Ҡара диңгеҙ Координаты: пропущена долгота Майҙаны 422 000 км² Күләме 547 000 км³ Яр буйы оҙонлоғо 3400 км Иң ҙур тәрәнлек 2210 м Уртаса тәрәнлек 1240 м Һыу йыйыу майҙаны более 2 млн км² Ҡара диңгеҙҙә ҡояш байыу.Ҡырым , Ласпи бухтаһы Ҡара диңгеҙ Викимилектә
Ҡара диңгеҙ Ҡара диңгеҙ (рус. Черное море ,укр. Чорне море ,рум. Marea Neagră ,төр. Karadeniz ,груз. შავი ზღვა ,абх. Амшын/Амшын Еиқәа ,бор. юнан. Εὔξενος Πόντος ,юнан. Μαύρη Θάλασσα ,лат. Pontоs Euxinus )--Атлантик океан бассейнындағы эcке диңгеҙ.Босфор боғаҙы ашаМәрмәр диңгеҙе , артабанДарданелдар боғаҙы ашаЭгей һәмУрта диңгеҙ менән тоташа;Керчь боғаҙы аша —Азов диңгеҙе менән тоташа. Төньяҡтан диңгеҙгәҠырым ярымутрауы уйылып кергән. Ҡара диңгеҙ ашаЕвропа менәнКесе Азия сиге үтә.
Ҡара диңгеҙРәсәй ,Украина ,Румыния ,Болгария ,Төркиә ,Абхазия һәмГрузия илдәренең ярҙарын йыуа.
Ҡара диңгеҙ төньяҡтан көньяҡҡа 1150 км-ға, көнсығыштан көнбайышҡа 580 км-ға һуҙылған.
Утрауҙар һаны бик аҙ. Иң ҙуры —Украиналағы Джарылгач утрауы , майҙаны 62 км². Башҡа утрауҙар 1 км²-ҙан да артыҡ түгел.
Ҡара диңгеҙгә ҡойоусы иң эре йылғалар:Дунай ,Днепр ,Днестр һәм бәләкәйерәктәре —Мзымта ,Псоу ,Бзыбь ,Риони ,Кодори ,Эшли-Ирмак ,Сакарья ,Көньяк Буг йылғалары.
Диңгеҙ порттары булған ҡалалар:
Рәсәй :Новороссийск ,Сочи ,Туапсе ,Евпатория ,Керчь ,Севастополь ,Ялта ,Судак ;Болгария :Бургас ,Варна ;Грузия :Батуми ,Поти ;Абхазия :Сухум ;Румыния :Констанца ;Төркиә :Самсун ,Трабзон ;Украина :Одесса ,Черноморск ,Южный .Диңгеҙҙең иң элекке атамаларының береһе -боронғо грузинсанан Спериса диңгеҙе (груз. ზღვა სპერისა [згва спериса]), ул боронғоКолхидала Спери тигән төбәктә йәшәгән халыҡ исеменән алынған. Боронғо грек атамаһы иһә —Понтос Аксенос (бор. юнан. Πόντος Ἄξενος , «Ҡырыҫ ддиңгеҙ»), «Скиф диңгеҙе» тигән атама ла осрай[ 1] .Страбон «География»һында (7.3.6) атама диңгеҙҙең навигация өсөн ауыр булыуы, шулай уҡ ярҙарында ҡырағай, яуыз холоҡло ҡәбиләләр йәшәүенә бәйлелер тип фараз итә.
Шулай ҙа гректар урындағы скиф-сармат телендәге *axšaina — «ҡараһыу күк», «ҡарағусҡыл» һәм грек телендәге «ҡырыҫ» һүҙҙәренә лә таянып атағандарҙыр[ 2] . Һуңғараҡ,грек колонистары үҙҙәре уңышҡа өлгәшкәс, диңгеҙҙе Понтос Эвксиоконос (юнан. Πόντος Εὔξενος , «Ҡунаҡсыл диңгеҙ») тип исем бирә.
