж менәнОло Кемпаж йылғаларын тоташтырып торған үҙенсәлекле күренеш.
Проток // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.