Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Ырымбур

51°46′ с. ш. 55°06′ в. д.HGЯO
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ:Ырымбур (мәғәнәләр).
Ҡала, Рәсәй Федерацияһы субъекты үҙәге
Ырымбур
Оренбург
Флаг[d]Герб
ФлагГерб
Ил

Рәсәй Рәсәй

Регион

Ырымбур өлкәһе

Координаталар

51°46′ с. ш. 55°06′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Панчин Сергей Сергеевич[d][1] һәм Салмин, Сергей Александрович[d][2]

Агломерация

1130000

Этнохороним

ырымбурлы, ырымбурлылар

Телефон коды3532
Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

admin.orenburg.ru

Ырымбур (Рәсәй)
Ырымбур
Ырымбур
Ырымбур (Ырымбур өлкәһе)
Ырымбур

Ырымбур (рус. Оренбу́рг) —Рәсәйҙәге ҡала.Көньяҡ Уралда,Һаҡмар менәнЯйыҡ ҡушылған ерҙә урынлашҡан.

1744—1919 йылдарҙаЫрымбур губернаһы үҙәге, 1920—1925 йылдарҙаҠаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы, 1934 йылданЫрымбур өлкәһенең һәм бер үк ваҡыттаЫрымбур районының үҙәге (составына инмәй).

Тарихы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

1735 йылдаЫрымбур экспедицияһы нигеҙендәУр йылғаһының тамағында Ырымбур тигән ҡәлғә ҡорола башлай. Әммә был урын ҡала өсөн яраҡһыҙ тип табыла. ҠаланыЯйыҡ буйындағы Ҡыҙылтау янына күсереп ҡарайҙар. Был урын да ҡала өсөн уңышһыҙ булып сыға.

1742 йылда тәүге урынынан 300 км алыҫлыҡта,Яйыҡ йылғаһы буйында, хәҙерге Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалына.Ыр тамағындағы Ырымбур ҡәлғәһенең исеме бында күсеп килә. Урындағы ҡалған ҡәлғәнеОрск тип атайҙар.

Шулай итеп, Ырымбур атамаһыЫр йылғаһының исеменән һәм немецсә «бург» (ҡала) һүҙенән алынған.

Губерна үҙәге (1744—1919)

