1683 йылдың 13 декабрендә урыҫтарҙы күҙәтеү өсөн Айгунь ҡалаһына нигеҙ һалына, ул хэйлунцзяньцзянцзюненең резиденцияһы була. Албазинды алғандан һуң ҡала Амур йылғаһы ағымынан бер ни тиклем түбәнерәк яңы урынға күсерелә. 1690 йылдацзянцзюнь резиденцияһы Маньчжуриянан эскә табан Мэргэнгә күсерелә, Ә Айгуньфудутун резиденцияһы була.1709 йылда Айгунгә өс миисионер-иезуит килә, улар яҡшы нығытылған ҡаланың тасуирламаһын ҡалдыра.1858 йылда бында Амур буйынса рәсәй-ҡытай сиктәренең үтеүен билдәләү буйынса Айгунь килешеүенә ҡул ҡуйыла.
1900 йылда ихэтуандәр ихтилалы ваҡытында бынан Рәсәй ҡалаһы Благовещенғаға ут асыла, һәм ҡаланы ваҡытлыса рус ғәскәрҙәре баҫып ала.
1911 йылдағы Синьхай революцияһынан һуңфудутунлыҡ структураһы тулыһынса юҡ ителә (Хэйлунцзян провинцияһы1906 йылда формаль рәүештә граждандар идаралығы системаһына күсһә лә, урындарҙа үҙгәртеп ҡороу процесы һуҙыла), һәм был территорияларҙа өйәҙҙәр ойошторола.
1980 йылдың15 ноябрендәҠХР Дәүләт советы ҡарары менән Аухуэй өйәҙе биләмәһенең өлөшөнән Хэйхэ ҡалаһы ойошторола.1983 йылдың 28 апрелендә Айхуэй өйәҙе бөтөрөлә, ә уның территорияһы Хэйхэ ҡалаһы составына индерелә. ҠХР Дәүләт советының1993 йылдың 9 февралендәге ҡарары менән Хэйхэ ҡала округы барлыҡҡа килә, ә элекке Хэйхе ҡалаһы уның составында Айхуэй районы булып китә.
2004 йылдан Рәсәй граждандарына бында барлыҡҡа килгән рәсәй-ҡытай ирекле сауҙа зонаһына визаһыҙ үтеп инеү рөхсәт ителә.
- Йыллыҡ уртасатемпература — +1,6 °C
- Йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 67 %.
- Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 2,0 м/c
| Ҡала климаты |
|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
|---|
| Абсолют максимум, °C | 0,2 | 7,0 | 20,3 | 27,9 | 34,7 | 39,4 | 37,7 | 36,9 | 33,5 | 28,0 | 13,4 | 3,6 | 39,4 |
|---|
| Уртаса максимум, °C | −15,6 | −9,5 | −0,5 | 11,0 | 19,5 | 25,5 | 27,3 | 25,1 | 18,9 | 9,1 | −4,9 | −14,7 | 7,6 |
|---|
| Уртаса температура, °C | −21,5 | −16,3 | −6,8 | 4,7 | 12,8 | 19,3 | 21,8 | 19,6 | 12,7 | 3,2 | −10 | −19,8 | 1,6 |
|---|
| Уртаса минимум, °C | −26,2 | −21,9 | −12,6 | −1,2 | 6,6 | 13,6 | 17,2 | 15,1 | 7,6 | −1,5 | −14,1 | −24,1 | −3,5 |
|---|
| Абсолют минимум, °C | −44,5 | −45,4 | −35,7 | −17,7 | −7,5 | 0,1 | 8,2 | 4,4 | −4,3 | −24,8 | −32,9 | −41,2 | −45,4 |
|---|
| Яуым-төшөм нормаһы,мм | 7 | 5 | 11 | 31 | 46 | 83 | 125 | 123 | 64 | 26 | 14 | 8 | 543 |
|---|
Хэйхэ ҡала округы 1 ҡала районына, 2 ҡала өйәҙенә һәм 3 өйәҙгә бүленә:
 |
| # | Статусы | Исеме | Иероглифтар | Пиньинь | Халыҡ һаны (2010), мең кеше | Майҙан, мең км² | Тығыҙлығы (кеше/км²) |
|---|
| 1 | Район | Айхуэй | 爱辉区 | Àihuī qū | 211,313 | 13,993 | 14 |
| 2 | Ҡала өйәҙе | Бэйань | 北安市 | Shì Běi'ān | 436,444 | 6,313 | 74 |
| 3 | Ҡала өйәҙе | Удаляньчи | 五大连池市 | Wǔdàliánchí shì | 326,390 | 9,800 | 37 |
| 4 | Өйәҙе | Нэньцзян | 嫩江县 | Nènjiāng xiàn | 495,519 | 15,360 | 33 |
| 5 | Өйәҙе | Сюнькэ | 逊克县 | Xùnkè xiàn | 101,411 | 17,020 | 6 |
| 6 | Өйәҙе | Суньу | 孙吴县 | Sūnwú xiàn | 102,821 | 4,454 | 22 |
Ошонан трансманчжурия Годао 202 (ҡыҫҡартылған исеме G202) трассаһы башлана, ул Хэйхэ һәм Люйшунькоуны бөтә Ҡытай аша тоташтыра. Шулай уҡ тимер юл вокзалы, аэропорт, йылға порттары бар.
Хэйхэның көнбайыш өлөшөндәРәсәйҙән электр энергияһын импортлау өсөн подстанция төҙөлә. Электр энергияһын тапшырыу «Амур — Хэйхэ» ЛЭП 500 кВ аша Амур ПМЭС подстанцияһынан башҡарыла. Үҙ сиратында Амур подстанцияһына электр энергияһы Зей ГЭС һәм Бурей ГЭС-ынан килә.
2015 йылдың 29 июнендә Хэйхэла Рәсәй газын импортлау өсөн Хэйхэ — Шанхай газ торбалары төҙөлә башлай, ул «Себер көсө» газ торбалары буйынса Амур газ эшкәртеү заводы аша сик буйына еткереләсәк[5].
Хэйхэ ҡалаһына түбәндәге ҡалалар туғандаш:
- Хэйхэ — информация о территории, населении и истории изменений административно-территориального деления на сайте 行政区划网 (кит.)