Эльсмир (элек рус телле сығанаҡтарҙа Эллесмер ере, Эльсмир ере; ингл. Ellesmere Island, фр. Île d’Ellesmere, инуктитут ᐊᐅᓱᐃᑦᑑᑉ ᕿᑭᖅᑖᓗᐊ Umingmak Nuna — «һарыҡ-үгеҙ ере») —Канаданың иң төньяҡутрауы. Нунавуттың биләмәһенең Кикиктани регионына (Канада арктик архипелагы) ҡарай.
Аксель-Хейберг утрауынан көнсығышҡа ҡарай йүнәлештә урынлашҡан.Королева Елизавета утрауҙары составына инә. Утрауҙан көнсығыштаКанада менәнГренландия сиге үтә.
Утрау биләмәһендә тарихҡа тиклемге хайуандарҙың эҙҙәрен күп тапҡыр табалар.
Элсмир Канаданың Арктик архипелагындаАдминистратив бүленеш буйынса Элсмир Нунавут биләмәһе составына инә.
Көнсығышында — Гренландиянан Кейн бассейны һәм Кеннеди боғаҙы, ә көньяғынан Девон утрауынан Джонс боғаҙы[1] менән айырыла.
Көнбайышта Аксель-Хейберг һәм утрауҙарын бер-береһенән Амундсен һәм Юрик боғаҙҙары бүлеп тора[2].
Утрауҙың төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 800 км самаһы, ә киңлеге — яҡынса 500 км[3]. Утрауҙың майҙаны 196 236 км² тәшкил итә. Ҙурлығы буйынса Элсмир Канадала өсөнсө[4] һәм донъяла унынсы урынды алып тора[5].
Яр буйы һыҙатының дөйөм оҙонлоғо 10 748 км тәшкил итә[6]. Утрауҙың бөтә яр буйҙарын оҙон фьордтар йырғылаған. Улар утрауҙы бер нисә айырым өлөшкә — ерҙәргә (Гранта, Гриннелла, Свердрупа, Элсмир) бүлә.
Төньяҡта яр һыҙатын шельф боҙлоҡтары[7] — ҡалынлығы 60 метрға тиклем булған ҙур боҙ яландары диңгеҙгә 18 км-ға тиклем инә.
Утрауҙың башҡа өлөштәрендә ярҙар текә, урыны менән 2 км бейеклектәге ҡаялы диуарҙар барлыҡҡа килә[8]. Колумбия мороно Канаданың иң төньяҡ нөктәһе булып тора[9].
Барбо-ПикЭлсмирҙың күпселек өлөшөтауҙар менән ҡапланған. Улар көнбайыштан көнсығышҡа һуҙылған өс үткәүел-артылышты киҫеп үтә.
Тау һырттарының бер өлөшө боҙ эшләпәләре менән ҡапланған, уларҙан диңгеҙгә боҙлоҡтар шыуып төшә[10].
Элсмирҙың төньяҡ өлөшөндә өҫтөнлөк иткән бейеклектәр сифатында Грант Ере тауҙары — 100 мең йыл самаһы йәштәге ултырма тоҡомдарҙан торған осло түбәләр сылбыры үтә һәм ул 900 м тиклем ҡалынлыҡтағы боҙ эшләпә менән ҡапланған. Боҙ һәм ҡар ҡалынлығы аша үткән нунатаки, яланғас түбәләр пейзаждың үҙенә генә хас үҙенсәлеге булып тора. Утрауҙың иң бейек нөктәһе — Барбо түбәһе (диңгеҙ кимәленән 2616 м бейеклектә) — шулай уҡТөньяҡ Американың бөтә көнсығыш өлөшөнөң иң бейек нөктәһе.Рельеф көньяҡҡа табан түбәнәйә һәм Гейзен яҫытаулығын барлыҡҡа килтерә, ундаПоляр түңәрәгенең аръяғында иң ҙуркүл бар. Элсмирҙың үҙәк өлөшөндә таулы Форд бүлкәте 2000 м бейеклеккә етә[11].
