Токио ,Япония Чешме,Төркиә Сәмәрҡәнд ,Үзбәкстан ШвейцарияАльптарында Давос Ҡала — ҡағиҙә булараҡ,ауыл хужалығынан тыш башҡа эштәр менән шөғөлләнеүселәр йәшәгән урын.
Ҡала — халыҡ йәшәгән эретораҡ пункт , унда йәшәгән кешеләрауыл хужалығы менән шөғөлләнмәй. Үҫешкән хужалыҡ комплексы, иҡтисады бар, архитектура һәминженер ҡоролмалар тупланмаһы булып һанала.
Ҡала термины ултыраҡ тирәләй һаҡланыу ҡоймаһыер ҡулсаһы йәкиҡала стенаһы булыуҙан килеп сыҡҡан.Боронғо рус дәүләтендә ҡала тип ошондай ҡойма менән уратып алынған һәм халыҡ йәшәгән һәр эре пункт аталған. Ҡалаларсәнғәт һәмһөнәрселек , техник ҡаҙаныштар үҫеше үҙәге булып хеҙмәт иткән.
Үҫә килә, ҡалалар ҡалаагломерациялары булдыра. Континенттар һәм илдәр өсөн айырыуса мөһим ролде баш ҡалалар һәммиллиондан ашыу халҡы булған агломерациялар , шул иҫәптәнмегалополис тар һәмглобаль ҡалалар уйнай.
Дөрөҫ ҡала төҙөлөшөн өйрәнеү менән махсус дисциплина —ҡала төҙөлөшө шөғөлләнә. Ул ҡала төҙөлөшө ҡағиҙәләрен, закондарын өйрәнә. Ҡала төҙөлөшөархитектура өлкәһендә барлыҡҡа килә. Тора-бара ҡалалар ҙурая төшә һәм уларҙы планлаштырыу өсөнгигиена ,иҡтисад ,экология ,транспорт һ.б. тураһында өҫтәлмә белем кәрәк була.[ 1] .
Тарихи фән контексында ҡала ун билдәгә эйә. Бының буйынса ул тәүге ваҡыттарҙағы ауылдарҙан, атап әйткәндә, һөнәрселәр оҫтаханаһы, сауҙа билдәләре (килтерелгән әйберҙәр, аҡса) һәм административ идаралыҡ —раҫлаусы мисәт һәмпломба ), хәрби йыһазландырыу предметтары (ҡорал , хәрби ҡорамалдар), төрлө нығытмалар, таш төҙөлөш сәнғәте объекттары зодчество,яҙмалар , ҡиммәтле көндәлек тормош предметтары, биҙәүестәр, ҡала төҙөлөш усадьбалары, уратып алған ҡоймалар буйынса айырыла.
Хәҙерге тораҡ пункттарҙы ҡала категорияһына индереү законлы рәүештә башҡарыла; был осраҡта ҡала халҡы иҫәбе айырыла: 250 кешенән —Дания ла, 50 мең кеше —Японияла .
Бөтә ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың тарихы уларҙың барлыҡҡа килеүенән, ошо территорияла тәүге кешеләрҙең барлыҡҡа килеүенән һәм уларҙың туҡтауһыҙ ошонда йәшәүенән башлана. Традиция буйынса тораҡ пункттарҙың тарихын уларҙың тәү башлап телгә алыныуынан һанайҙар (дөрөҫ мәғлүмәт тапшырыусы башҡа ысул әлегә тиклем юҡ). Ҡала булғандан алып бер нисә тапҡыр уның статусы һәм исеме лә үҙгәрергә мөмкин. Бөгөн археологтар тарафынан табылған меңләгән реаль, боронғо һәм урта быуат ҡалалары билдәле. Ҡайһы берҙәренең территорияһына яңы ҡалалар төҙөлгән, икенсе берҙәрендә тормош өҙлөкһәҙ дауам итә. Тарих белгәнде, тикшергәнде хикәйәләү. Шуға күрә, ҡала тарихын уларҙың тәүге тапҡыр яҙма рәүештә иҫкә алыу ваҡытынан алып һанайҙар.