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • [3]
  • [4]
  • Еникуцуев йорто[5]
    Еникуцуев йорто[5]
  • Сауза йорто. 1883 йыл[6]
    Сауза йорто. 1883 йыл[6]
  • Рычков Пётр Иванович йорто
  • Мякиньков йорто.[7]
    Мякиньков йорто.[7]
  • 19 быуат йорто.[8]
    19 быуат йорто.[8]
  • Гостиный двор.[9]
    Гостиный двор.[9]
  • Банк 20-сы быуат башы
    Банк 20-сы быуат башы
  • Еңеү проспектта Һыу менән тьәминь итеү башняһы, ХХ быуат архитектура һәйкәле
    Еңеү проспектта Һыу менән тьәминь итеү башняһы, ХХ быуат архитектура һәйкәле
  • Неплюев кадет корпусы йорто.
  • Башҡорт-мишәр ғәскәре идаралығы йорто Каруанһарай. 1836—1842 йй. төҙөлә.
    Башҡорт-мишәр ғәскәре идаралығы йортоКаруанһарай. 1836—1842 йй. төҙөлә.
  • Василий Юров тирмәне, 1903 йыл.
  • Локомотив деполаһы Һыу менән тьәминь итеү башняһы, ХХ быуат архитектура һәйкәле
    Локомотив деполаһы Һыу менән тьәминь итеү башняһы, ХХ быуат архитектура һәйкәле
  • 1899 йылда ҡалала беренсе ток биргэн электр станцияһы[10].
    1899 йылда ҡалала беренсе ток биргэн электр станцияһы[10].
  • Страховщиктар йорто. 1914 йыл.[11]
    Страховщиктар йорто. 1914 йыл.[11]
  • Ир гимназияһы йорто. 1868-1869 ййылдар.[12]
    Ир гимназияһы йорто. 1868-1869 ййылдар.[12]
  • Цейхаус йорто. Дала ғәскәре идаралығы йорто. 1855 йыл.[13]
    Цейхаус йорто. Дала ғәскәре идаралығы йорто. 1855 йыл.[13]
  • Инженер идаралығы йорто - ХХ быуат архитектура һәйкәле.[14]
    Инженер идаралығы йорто - ХХ быуат архитектура һәйкәле.[14]
  • Дала ғәскәре атлыҡсалар. 1836-1841 йылдар.[15]
    Дала ғәскәре атлыҡсалар. 1836-1841 йылдар.[15]
  • Дворяндар йорто. 1836-1841 йылдар. Архитектор - А. Брюллов.[16]
    Дворяндар йорто. 1836-1841 йылдар. Архитектор - А. Брюллов.[16]
  • Савинова йорто. 1890-1905 йылдар.[17]
    Савинова йорто. 1890-1905 йылдар.[17]
  • 19 быуат архитектура һәйкәле.[18]
    19 быуат архитектура һәйкәле.[18]
  • Бристоль -1901 йыл.[19]
    Бристоль -1901 йыл.[19]
  • 19 быуат архитектура һәйкәле.
    19 быуат архитектура һәйкәле.
  • Гаупвахта. 1856 йыл
    Гаупвахта. 1856 йыл
  • Василий Юров тирмәне, 1903 йыл.
  • Савельев йорто. 1850-сы йылдар.[20]
    Савельев йорто. 1850-сы йылдар.[20]
  • Генштаб йорто. 1836-1841 йылдар. Архитектор - А. Брюллов.
    Генштаб йорто. 1836-1841 йылдар. Архитектор - А. Брюллов.
  • Генштаб йорто. 1836-1841 йылдар. Эске як.
    Генштаб йорто. 1836-1841 йылдар. Эске як.
  • Епархия йорто. 1889 йыл.
    Епархия йорто. 1889 йыл.
  • Кадет корпусы йорто. 1871-1874 йылдар. 1955-1957 йй. йортта Гагарин Юрий Алексеевич укыны.
    Кадет корпусы йорто. 1871-1874 йылдар. 1955-1957 йй. йорттаГагарин Юрий Алексеевич укыны.
  • Хөсәйениә йорто. 1892 йыл.[21]
    Хөсәйениә йорто. 1892 йыл.[21]
  • Зарывнова йорто. 1892 йыл.[22]
    Зарывнова йорто. 1892 йыл.[22]
  • Мезонин йорто. 1892 йыл.[23]
    Мезонин йорто. 1892 йыл.[23]
  • Йорт. 1850-сы йылдар.[24]
    Йорт. 1850-сы йылдар.[24]
  • Йорт. 1882 йыл.[25]
    Йорт. 1882 йыл.[25]
  • Гранд-отель.[26]
    Гранд-отель.[26]
  • Чистозвонов йорто[27]
    Чистозвонов йорто[27]
  • Войцехович йорто.[28]
    Войцехович йорто.[28]
  • Мальнев йорто.[29]
    Мальнев йорто.[29]

1744—1919 йылдарҙаЫрымбур губернаһы үҙәге. 1919 йылға тиклем Ырымбур Рәсәйҙең көнсығыштағы иң эре ҡалаһы.

1842 йылда ҡалалабашҡорт-мишәр ғәскәрҙәре идаралығы йортоКаруанһарай төҙөлә.

1877 йылда Ырымбурға тиклем тимер юлы һалына,Ырымбур тимер юл вокзалы асыла.

1899 йылда ҡалала беренсе электр станцияһы ток бирә[10].

1890—1906 йылдарҙаУрта Азия тимер юлы төҙөлә.

1891—1920 йылдарҙа ҡалалаХөсәйениә мәҙрәсәһе эшләгән. УндаСәғит Агиш,Ғабдулла Амантай,Авзал Таһиров һәм башҡа күренекле кешеләр уҡыған.

1906 йылда Ырымбур-Ташкент тимер юлы сафҡа индерелә.

1905 йылдаУрта Азия тимер юлы оҫтаханаһы заводы (хәҙерге «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ Локомотив ремонтлау заводы) төҙөлә.

1905 йылда Татар театры асыла.

Ырымбурҙа башҡорт ҡоролтайҙары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында IБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.