Утрауҙың көньяҡ-көнсығыш осо Кембрий алды Канада ҡалҡанының иң төньяҡ өлөшөнән ғибәрәт. Элсмирҙың был өлөшөндә шулай уҡ боҙ ҡалпағы, нунатактар менән ҡапланған тауҙар күп, бейеклеге 2200 метрға тиклем. Көньяҡ һәм көнсығыш ярҙарға тиклем һуҙылған боҙ эшләпәһе бик күп айсбергтар барлыҡҡа килтерә, һуңынан уларБаффин диңгеҙенә ағыла. Фрам ҡултығынан алыҫ түгел көнсығыш яр буйындағы Пим утрауы — был районда боҙ булмаған иң ҙур урын. Утрауҙың көньяҡ өлөшө Канада ҡалҡанынан көнбайыштараҡ палеозой тоҡомдары барлыҡҡа килтергән яҫытаулыҡ, тәрәнүҙәндәр аша үтә. Яҫытаулыҡтың уртаһында тағы бер ҙур боҙ ҡалпағы урынлашҡан, уның көнбайышында һәм көнсығышында тағы ике бәләкәй ҡалпаҡ бар[12].
2005 йылдың13 авгусында Элсмирҙан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан Айлс шельф боҙлоғонан (инглиз телендәAyles Ice Shelf) боҙ ватылыу барышында боҙ киҫәктәре айырыла. УлТөньяҡ Боҙло океанға төшә. Бынан һуң шельф боҙлоғо ғәмәлдә юҡҡа сыға[13]. Ғалимдар тарафынан тикшеренеүҙәр һәм киҫәкте барлыҡҡа килтергән ваҡиғалар хронологияһын тергеҙеү процесы ун алты ай самаһы ваҡытты ала[14]. Айлс, Маркхем, Уорд-Хант и Серсон шельф боҙлоҡтарының байтаҡ өлөштәре 2008 йылдың йәйендә айсбергтар булараҡ кителеп төшә[15].
Утрауҙанефть[3] ятҡылыҡтары табыла, ә 2012 йылда Canada Coal корпорацияһы шулай уҡ Элсмирҙа табылған ҙур таш күмер запасын тикшерә башлай[16].
Утрауҙың климаты поляр арктик. Йылдың күпселек өлөшөндә тирә-яҡ һыуҙар боҙ менән ҡаплана. Утрауҙың күпселек өлөшөндә уртаса йыллыҡ температура −16 °С һәм −16,5 °С араһында тирбәлә. Йәйгеһен уртаса температура яҡынса нулгә етә, ҡышын −28 градустан −30 градусҡа тиклем[17][18]. Боҙ эшләпәләре тирәһендә һауа температураһы түбәнерәк − уртаса йыллыҡ −18,5 градус, йәй көнө −2 градус һәм ҡышфн −30 градустан −35 градусҡа тиклем[19]. Поляр төн һәмкөн оҙайлығы яҡынса биш ай тәшкил итә.
Утрауҙың үҙәк райондарында йылына 50-нән алып 150 мм-ға тиклем яуым-төшөм[20], көнбайыш һәм көнсығыш яр буйында — 100-ҙән 200-гә тиклем[21], боҙ ҡалҡыулығы районында — 300-гә тиклем яуа[22].Ҡар япмаһы бик йоҡа. Һыуыҡ дымдың парға әйләнеүен ҡыйынлаштыра, һөҙөмтәлә утрауҙадымлылыҡ кәмей һәм яуым-төшөм аҙ була.
Арктик сүллектәр һәм тундралар үҫемлектәре үҫә. Утрауҙың байтаҡ өлөшө Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды классификацияһы буйынса Төньяҡ Американың поляр аръяғы тундраһы экотөбәгенә (High Arctic tundra) инә[23].
Йәйгеһен утрауҙың күпселек өлөшө боҙҙан әрселһә лә, былағас үҫемлектәр үҫеше өсөн етерлек түгел, сөнки ҡыҫҡа һәм һалҡын йәйҙә ер бер нисә сантиметрға ғына ирей. Утрауҙаүҫемлектәр өйкөмләп үҫә, елдән һаҡланған урындарҙа яланғас һабаҡлы мәктәр һәм башҡа үлән төрҙәре үҫә.