Археологтар ҡаҙып сығарғанМохенджо-Даро емеректәре Әлеге ваҡытта планетаның иң боронғо ҡалаһы булып беҙҙең эраға тиклем 8 мең йыллыҡтағыЧатал-Хююк ҡалаһы һанала. Башҡа ҡалалар беҙҙең эраға тиклем 5 мең йыллыҡтағылары ла мәҙәниәте буйынса ла, дәүмәле буйынса ла тура килмәй.Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 5 меңенсе йылданДунайҙан буласаҡГреция һәмДнепр яғына эре территориаль үҙәктәр тарала.
Триполь мәҙәниәте буйынсапрото-ҡалалар (нығытылған ҡалалар), 5-12 мең халыҡ йәшәгән (Доброводтар, Майданецк, Петрендар һ.б. 250—400 гектар майҙанға эйә;Румыния ,Молдавия ,Украина ).
Рәсәй территорияһында был осорҙоң иң эре ҡалаһы булып әҙ тикшерелгән Вожмариха тора.Арҡайым һәмУрал буйы территориаль үҙәктәре (Ҡалалар иле ) беҙҙең эраға тиклем 3-2 мең йыллыҡтан үҫешә. Археологик мәғлүмәттәр буйынса,Дербент (Дағстан ) 5000 йыллығын билдәләне. Беҙҙең эраға тиклем 4-3 мең йыллыҡтар менән донъяға билдәле булған боронғо территориаль үҙәктәр даталана: Боронғо Месопотамияла —Ур , Урук, Ницер;Боронғо Мысырҙа — Мемфис, Фивы;Һиндостанда —Мохенджо-Даро , Хараппа;Грецияла —Спарта ,Афина .
Европа ҡалаларының дөйөм билдәле тарихын беҙҙең эраға тиклем 8-7 быуаттанЕреван (Әрмәнстан ),Гадес (Испания ), Массилия (Франция ),Рим (Италия ), Ольвия, Пантикапей (Керчь ,Ҡырым ) һ.б. башлай. Беҙҙең эраға тиклем VI быуатта — беҙҙең эраға тиклем V быуатта уҡ хәҙергеРәсәй территорияһындаФанагория ,Гермонасса ,Танаис һәм башҡа антик ҡалалар барлыҡҡа килә. Тәүге ҡалалар промыслалар һәмауыл хужалығы менән тығыҙ бәйләнгән була, сөнки йыш ҡына улар ултыраҡ игенселәр һәм малсылар тарафынан булдырыла. Күп илдәрҙә бәләкәй ҡалалар был бәйләнеште әлегә тиклем һаҡлай, ауыл хужалығы хеҙмәтенә эре ҡалалар халҡы ла тартыла.
Рим,Константинополь , Херсонес Таврический (Севастополь ,Ҡырым ) тарихы күрһәтеүе буйынса,V быуат тан урта быуат ҡалалары антиклыҡ ваҡытында уҡ булдырылған традицион йәмғиәт тенденцияһын дауам итә.XI быуат —XII быуат рҙаЕвропа өлөшө нөң иң эре ҡалалары:Флоренция ,Рим ,Париж ,Лондон ,Кёльн ,Киев һәм башҡалар.
Париж XV быуаттаҠалалар йыш ҡына һаҡланыу нығытмалары (замоктар, ҡәлғәләр һ.б.) булған урындарҙа һәм улар тирәләй үҫешә. Быны этимология ла сағылдыра: «ҡала» (сиркәү-славян телендә «градъ») уратып алынған, һаҡланған урын, тигәнде асыҡ аңлата (поляк һүҙе gród— крепость)[1] ).
Русьтың Скандинав телендәгеГардарика лар атамаһы ҡушма һәм «ҡалалар дәүләте» тигәнде аңлата. Бындаgarđ шул уҡ индоевропа тамырынан килеп сыға — «городить», «огораживать».
Кешеләр баштан уҡ ҡалалар тирәһенә урынлашырға тырышҡан, сөнки улар кәрәк ваҡытта ошо стеналар артында ышыҡ тапҡан.
Глазгола ҡараңғы мөйөш, 1871 йылXIX быуатта ҡалаларҙың ҡыҙыу үҫешесәнәғәт революцияһы арҡаһында була.Эре ҡалабиҫтәләрендә башта ярлы ҡатлам вәкилдәре йәшәгән.
Әммә XIX быуатта уҡ Европала һәм АҠШ-та тимер юлы транспортының үҫеше арҡаһында, эре ҡалаларҙың абруйлы биҫтәләре барлыҡҡа килә, унда бай ҡатлам кешеләре йәшәй.
Сан-Хосе (Калифорния) эргә-ҡалаһыҠыҙыусубурбанизация (эре ҡалаларҙың биҫтәләр үҫеше)АҠШ-та Икенсе донъя һуғышынан һуң башлана. Халыҡтың ҡала янына күсеүенә шәхси автомобилдәрҙең күбәйеүе һәм юл селтәрҙәренең, шул иҫәптән, тиҙ йөрөшлө магистралдәрҙең үҫеше нигеҙ булып тора. Ошо уҡ ваҡытта АҠШ-тың ҙур ҡалалары үҙәгендә күп фатирлы иҫке өйҙәрҙә йәшәгән фәҡирҙәр күбәйә.
Субурбанизация ҡалаагломерацияһын барлыҡҡа килтерә. (ингл. metropolitan areas ). Донъяла майҙаны буйынса иң эре ҡала агломерацияһы —Нью-Йорк . Ул өс штат территорияһында урынлашҡан. Халҡы буйынса иң ҙур агломерация —Токио . Унда 35 млн кеше йәшәй.
Рединг ,Англия Европа ҡала агломерацияһы АҠШ һәмКанада агломерацияһынан ҡала биҫтәләренең артыҡ ҙур булмауы һәм үҙаллы ҡала йәки ауыл булыуы менән айырыла. Уларҙың күбеһейоҡо райондары на әйләнгән. Ундағы халыҡ көн һайын яҡындағы эре ҡалаға автобустарҙа эшкә йөрөй.
Джакартала ҡараңғы мөйөшКүп кенә үҫешкән илдәр юғарыурбанизация темпы менән айырылып тора. Бындай илдәрҙә күп миллионлы ҡала агломерацияларын булдырыу бара, мәҫәлән,Мехико ,Буэнос-Айрес ,Сан-Паулу ,Рио-де-Жанейро ,Калькутта ,Мумбай һәм башҡалар. Әммә ауыл халҡының ҡалаларға килеүе, эшсе ҡулдарға мохтажлыҡты уҙып китә һәм урбанизация эшһеҙлек, ярым эшһеҙлек иҫәбен арттыра, төпкөл ҡала райондарын киңәйтә.
Индустриаль дәүер башланыу менән ҡала халҡы ҡыҙыу арта, сөнки күп кенә ауыл кешеһе юғары эш хаҡы һәм комфортлы тормош артынан эре ҡалаларҙа йәшәргә ынтыла.
XIX быуат та сәнәғәт ҡалалары һаны арта, ләкинXX быуат урбанизация быуаты тип һанала. Быны түбәндәге мәғлүмәттәр дәлилләй:1900 йыл да ҡалаларҙа 13 % халыҡ йәшәй, ә 2000 йылға — 47 %. Әлеге ваҡытта ҡалаларҙа планетаның яртыһынан күберәк кешеһе йәшәй.[ 2] .
1994 йыл башынаРәсәйҙә ҡала халҡы 108,5 млн. кеше тәшкил итә, йәки бөтә халыҡтың 73%.
Йыл Ҡалала йәшәүселәр һаны[ 3] Барлыҡ халыҡ ниҫбәтендә ҡалала йәшәүсәләр һаны[ 3] 1900 220 млн[ 4] 13 %[ 4] 1950 736,796 млн 29,1 % 1960 996,298 млн 32,9 % 1970 1 331,783 млн 36 % 1980 1 740,551 млн 39,1 % 1990 2 274,554 млн 43 % 2000 2 853,909 млн 46,6 % 2005 3 164,635 млн 48,6 %
1950 йыл да 83 ҡала иҫәпләнә, халҡы 1 млн.-дан ашыу була.2000 йылда — 411.2010 йылда — 800-ҙән ашыу.2000 йылда — 18 ҡала, халҡы — 10 млн.-дан ашыу.2005 йылда — 20 (22 ҡала, халҡы - 5—10 млн. кеше, 370— 1—5 млн, 433—500— 1 млн).2010 йылдың апреленә улар һаны 23 етә.