1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында IIIБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайыБашҡорт өлкә (үҙәк) шураһын (советын) төҙөү һәм«Башҡорт» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә[30]. IIIБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындаБашҡорт хөкүмәте төҙөлә.

1919 йылда ҡалалаБашҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөү тураһында Декретҡа ҡул ҡуйыла.КаруанһарайБашҡорт АССР-ның беренсе Хөкүмәте урынлашҡан йорт.

1920 йылда ҡалалаҠырғыҙ АССР-ы төҙөү тураһында Декретҡа ҡул ҡуйыла.

1920—1925 йылдарҙаҠаҙағстандың беренсе баш ҡалаһы була.1921—1936 йылдарҙа ҡалалаЫрымбур башҡорт педагогия техникумы булдырыла. УныЗәйнәб Биишева,Баязит Бикбай һәм башҡа күренекле кешеләр тамамлаған.

1920 йылдарҙа Ҡыҙылдар ғәскәрендәгетатарҙарға һәмбашҡорттарға һәйкәл ҡуйыла.

Урта Волга крайы составында (1929-1934)

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

1929-1934 Ырымбур ҡалаһыУрта Волга крайы составында була.

Чкалов (1938-1957)

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин һәйкәле
    Ленин һәйкәле
  • Ырымбурҙа Чкаловҡа һәйкәл, 1953 йылда куйылган
    Ырымбурҙа Чкаловҡа һәйкәл, 1953 йылда куйылган
  • Ҡыҙыл татарҙарға һәм башҡорттарға һәйкәл
    Ҡыҙылтатарҙарға һәмбашҡорттарға һәйкәл
  • Советтар йорто.1930-сы йылдар [31].
    Советтар йорто.1930-сы йылдар[31].
  • Драма тетары йорто.1940-сы йылдар
    Драма тетары йорто.1940-сы йылдар
  • 1967 йылда асылды[32].
    1967 йылда асылды[32].

1938—1957 йылдарҙа ҡала совет осоусыһыВалерий Чкалов исемен йөрөткән. ЛәкинВалерий Чкалов Ырымбур өлкәһендә тыумаған һәм бер тапҡыр ҙа Ырымбур яҡтарында булмаған.

1939 йылда Ырымбур мамыҡ шәлдәре фабрикаһы асыла[33], Ырымбур — шәлдәр һәм яулыҡтар етештереүсе.

1941 йылда ЫрымбурғаЛенинградтан 47-се Авиаремонт заводы эвакуацияллана. Ошо завод нигеҙендә Ырымбур машиналар төҙөү заводы асыла (хәҙерге «Стрела» производство берекмәһе). Һуғыш ваҡытында завод 1595 самолёт сығара (Ут-2, Ут-2М, Як-6 (конструктор А. С. Яковлев), Ще-2). Һуғыштан һуң заводта Ми-1 вертолёттар; А-2 (КБ Антонова), Це-25 (конструктор П. В. Цибин), Як-14 (КБ А. С. Яковлева) планерҙар; По-2 (КБ Н. Н. Поликарпова) самолёттар; Ил-10М (КБ С. В. Ильюшина) штурмовик-бомбардировщиктар сығарыла. 1950—1980 йылдарҙа заводта 8К11, 8К63, 8К84 баллистик ракеталарын сығаралар. 1990-сы йылдарҙан Ка-226 вертолёты сығарыла[34].[35].

Ырымбур

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

1966 йылдың ноябрендә 13-сө скважина газ бирә. Ошо көн Ырымбур нефть-газконденсатлы ятҡылығын асыу көнө[36] тип иҫәпләнә.

1969 ҡалала Һаҡмар ТЭЦ-ы төҙөлә (хәҙергеРәсәй селтәренең «Оренбурэнерго» ЯСЙ нигеҙ ойошмаһы).

1974 йылда Ырымбур-Зәй (Татарстан) газ торба үткәргесе сафҡа индерелә.

1974 йылда Ырымбур газ эшкәртеү заводының беренсе өлөшө сафҡа индерелә. 1974 йылда Ырымбур газ эшкәртеү заводының икенсе, 1978 йылда өсөнсө өлөштәре сафҡа индерелә.

1978 йылда уникаль Ырымбур гелий комплексы сафҡа индерелә.

1979—1982 йылдарҙа «Инвертор» заводы төҙөлә. Ул атом станциялары өсөн электр, быралау һәм нефть эшкәртеү йыһаздары етештереүсе була[37].

Административ ҡоролошо

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала өс баҫҡыслы ҡоролоштан тора. Ырымбур Төньяҡ һәм Көньяҡ округтарына бүленә[38]:Үҙ сиратында Төньяҡ округ Сәнәғәт һәм Дзержинск райондарына, ә Көньяҡ — Ленин һәм Үҙәк райондарына бүленә.Төньяҡ округ составына 5 ауыл пункты ла инә: Ҡарғалы, Самородово, Краснохолм, Пруды, Поповка, 2012 йылдың 1 ғинуарына унда — 15.6 мең кеше йәшәй.Көньяҡ округҡа Городище ауылы, Бердянка һәм Аҫҡы Һаҡмар ҡасабалары инә.

Ырымбурҙың райондары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Беловка, Кузнечный, Пугачи, Овчинный городок, Аренда, Красный городок, Северный, Восточный, Форштадт, Ҡарғалы, Новостройка, Хлебный городок, Ситцевый посёлок (Ситцовка), Пороховые, Бәрҙе, Новая слободка, Степной, Маяк

Юғары уҡыу йорттары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәнғәт һәм мәҙәниәт

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • М. Горький исемендәге драма театры (1997 йылдан баш режиссёрИсрафилов Рифҡәт Вәкил улы)
  • Дәүләт өлкә музыкаль комедия театры
  • Ҡурсаҡ театры
  • «Пьеро» муниципаль ҡурсаҡ театры
  • Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Татар дәүләт драма театры (1905 йылда асылған)
  • Урыҫ халыҡ академия хоры

2007 йылдың 30 июлендә Ырымбурҙың Милли ауылында башҡорт йорт-музейы асылған.[48]

География

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур –Башҡортостандын баш ҡалаһыӨфөгә иӊ яҡын сиктәш төбәктәр үҙәге.

Климаты

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбурҙың климаты  уртаса континенталдән ҡырҡа континенталгә күсеүсән[49]. Йәй эҫе һәм ҡоро: йылына биш ай уртаса көнлөк температура +15 °C тора; ҡыш артыҡ һыуыҡ түгел, максималь ҡар ҡатламы февралдә (23 см). Аяҙ, болотло һәм яуым-төшөмлө көндәр йылына ярашлы рәүештә - 157, 176 һәм 32. Температура көндөң ваҡытына һәм ел йүнәлешенә ҡарап үҙгәреүсән. Йәйгеһен температура +40 °C-ҡа етеүе мөмкин, +5 °C-ҡа тиклем төшкән сағы ла була. Көҙ иртә, яҡынса сентябрҙең икенсе яртыһында килә, ҡыш ноябрҙә башлана. Яҙ март аҙағында башланыусан, мәгәр һауа торошо тотороҡло түгел, хатта май аҙағында һыуыҡ булғылай. Ҡыш һауа торошо еңелсә һалҡындан ҡаты һыуыҡҡа тиклем үҙгәреүсән, ҡайһы саҡ епшетеп ала йәки −40 °C-ҡа еткән ҡаты һыуыҡтар була.

Ырымбурҙың йыллыҡ уртаса климат күрһәткестәре:

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C4,75,818,931,336,539,841,640,938,027,019,28,1
Уртаса максимум, °C−8−7,2−0,812,822,127,529,027,420,911,20,3−5,9
Уртаса температура, °C−11,8−11,5−5,26,915,220,622,320,314,05,9−3,2−9,55,3
Уртаса минимум, °C−15,7−9,31,78,513,815,613,67,91,6−6,1−13,1
Абсолют минимум, °C−40,1−36,8−26−5,7−0,74,9−0,9−5,3−19,8−35,7−39,2
Яуым-төшөм нормаһы,мм2225283036412926343331364
Сығанаҡ:Погода и климат