Иң ҙур йәшел оазисы — Хейзен күле районы. Йәйге айҙарҙа уның ярҙарында күрәндән, түшәлеүсәнталдарҙан,арса һымаҡ ярымҡыуаҡлыҡтарҙан һәм таштишәрҙәрҙән торған ҡуйы балаҫ йәйелә.
Утрауҙағыхайуандар донъяһыүҫемлектәр донъяһына ҡарағанда күп төрлө. Бында полярҡуяндар, һарыҡ-үгеҙҙәр, Пири карибуболандар бар, улар көньяҡҡа күсенмәй,материктағынан бәләкәйерәк һәм төҫө еңелерәк. Канаданың башҡа ҡайһы бер арктик утрауҙарындағы кеүек, Элсмирҙа ла Мелвилл утрауы бүреһе (Canis lupus arctos) — аҡ йәки асыҡ һоро тиреһе һәм бәләкәйерәк ҙурлығы менән айырылып торғанбүре төрө йәшәй.
Утрауҙа йәйге осорҙаҡоштарҙың күп төрҙәре оя ҡора, улар араһындааҡ өкө, поляр сарлаҡ. Ултыраҡ ҡоштарҙанаҡбаш турғай һәм тундраағунаһы осрай.
Үҫемлектәр япмаһының ҡытлығы һәм климаты ҡырыҫ булыу сәбәпле, бында йәшәгән төрҙәргә тереклек итеү мәсьәләһе бик киҫкен тора. Утрауҙың нәҙек тәбиғәтен һаҡлау маҡсатында уның бер өлөшө, шул иҫәптән Хазен күле,1988 йылда милли парк тип иғлан ителә.
Эоцен дәүерендә утрау ҡуйы киң япраҡлы урмандар менән ҡапланған һәм Ер тарихында бындай типтағы иң юғары киңлектәге урмандарҙың береһе булған. Утрауҙа52—53 миллион йыл элек йәшәгәнхайуандар һәмүҫемлектәрҙең ҡаҙылма ҡалдыҡтары табылған.Арктикала пребиорнистар затына ҡараған иң боронғо ҡоштарҙың ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары табылған.
Утрау хәҙер 50 миллион йыл элеккегә ҡарағанда бер нисә градусҡа ғына төньяҡтараҡ урынлашҡан. Ул осорҙаклимат иһә сағыштырмаса йомшағыраҡ булған һәм утрауҙа аллигаторҙарға ла, гөбөргәйелдәргә лә йәшәргә мөмкинлек биргән. Климаты уртаса типта була, йәйге уртаса температура Цельсий буйынса яҡынса 20 градус тәшкил итә, ҡышын хатта поляр төндә лә, бындай киңлектәрҙә 3 айҙан 4 айға тиклем дауам итә, температура 0 градустан түбән төшмәй. Утрауҙа йылы эоцен өсөн дә уникаль биоценоз барлыҡҡа килә. Хайуандар, ҡоштар һәм үҫемлектәр сирек йыл дауам иткән тулы ҡараңғылыҡ осоронда йәшәүгә яраҡлашҡан. Корифодондар көньяҡҡа күсеп йөрөмәгәндәр, әммә йыл әйләнәһенә йәшәгәндәр, был, уларҙың ҙурлығын иҫәпкә алып, көньяҡ хайуандарының төньяҡ шарттарға яраҡлаша алыуы тураһында етди фекерҙәр тыуҙыра[24].
Поляр төн ҡыйынлыҡ тыуҙырған, әммә ҡаҙыныуҙарҙан күренеүенсә, йылы климат шарттарында хайуандар һәм үҫемлектәр был мәсьәләне уңышлы хәл иткән. Корифодонтар — гиппопотамдарға оҡшаш, бейеклеге 1 метрға тиклем һәм оҙонлоғо 2,5 метрға тиклем булған эреһөтимәрҙәр. Күрәһең, улар утрауҙан көньяҡҡа күсмәгән, ә даими йәшәгән. Поляр төндә улар ҡойолғаняпраҡтар менән туҡлана, һуңынанбәшмәктәргә һәм ылыҫлы тоҡомдарға күсә, ә йәйге һәм ҡышҡы аҙыҡ өсөн унификацияланғаняңаҡ уларға теләһә ниндәй туҡланыу төрөнә лә яраҡлашырға мөмкинлек бирә. Ул осорҙағы арктик киң япраҡлы урмандар һөҙөмтәлелеге буйынсаАмериканың Көньяҡ-Көнсығышындағы урмандарҙан ҡалышмай.