Тикшереүселәр, әлеге тенденция дауам иткән осраҡта, ҡала халҡы һәр 38 йыл һайын икеләтә артып торасаҡ, тип раҫлай.Европала 50 % ҡала халҡы ҙур булмаған ҡалаларҙа йәшәй (5-10 мең кеше) , 25 % -ы — 10-250 мең кеше, һәм 250 меңдән ашыу кешеһе булған ҡалаларҙа йәшәгән.
Әлеге ваҡытта бөтә ҡалалар 1 % — тай ҡоро ер майҙанын алып тора.
Хәҙерге ҡалалар төрө: бәләкәй (50 мең кеше), уртаса (50-1000 мең кеше), ҙур (100—250 мең кеше), эре (250—1000 мең кеше), иң эре (1миллион -дан — 3 млн-ға тиклем) һәм бик ныҡ эре (3 млн.-дан ашыу).1980 йыл дарҙа донъяла 220 миллионлы ҡала иҫәпләнгән.
Күп кенә эре ҡалаларҙың юлдаш ҡалалары барлыҡҡа килә. Йыш ҡына ҡалалар һәм юлдаш-ҡалалар берләшә һәм ҡалаагломерация һын барлыҡҡа килтерә. Уларҙың, үҙ сиратында,мегалополис тарға берләшеүе ихтимал.
Рәсәйҙә ҡала статусы Рәсәй Федерацияһының субъекттары ҡануниәте менән билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта, ҡалалар ике төргә бүленә: төбәк (өлкә, край, республика һ.б.) һәм район әһәмиәтендәге.
Мәҫәлән,Волгоград өлкәһендә халыҡ йәшәгән пунктты район әһәмиәтендәге ҡала тип атау өсөн ошондай шарттарҙы үтәргә кәрәк:халыҡ 10 меңдән кәм, эшселәре, хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары 85 проценттан кәм булмаҫҡа (формаль критерийҙар) тейеш; сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәк булырға тейеш (баһалау критерийы).[ 5] . Әлбиттә, өлкә ҡарамағындағы ҡалалар өсөн талаптар юғарыраҡ.
Әммә был талаптар ҡәтғи тип һаналмай. Тораҡ пункттың ниндәйҙер критерийға (тәү сиратта формаль, айырыуса халыҡ иҫәбе буйынса) тура килмәүе, уның автоматик рәүештә ҡала статусын юғалтыуына килтермәй, сөнки бының өсөн тейешле норматив хоҡуҡи акт (өлкә законы) ҡабул ителергә кәрәк, ә халыҡтың һиҙелерлек булмаған үҙгәреше тәбиғи һанала.
Мәҫәлән, 2013 йылда Волгоград өлкәһеСерафимович ҡалаһының ни бары 9300 халҡы була. Бынан тыш, ҡала статусы ниндәйҙер сәйәси көс файҙаһына (Ингушетияның баш ҡалаһыМагас – Рәсәйҙең иң бәләкәй ҡалаһы, Федерация субъектының административ үҙәге һанала) ярашлы, ҡала тарихының һәм мәҙәниәтенең баһаһы кеүек (Чекалин (Рәсәйҙең иң бәләкәй ҡалаһы), Верхотурье, Верхоянск) булырға мөмкин.
1990 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында 1030-ҙан күберәк ҡала иҫәпләнә, унда 73 % халыҡ йәшәй.Рәсәйҙә тораҡ пункт, унда 12 меңдән дә кәм булмаған кеше йәшәгән һәм халыҡтың 85%-ыауыл хужалығында шөғөлләнмәгән осраҡта рәсми рәүештә ҡала статусын алырға мөмкин. Әммә Рәсәйҙә халҡы 12 меңдән кәмерәк булған бик күп ҡалалар (1092-нән 208) бар. Уларҙың ҡала статусы тарихи факторҙар һәм халыҡ иҫәбе үҙгәреү менән бәйле.