Тора бара, X—XIV быуаттарҙа, боронғо рус, ғәрәп һәм көнбайыш сығанаҡтарында инде «Урыҫ диңгеҙе» (рус. Русское море ) тигән атама күренә башлай[ 3]
Хәҙерге замандағы «Ҡара диңгеҙ» (рус. Чёрное море ) атамаһы бындаУрта Азиянан килеп сыҡҡан күсмән төркиҙәрҙең «Кара Дениз» тигән һүҙҙәренән килеп сыҡҡан[ 4] [ 5] . Ул күп кенә телдәрҙә сағылыш тапҡан:абх. Амшын Еиқәа ,адыг. Хы шӏуцӏэ ,ҡаб.-черк. Хы фӏыцӏэ ,юнан. Μαύρη θάλασσα ,болг. Черно море ,укр. Чорне море ,груз. შავი ზღვა ,рум. Marea Neagră ,ҡырымтат. Qara deñiz ,төр. Karadeniz (төрөктәр Урта диңгеҙҙеAkdeniz «Аҡ диңгеҙ» тип атай),ингл. Black Sea һәм башҡалар[ 6] [ 1] Атаманың шундай вариантта килеп сығыуы тураһында төрлө фараздар йәшәп килә:
Бер фараз Азияның ҡайһы бер илдәрендә яҡтарҙы «төҫтәр» менән билдәләүгә бәйле: «ҡара» төньяҡты билдәләүсе һүҙ, шуға күрә Ҡара диңгеҙ — төньяҡ диңгеҙе. Икенсе бер гипотеза буйынса, металл әйберҙәрҙең 150 метрҙан тәрәнерәккә оҙайлы ваҡытҡа төшөргәндә (мәҫәлән, якорь) ҡарайыуы менән бәйле[ 7]
Фитопланктон сәскә ата, июль, 2012 Камбала-глосса Батумиҙағы бухтала дельфинДиңгеҙҙең үҫемлектәр донъяһы 270 төр күп күҙәнәкле йәшел, көрән, ҡыҙыл һыу төбө ылымыҡтарынан тора.Фитопланктон составында — алты йөҙҙән кәм түгел төр[ 8] .
Ҡара диңгеҙ фаунаһы Урта диңгеҙгә ҡарағанда һиҙелерлек ярлы, атап әйткәндә, бында юҡдиңгеҙ йондоҙо ,диңгеҙ терпеһе , |лилия диңгеҙ ләләһе,губка ,каракатица ,кальмар ,мәрйендәр юҡ[ 9] .
Ҡара диңгеҙҙә 2500 төр хайуан тереклек итә(уларҙың 500 төрө бер күҙәнәкле, 200 төрө умыртҡалылар —балыҡтар һәмһөтимәрҙәр , 500 төрҡыҫала кеүектәр , 200 төрмоллюскылар , башҡалары — төрлөумыртҡаһыҙҙар ), сағыштырыу өсөн, Урта диңгеҙҙә — 9000 тирәһе төр. Диңгеҙҙең хайуандар донъяһының сағыштырмаса ярлы булыуында бер нисә сәбәп бар. Төп сәбәптәр араһында[ 9] :
һыуҙың тоҙлолоғо түбән булыуы; 150 метрҙан тәрәнерәк урындарҙа даими рәүештә көкөртлө водород сығып тора. Ҡара диңгеҙҙә ағыулы балыҡтар ҙа бар — диңгеҙ аждаһаһы, скорпена, диңгеҙ бесәйе кеше өсөн хәүеф тыуҙыра. Диңгеҙ төлкөһө ағыулы түгел, мәгәр ҡойроғонда сәнскәктәре менән яралай ала[ 10]
Ҡара диңгеҙ климаты уның континенталь торошо, башлыса континентальн климат мөхитендә урынлашҡан булыуы менән бәйле[ 11] . Кавказдың Ҡара диңгеҙ яры һәм Ҡырымдың көньяҡ яры тауҙар менән уратылыу арҡаһында төньяҡ һалҡын елдәрҙән ҡурсыулы һәм йомшаҡ Урта диңгеҙ климатына эйә, ә Туапсенан көньяҡ-көнсығыштараҡ — дымлы субтропик климат хөкөм һөрә.
Ҡара диңгеҙҙең һауа торошона Атлантик океан да йоғонто яһай[ 12] . Йәй көнө диңгеҙ өҫтөндә Азор антициклоны һауа торошона тәьҫир итә. Шуға күрә диңгеҙҙең күпселек өлөшөндә ҡышын һауа йылы, дымлы, ә йәйгеһен эҫе, ҡоро[ 13] .