Халыҡ үҙгәреүе

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Халыҡ иҫәбе
1811[50]1840[50]1856[50]1863[50]1897[51]1914[50]1923[50]
540014 60013 70027 60072 000100 100105 900
1926[51]1931[50]1939[51]1956[52]1959[53]1962[50]1967[50]
123 000129 500172 000226 000267 317288 000326 000
1970[54]1973[50]19741975[55]1976[50]1979[56]1982[50]
344 266386 000400 000425 000425 000458 747494 000
1985[57]1986[50]1989[58]1990[59]1991[57]1992[57]1993[57]
523 000527 000546 501522 000525 000525 000524 000
1994[57]1995[57]1996[57]1997[57]1998[57]1999[57]2000[57]
526 000530 000530 000528 000527 000524 000521 000
2001[57]2002[60]2003[61]2004[61]2005[62]2006[62]2007[62]
516 600549 361548 100542 700540 500533 900529 598
2008[62]2009[63]2010[64]2011[62]2012[65]2013[66]2014[67]
526 430524 413548 331547 427554 723556 127560 046
2015[68]2016[69]
561 279562 569

Милли составы.2010 иҫәп алыу буйынса Ырымбурҙың милли составы[70]

ХалыҡҺан, кешемилләтте әйткән кешеләрҙән %
урыҫтар444 47083,45 %
татарҙар41 4517,78 %
ҡаҙаҡтар10 7962,03 %
украиндар10 5021,97 %
башҡорттар5 8901,10 %
әрмәндәр3 3780,63 %
мордвалар2 7500,52 %
башҡа милләттәр13 4092,52 %
Милләттен әйткән дөйөм халыҡ532 646100,0 %
Ырымбурҙа йәшәүсе дөйөм халыҡ548 331
Ырымбур ҡала округында йәшәгән дөйөм халыҡ563 900

Транспорты

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур — эре транспорт төйөнө.ҠалалаҺамарға,Орскийға,Уральскийға, Аҡтүбәгә,Өфөгә барған юлдар киҫешә. Ҡала аша федераль юлҠазан (ҡала) — Ырымбур —Аҡбулак — «Ҡаҙағстан сиге» үтә.

Поездар Мәскәүгә, Екатеринбургҡа, Өфөгә, Һамарға, Силәбгә, Киевҡа, Адлерға, Ташкентҡа, Астанаға, Бишкәккә йөрөй. Ҡала яны электропоездарыНовосергиевка,Аҡбулаҡ,Ҡыуандыҡ,Һарыҡташ,Һаҡмарға йөрөй.

Ҡалала ике аэродром: хәрби (Ырымбур-2, Төнъяк) һәмГагарин исемендәге аэропорт. Аэропортта «Ырымбур авилинялары» (OrenAir) теркәлгән.

Ырымбур тимер юл вокзалы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур станцияһы — Көньяҡ-Урал тимер юлының Ырымбур бүлексәһе станцияһы. Адресы: 460006, Ырымбур, Привокзальная площадь, 1.Ырымбурға тиклем тимер юлы 1877 йылда һалына.Лев Николаевич Толстой Ырымбур станцияһының беренсе пассажиры тип һанала.

Рейстар
МаршрутМаршрут
5ТашкентМәскәү, Ҡазан вокзалы6Мәскәү, Ҡазан вокзалыТашкент
17БишкекМәскәү, Ҡазан вокзалы18Мәскәү, Ҡазан вокзалыБишкек
27БишкекМәскәү, Ҡазан вокзалы28Мәскәү, Ҡазан вокзалыБишкек
31 "Оренбуржье"Ырымбур —Мәскәү, Ҡазан вокзалы32 "Оренбуржье"Мәскәү, Ҡазан вокзалы — Ырымбур
107АстанаКиев108КиевАстана
113СиләбеКисловодск114КисловодскСиләбе
121Екатеринбург — Ырымбур122Ырымбур —Екатеринбург
131ОрскМәскәү, Ҡазан вокзалы132Мәскәү, Ҡазан вокзалыОрск
241*ИркутскАдлер242*АдлерИркутск
249*НовокузнецкАдлер250*АдлерНовокузнецк
251*БарнаулАдлер252*АдлерБарнаул
269*БлаговещенскАдлер270*АдлерБлаговещенск
273*СеверобайкальскАдлер274*АдлерСеверобайкальск
343СиләбеАдлер344АдлерСиләбе
365/366СиләбеТашкент365/366ТашкентСиләбе
381/382Өфө (станция)Ташкент381/382ТашкентӨфө (станция)
483*АстанаАдлер484*АдлерАстана
519*ОрскАнапа520*АнапаОрск
545*ОрскАдлер546*АдлерОрск
629Ырымбур —Самара630Самара — Ырымбур