Ҡалаларҙы бер-береһе менән юлдар тоташтыра. Ҡала эсендәге юл урам йәки проспект тип атала. Урамдар буйлап биналар,торлаҡ йорттар һәм башҡа ҡоролмалар төҙөлә. Биналар комплексы торлаҡ һәм эшквартал дарына берләштерелгәнӨйҙәр тирәләй кешеләргә йөрөү өсөн тротуарҙар һалынған.Ҡалаларҙа биналар һәм ҡаралтылар төҙөү төрө:
Һәр ҡала юридик сиккә йәки ҡала һыҙығына эйә. Халыҡ һаны артыуына ҡарап, ҡала төҙөлөшө был юридик сик аша сыға. Юридик һәм фактик сиктәрҙең тура килмәүе ҡала хужалығы менән идара итеүҙе ҡатмарлаштыра. Ҡала администрацияһы транспорт һәм коммуналь хеҙмәттәр менән үҙ сигендә йәшәгән ҡала халҡын ғына түгел, ә ҡала янында йәшәүселәрҙе һәм көн һайын ҡалаға эшкә килеүселәрҙе лә хеҙмәтләндерергә мәжбүр.
Маятниклы миграция транспорт инфораструктураһына - яңы магистралдәр төҙөүгә, шул иҫәптән ҡаланың тарихи урындарына ла, транспорт ҡоролмаларына, тиҙ йөрөшлө транспорт линияларына ҙур аҡса һалыуҙы талап итә. Был проблеманы ҡала һәм ҡала яны халҡының сығымдарында уртаҡ ҡатнашып, йәки административ сикте киңәйтеп кенә хәл итеп була[ 6] .
Төп милли йәки халыҡ-арасауҙа юлдары киҫешкән ерҙәге урын үҙ мәлендә төрлө ваҡыттаГенуя ,Венеция ,Париж ,Амстердам ,Бөйөк Новгород ,Данциг ҡалаларының үҫешенә килтерә.Шулай уҡфайҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы урыны ла ҙур әһәмиткә эйә була.
Ҡалаларҙа айырым микроклимат була. Бындағы һауа температураһы һәр ваҡытта ла тирә-яҡ мөхиттәге уртаса температуранан юғарыраҡ була. Ҡала атмосфераһының йылыныуы яғыулыҡ яныуынан, биналарҙы йылытыуҙан һәм уларҙан килгән йылылыҡтан килә. Ҡалаларҙа ҡар иртә ирей, үҫемлектәр иртә йәшәрә, йыш ҡына икенсе өлкәләргә ҡышларға киткән күсмәҡоштар , үҙ инстинкттарын онотоп, ошонда ҡышларға ҡала.
Ҡалалар сәнәғәт производстволары һәм автомобиль транспорттары арҡаһында тирә-яҡ мөхитте бысратыусы мөһим сығанаҡ булып тора. Торлаҡ йорттар төҙөлөшө елдең тиҙлеген кәметә, был иһә бысратыусы матдәләрҙең һауала йыйылыуына килтерә. Ҡалаларҙың һәм ҡала яны биҫтәләренең киңәйеүе ауыл хужалығы биләмәләрен ҡыҫҡарта[ 7] .
2012 йылда баҫылған«Хабитат» докладында ҡалаларҙапарник газдарын кәметеүгә саҡырыу бар. Бының өсөн түбәндәгеләр тәҡдим ителә:
энергияны һаҡлау буйынса саралар үткәрергә;шәхси автомобилдәргә ҡаршы тороусыйәмәғәт транспортын үҫтерергә; күп ҡатлы биналар төҙөргә, сөнки тығыҙ төҙөлөшлө территориялар парник газдарының аҙ сығыуына булышлыҡ итә. Ғәҙәттә, ҡала атамалары түбәндәгеләрҙән барлыҡҡа килә:
Яҡындағы йылға исеменәнмәҫәлән, Орша,Мәскәү ,Һамар ,Ишим ,Омск ,Сочи ,Туапсе ,Воронеж ,Иркутск ,Ленск ,Ейск ,Курск ,Волгоград ,Вологда ,Ужгород ,Шпола ,Харьков ,Минск ,Полоцк йылғаға күрһәткән ҡушма атамалар (Дондағы Ростов ,Днепропетровск ,Иҫке Оскол ,Яңы Оскол ,Амурҙағы Комсомольск ,Даугавпилс ,Новохопёрск ,Франкфурт-на-Майне ,Франкфурт-на-Одере ) Юлбашсыларҙың, геройҙарҙың, фән, сәнғәт эшмәкәрҙәренең, сәйәсмәндәрҙең, почетлы