Ҡара диңгеҙ һыуы, ҡағиҙә булараҡ, туңмай. Әммә оҙайлы һалҡын ҡыштарҙа ярҙарында сыйҙым барлыҡҡа килгеләй, әммә был бер нисә тиҫтә йылға бер була. Һыу температураһы уртаса +7…+8 °C-тан артыҡ төшмәй[ 14] .. 2011—2012 йылдар арауығында һыу өҫтө температураһы 6 °C-тан түбәнерәк төшә.
Горизонттар буйынса һыуҙың уртаса температураһы, °C ( координаттары43°30′ с. ш. 32°30′ в. д. H G Я O булған нөктәләр өсөн; 1890—2005 йылдар күрһәткестәре)[ 15] : Горизонт мҒинуар Февраль Март Апрель Май Июнь Июль Август Сентябрь Октябрь Ноябрь Декабрь 0 7,7 7,2 6,8 9,2 14,1 19,8 22,8 23,8 20,8 18,7 11,7 9,5 10 7,7 7,1 6,8 9,0 12,8 18,5 21,8 23,6 20,7 18,6 11,8 9,6 20 7,7 7,0 6,7 8,4 10,2 11,9 12,2 13,6 19,2 17,9 11,6 9,6 30 7,7 7,0 6,6 7,7 7,9 7,8 8,5 9,0 9,1 12,0 10,4 9,2 50 7,6 7,4 7,3 7,6 7,4 7,3 7,4 7,6 7,2 8,0 7,6 7,8 100 8,3 8,4 8,4 8,4 8,3 8,3 8,4 8,3 8,3 8,2 8,3 8,3 200 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 500 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 1000 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0 8,9 8,9 8,9 9,0 8,9 8,9 9,0 1500 9,0 9,0 9,1 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0
Геленджик яры Болгариялағы ҡомлоҡ Анапалағы ҡомлоҡ, Рәсәй
Ҡара диңгеҙ, Ҡырым тәбиғәте билдәле урыҫ рәссамы, маринистИван Айвазовский өсөн илһам сығанағы булған . Штормдар һәм тымыҡ һыу, пляждар, ҡаялар, аулаҡ бухталар рәссамдың күп эштәре өсөн натура булып хеҙмәт итә[ 16] . Феодосияла И. К. Айвазовский исемендәге милли картиналар галерияһы бар.
Элекке СССР-ҙың күп һанлы кинематографистары ҡояшлы климаты өсөн Ҡара диңгеҙ яры буйын һайлай. Одесса, Ялта киностудиялары, шулай уҡ совет осоро тарихына инеп ҡалған киностудиялар төшөргән фильмдар ошонда ижад ителгән[ 17] [ 18] [ 19] [ 20] [ 18] [ 21] .
Ҡара диңгеҙ тематикаһы әҙәби, музыкаль әҫәрҙәрҙә лә сағылыш таба: миҫалғаВалентин Катаев ;Михаил Булгаков ;Константин Паустовский ;Юрий Кузнецов ;Леонид Утёсов ;Юлий Ким ;Георг Отс ижадын килтерергә мөмкин.