Ырымбурҙың мәсеттәре

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Шулай уҡ ҡарағыҙ:Ырымбур тарихи мәсеттәре
  1. Меновнин мәсете — 1930 йылда ябыла, Меновой двор комплексы менән бергә һүтелгән
  2. 1-се йәмиғ мәсете — 1930 йылда ябыла, йортта кешеләр йәшәй
  3. Каруанһарай (2-се йәмиғ мәсете)
  4. Ырымбур Үҙәк мәсете (3-сө йәмиғ мәсете)
  5. 4-се йәмиғ мәсете—1930 йылда ябыла., йорт хәрби госпиталь биләмәһендә урынлаша
  6. Сөләймәниә мәсете (5-се йәмиғ мәсете)
  7. Хөсәйениә мәсете (6-сы йәмиғ мәсете)
  8. Рамаҙан мәсете (Ырымбур) (7-се йәмиғ мәсете)
Ырымбур мамыҡ шәлеРәсәй Почтаһы маркаһы, 2013 йыл,  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1715)

Сәнәғәт

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала газ эшкәртеү, машиналар төҙөү сәнәғәте әһәмиәтле:

  1. Полимер торбалар заводы
  2. Интер РАО ЕЭСтын федераль селттәр компанияһы филиалы
  3. Башнефтьтең «Оренбургнефтепродукт» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте АЗСтар һәм базалар
  4. «Гидропресс»Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте
  5. «Нефтемаслозавод»Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте
  6. «Оренбург Водоканал» Яуаплығы Сикләнғән Йәмғиәте («Росводоканал» холдингы составында)

Ырымбур менән бәйле шәхестәр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Галерея

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • М. Горький исемендәге драма театры
    М. Горький исемендәге драма театры
  • Ырымбурҙын собор мәсете
    Ырымбурҙын собор мәсете
  • Рамазан мәсете
    Рамазан мәсете
  • Яйыҡ аша күпер