граждандарҙың, нигеҙ һалыусыларҙың, тәүге юл ярыусыларҙың, изгеләрҙең исемдәренән, фамилияларынан йәки ҡушаматтарынан. Бындай ҡалаларға, монарх үлгәс йәки конституцион ҡоролош үҙгәргәс, кеше баһаһы төшкәс, актуаллеген юғалтҡас, территорияны сит ил оккупанттары баҫып алғандандан йәки киреһенсә бойондороҡһоҙлоҡ яулағандан һуң (Николаев (Николаевск өлкәһе) ,Ульяновск ,Вашингтон (Колумбия округы) ,Ванкувер ,Веллингтон ,Казимир (ҡала) ,Куйбышев ,Ленинград ,Лениногорск ,Ленинабад ,Ленинакан ,Шевченко (тораҡ пункт) ,Львов ,Ивано-Франковск ,Хмельницкий (ҡала) ,Кировоград ,Ватутино ,Владимир-Волынский ,Екатеринодар ,Хабаровск ,Владимир (ҡала) ,Гагарин (Смоленск өлкәһе) ,Королёв (ҡала) ,Тольятти ,Свердловск ,Екатеринбург ,Киров (Киров өлкәһе) ,Константинополь ,Хошимин ,Санта-Барбара ,Сан-Франциско ,Рим ,Козьмодемьянск ,Борисоглебск ) икенсе исем бирелә. Был территорияла йәшәгән һәм йәшәүсе этник төркөмдәр атамаһы буйынса (Париж ,Шайенн (ҡала) ,Карасәй ) Географик йәки ландшафт үҙенсәлектәре буйынса (Пятигорск ,Белгород ,Красногорск ,Зеленоград ,Дивноморск ,Североморск ,Уральск ,Анапа ,Брянск ,Червоноград ,Ливерпуль ,Владимир-Волынский ,Красноярск ,Семилуки ) Был территорияның һөнәрҙәре, тарихи ваҡиғалары, тәбиғи ресурстары буйынса (Нефтеюганск ,Магнитогорск ,Кисловодск ,Гусь-Хрустальный ,Бобруйск ,Рыбинск ,Тбилиси ,Мытищи ),Тбилиси ,Мытищи ) Хайуандар һәм үҫемлектәр буйынса (Дубна ,Сургут ,Орёл ,Елец ) Элекке ҡала атамалары исеменә «Яңы» һүҙе өҫтәү юлы йәки географик урын буйынса. Географик урын оҡшаш исемле ике ҡаланы бутамау өсөн дә файҙаланыла (Нью-Йорк , ЯңыОрлеан ,Яңы Уренгой ,Усолье-Себе , ТүбәнгеНовгород ,Новомосковск ,Нововоронеж ) Элекке йәки сит телдәге атамаларҙы яңыса уҡыу (Лондон ,Далянь ,Хельсинки ,Сәмәрҡәнд ) Арсеньев К. К., Латышев С. М.,. Город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге : 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). —СПб. , 1890—1907. (рус.) Иванов В. В. К семиотическому изучению культурной истории большого города 2009 йыл 6 апрельархивланған . // Иванов Вяч. Вс. Избранные труды по семиотике и истории культуры. Т. 4.— М., 2007, с. 165—179Макс Вебер Город 2016 йыл 10 мартархивланған . Chandler, T. 1987.Four Thousand Years of Urban Growth: An Historical Census . Lewiston, NY: Edwin Mellen Press. Modelski, G. 2003.World Cities: −3000 to 2000 . Washington: Faros2000. А. Гутнов, В. Глазычев. Мир архитектуры. — Москва: Молодая гвардия, 1990. — 351 с. —200 000 экз. —ISBN 5-235-00487-6 .Хайдуков Д. С. Университетские города — обучение будущему // Мировой опыт и отечественные традиции управления человеческими ресурсами: Сб. материалов III Международной научно-практической конференции. МГУ / Под общ. ред. д. ф. н., проф. В. П. Пугачева;. — М.: МАКС Пресс, 2012.Зифельдт А. О происхождении слова «город» 2013 йыл 11 ноябрьархивланған . // «Филологические записки», Воронеж, 1913.