↑1,0 1,1 Виноградов, 1958 , с. 5↑ Black sea — Encyclopædia Iranica. Rüdiger Schmitt↑ Бухарин М. Д. Возникновение понятия «Чёрное море» в средневековых географических традициях (билдәһеҙ) . www.academia.edu . Дата обращения: 17 декабрь 2019. // Monumentum Gregorianum. Сборник научных статей памяти академика Г. М. Бонгард-Левина.М ., 2013. С. 479.↑ http://blacksea-education.ru/2-1.shtml 2019 йыл 23 декабрьархивланған . Чёрное море↑ ::: Чёрное море ::: (билдәһеҙ) blacksea-education.ru. Дата обращения: 28 август 2017. 2017 йыл 17 августархивланған . ↑ http://blacksea-education.ru/2-1.shtml 2019 йыл 23 декабрьархивланған . Чёрное море↑ http://blacksea-education.ru/2-1.shtml 2019 йыл 23 декабрьархивланған . Чёрное море↑ Чёрное море ::: Фитопланктон (урыҫ) . blacksea-education.ru . Дата обращения: 13 октябрь 2019. 2019 йыл 17 октябрьархивланған . ↑9,0 9,1 География, история, свойства экосистемы Чёрного моря (урыҫ) . blacksea-education.ru . Дата обращения: 13 октябрь 2019. 2019 йыл 17 октябрьархивланған . ↑ Опасные животные Черного моря 2012 йыл 10 июньархивланған . ↑ Ежегодник состояния морей России по гидрохимическим показателям. 2008 год. Чёрное море (билдәһеҙ) (недоступная ссылка —история ) . // oceanography.ru. Дата обращения: 29 февраль 2012. Архивировано 1 март 2012 года. 2013 йыл 3 июльархивланған . ↑ Новороссийская бора и байкальская сарма (билдәһеҙ) . // meteoweb.ru. Дата обращения: 29 февраль 2012. ↑ Чёрное море // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. ↑ Чёрное море // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. ↑ ЕСИМО (билдәһеҙ) (недоступная ссылка —история ) . Архивировано 22 август 2011 года. 2017 йыл 28 ноябрьархивланған . ↑ Картинная галерея Айвазовского. Биография художника (билдәһеҙ) (недоступная ссылка —история ) . // aivazovsky.euro.ru. Дата обращения: 29 май 2012. 2012 йыл 21 февральархивланған . ↑ Незалежное кино W → O → S (билдәһеҙ) . // w-o-s.ru. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.↑18,0 18,1 «Голливуд» на берегу Чёрного моря (киноискусство Одессы) (билдәһеҙ) (недоступная ссылка —история ) . // kruk.odessa.ua. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.↑ Историческая справка об Одесской киностудии (билдәһеҙ) (недоступная ссылка —история ) . // odessafilm.com.ua. Дата обращения: август 2012. 2012 йыл 20 ноябрьархивланған . ↑ Легенда Крыма (билдәһеҙ) (недоступная ссылка —история ) . // Рабочая газета, № 127 от 20 июля 2011 г.. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.↑ Ялтинская киностудия (билдәһеҙ) . // poluostrov-krym.com. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.Виноградов К. А. Очерки по истории отечественных гидробиологических исследований на Чёрном море . — Киев: Изд-во АН УССР, 1958.Виноградов К. А. Ихтиофауна северо-западной части Чёрного моря . —К. , 1960.Ҡалып:Книга:Рыбы Чёрного моря Заика В. Е. Черноморские рыбы и летопись их промысла . — Севастополь, 2008.Агбунов М. В. Античная лоция Чёрного моря. — М.:Наука, 1987. — 156 с.Сорокин Ю. И. Чёрное море: Природа, ресурсы. — М.:Наука, 1982. — 217 с.Филиппов Д. М. Циркуляция и структура вод Чёрного моря. — М.: Наука, 1968. — 136 с.Кузьминская Г. Г. Чёрное море. — Краснодар: Кн. изд-во, 1972. — 92 с.Степанов В., Андреев В. Чёрное море. — Л.:Гидрометеоиздат , 1981. — 160 с.Зайцев Ю. П. , Поликарпов Г. Г.Экологические процессы в критических зонах Чёрного моря (синтез результатов двух направлений исследований с середины XX до начала XXI веков) // Мор. екол. журн. — 2002. — 1, N 1. — С. 33-55 (урыҫ) . repository.ibss.org.ua . Дата обращения: 17 декабрь 2019. (недоступная ссылка) Иванов М. В., Вайнштейн М. В., Гальченко М. Ф. и др. Распределение и геохимическая активность бактерий в осадках // Изучение генезиса нефти и газа в Болгарском секторе Чёрного моря. София, 1984. С. 150—181.Биркун А. А. мл., Кривохижин С. В. Звери Чёрного Моря. — Симферополь: Таврия, 1996. — 96 с.ISBN 5-7780-0773-6 Как «Александр Ковалевский» Бориса Савинкова спасал. «Природа», № 7, 2001 (урыҫ) . vivovoco.astronet.ru . Дата обращения: 17 декабрь 2019.