Шулай уҡ карағыҙ

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. http://orenburg.ru/power/top/
  2. https://orenburg.ru/about/structure/1228/worker/3250/
  3. [1] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  4. [http://kulturnoe-nasledie.ru/monuments.php?id=5600305000 2016 йыл 4 февральархивланған.]
  5. [2] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  6. [3] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  7. [4] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  8. [5] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  9. [6] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  10. 10,010,1[7]
  11. [8] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  12. [9] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  13. [10] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  14. [11] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  15. [12] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  16. [13] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  17. [14] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  18. [15] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  19. [16] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  20. [17] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  21. [18] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  22. [19] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  23. [20] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  24. [21] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  25. [22] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  26. [23] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  27. [24] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  28. [25] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  29. [26] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  30. Башҡортостан энциклопедияһында Башҡорт шураһы(недоступная ссылка)
  31. [27] 2016 йыл 4 февральархивланған.
  32. [28](недоступная ссылка)
  33. [29]
  34. сайты 2015 йыл 5 ғинуарархивланған.
  35. [30] 2016 йыл 22 июньархивланған.
  36. Газпром етештереү Ырмыбур ЯСЙ сайты
  37. [31] 2015 йыл 7 февральархивланған.
  38. Административные округа с официального сайта г. Оренбурга 2011 йыл 1 ғинуарархивланған.
  39. Посёлок Бёрды 2014 йыл 1 июльархивланған.
  40. О Бердах
  41. Оренбург: от Парижа до Китая  (урыҫ). Sometrouble.livejournal.com. Архивировано 12 июль 2013 года.
  42. Елена Кузнецова, Сергей Пронь. Гибель детей в Шанхае — явление почти нормальное  (урыҫ). Оrenburg.rfn.ru. Архивировано 12 июль 2013 года. 2016 йыл 6 мартархивланған.
  43. Гостиный двор журналы 2014 йыл 26 августархивланған.
  44. Беловка
  45. http://www.rutraveller.ru/place/14623 Беловканың архитектура ансамбле XVIII—IXX быуаттарҙа төҙөлгән йорттарҙан тора
  46. Микрорайону Ростоши 20 лет  (урыҫ). Орен.ру. Дата обращения: 26 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года.
  47. В Оренбурге открыт комплекс зданий и сооружений Аппарата Пограничного управления ФСБ России по Оренбургской области  (урыҫ). Официальный портал Правительства Оренбургской области. Дата обращения: 26 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года. 2015 йыл 24 июньархивланған.
  48. Ырымбурҙың Милли ауылында йорт-музей тураһында 2018 йыл 28 апрельархивланған.
  49. Администрация г. Оренбурга 5. Географическое положение. Климат  (билдәһеҙ). Дата обращения: 29 октябрь 2009. Архивировано изоригинала 1 февраль 2010 года. 2010 йыл 1 февральархивланған.
  50. 50,0050,0150,0250,0350,0450,0550,0650,0750,0850,0950,1050,1150,12Народная энциклопедия «Мой город». Оренбург  (билдәһеҙ). Дата обращения: 21 октябрь 2013. Архивировано 21 октябрь 2013 года.
  51. 51,051,151,2Города с численностью населения 100 тысяч и более человек  (билдәһеҙ). Дата обращения: 17 август 2013. Архивировано 17 август 2013 года.
  52. Народное хозяйство СССР в 1956 г. (Статистический сборник). Государственное статистическое издательство. Москва. 1956  (билдәһеҙ). Дата обращения: 26 октябрь 2013. Архивировано 26 октябрь 2013 года.
  53. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу  (урыҫ). Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  54. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (урыҫ) Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  55. Российский статистический ежегодник, 1998 год
  56. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (урыҫ) Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  57. 57,0057,0157,0257,0357,0457,0557,0657,0757,0857,0957,1057,11Российский статистический ежегодник. Госкомстат, Москва, 2001  (билдәһеҙ). Дата обращения: 12 май 2015. Архивировано 12 май 2015 года.
  58. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения  (билдәһеҙ). Архивировано 22 август 2011 года.
  59. Российский статистический ежегодник.2002 : Стат.сб. / Госкомстат России. – М. : Госкомстат России, 2002. – 690 с. – На рус. яз. – ISBN 5-89476-123-9 : 539.00.
  60. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более  (билдәһеҙ). Архивировано 3 февраль 2012 года.
  61. 61,061,1Города и районы Оренбургской области. Оренбург. Типография Оренбургстата. 2004. - 283 с.  (билдәһеҙ) Дата обращения: 3 май 2015. Архивировано 3 май 2015 года.
  62. 62,062,162,262,362,4База данных "регионы Приволжского округа". Численность постоянного населения
  63. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года  (билдәһеҙ). Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  64. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области  (билдәһеҙ). Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  65. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года  (билдәһеҙ). Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  66. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов)  (билдәһеҙ). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  67. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года  (билдәһеҙ). Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  68. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года  (билдәһеҙ). Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  69. Численность населения муниципальных образований Оренбургской области на 1 января 2016 года  (билдәһеҙ). Дата обращения: 4 апрель 2016. Архивировано 4 апрель 2016 года.
  70. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йыл 27 сентябрьархивланған.

Һылтанмалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
⚙️ 
Башҡорттар һаны буйынса Рәсәй тораҡ пункттары
>100 мең кеше
>50 мең кеше
>25 мең кеше
>10 мең кеше
>5 мең кеше
Төркөм эсендә тораҡ пункты урыны башҡорттар күләмә буйынса бирелде. Мәҫәлән: Баймаҡтабашҡорттар 71,6% (беренсе), Учалыла – 53%(икенсе), Ишембайҙа -29,7%.
⚙️ 
Рәсәйҙең иң ҙур 50 ҡалаһы
1 000 000 күберәк:
500 000—1 000 000:
500 000 кәмерәк:
⚙️ 
Округтар
Райондар
Микрорайондар һәм тарихи райондар
Йылғалар
«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Ырымбур&oldid=1282839» битенән алынған
Категориялар:
Йәшерелгән категориялар:

[8]ページ先頭

©2009-2025 Movatter.jp