Эоценда 52—53 миллион йыл элек утрауҙа йыландар, аллигаторҙар, туғыҙ төркөм ташбаҡа ғаиләһе, 25 һөтимәрҙәр төрө, ҡоштар йәшәгән.
Гасторнистар — 1,75 метр бейеклектәге һәм ауырлығы 100 килограмға тиклем булған бик ҙур ҡоштар.
Пресбиорнистар —ҡаҙ һымаҡтар отрядының юҡҡа сыҡҡан ҡоштар нәҫеле. ХәҙергеАмерика Ҡушма Штаттары һәмМонголия биләмәһендә йәшәгән палеоцендан — эоцендан (66,0—33,9 миллион йыл элек) 4 төрҙө үҙ эсенә ала.
Allognathosuchus — 1,5 метрға тиклем оҙонлоҡтағы юҡҡа сыҡҡан аллигатор төрө.
Трионикстар (Trionyx) — өс тырнаҡлы йомшаҡ панциярмалы гөбөргәйелдәр.
Беноидеилар (Baenidae) — Paracryptodira кладының юҡҡа сыҡҡан йәшерен муйынлы гөбөргәйелдәр ғаиләһе.
Lambdotherium popoagicum — ваҡ ҡына мөгөҙһөҙ бронтотериялар булған. Баш һөйәге оҙонса, бит өлөшө мейе өлөшөнә ҡарағанда оҙонораҡ (был йәһәттән башҡа бронтотериялыларҙан айырыла).
Палеотериялылар —имеҙеүселәрҙеңюҡҡа сыҡҡан ғаиләһе. Парһыҙ тояҡлылар(Perissodactyla) отрядына ҡарағанлыҡтан, улараттар ғаиләһенең яҡын туғандары булып һаналған. Палеотерийҙарҙың күбеһе ваҡ булған. Уларҙың иң тәүге вәкилдәре иңбашында ни бары 20 см бейеклеккә етә, ә һуңғы палеотерийҙарҙы ҙурлығы буйынсасусҡа йәки пони менән сағыштырып булған.
Плагиолофус — 150 кг тиклем ауырлыҡтағы үлән ашаусыларҙың юҡҡа сыҡҡан төрө.[25]
Утрауҙың көнбайышында (78° 33′N 82° 22′W) палеонтологик табылдыҡтарҙың урыны Beaver Pond бар. Табылдыҡтар — плиоцен дәүерендәге бореаль урман (тайга) биоценозынан ҡалған яҡынса 3,5 —3,75 млн йәшлек организмдарҙың ташҡа әүерелгән ҡаҙылмалары; һөтимәрҙәрҙән —айыу (Protarctos abstrusus),ҡуян (Hypolagus),ҡондоҙ (Dipoides),эт һымаҡтар (Eucyon),дөйәләр (Paracamelus). ШуларҙыңProtarctos abstrusus,Eucyon һәмParacamelusАзиянан килгән. Ул дәүерҙәТөньяҡ Американың поляр аръяғында уртаса йыллыҡ температура хәҙергегә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ була.
Плиоцен тайгаһында ағастарҙың өҫтөнлөклө төрөBeaver Pond —Гренландияның ҡаҙылмаҡарағасы. Башҡа ағас тоҡомдарынан —ерек,ҡайын,шыршы,ҡарағай һәм туя. Яуым-төшөм күләме ярайһы уҡ күп булған һәм йылына 550 миллиметрға баһалана. Фауна шул уҡ дәүерҙеңКөнсығыш Азия фаунаһына оҡшаш була. Үрҙә күрһәтелгәндәрҙән тыш,Beaver Pond-та ташҡа әүерелгән йәнлектәр ҙә табылған, улар араһында ер тишкес (Arctisorex polaris), ҙур росомаха (Plesiogulo),һыуһар (Martes),йәтсә (Mustela), ҡуян (Arctomeles sotnikovae), боронғо ат (Plesiohipparion),боланға оҡшаштар (Cervoidea).
- [ Элсмир (утрау)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә