|
| Ябай матдәнең тышҡы күренеше |
|---|
 Шыйыҡ хлор |
| Атом үҙенсәлектәре |
|---|
| Исеме,символы,номеры | Хлор / Chlorum (Cl), 17 |
|---|
Атом массаһы (моляр массаһы) | 35,4527а. м. б. (г/моль) |
|---|
| Электрон конфигурация | [Ne] 3s2 3p5 |
|---|
| Атом радиусы | 100пм |
|---|
| Химик үҙенсәлектәре |
|---|
| Ковалент радиус | 99пм |
|---|
| Ион радиусы | (+7e)27 (-1e)181пм |
|---|
| Электроотиҫкәрелек | 3,16 (Полинг шкалаһы) |
|---|
| Электрод потенциалы | 0 |
|---|
| Окисланыу дәрәжәһе | 7, 6, 5, 4, 3, 1, −1 |
|---|
Ионлашыу энергияһы (первый электрон) | 1254,9(13,01)кДж/моль (эВ) |
|---|
| Ябай матдәнең термодинамик үҙенсәлектәре |
|---|
| Тығыҙлыҡ (н. ш.) | 3,214 г/л; ( −35 °C шыйыҡ хәлдә) 1,557; ( −105 °C ҡаты хәлдә) 1,9 г/см³ |
|---|
| Иреү температураһы | 172,2K |
|---|
| Ҡайнау температураһы | 238,6K |
|---|
| Иреү йылылығы | 6,41 кДж/моль |
|---|
| Парға әйләнеү йылылығы | 20,41 кДж/моль |
|---|
| Моляр йылы һыйышлығы | 21,838[1] Дж/(K·моль) |
|---|
| Моляр күләм | 18,7см³/моль |
|---|
| Ябай матдәнең кристалл рәшәткәһе |
|---|
| Рәшәткә структураһы | орторомбик |
|---|
| Рәшәткә параметры | a=6,29 b=4,50 c=8,21Å |
|---|
| Башҡа характеристикалар |
|---|
| Йылы үткәреүсәнлек | (300 K) 0,009 Вт/(м·К) |
|---|
Хлор (отюнан.χλωρός — «йәшел») —химик элементтарҙың периодик системаһында 7-се төркөмдөң төп төркөмсәһе өсөнсө периодындағы химик элемент.
Атом массаһы 17[2].Cl (лат. Chlorum) символы менән билдәләнә. Химик актив неметалл.Галогендар төркөмөнә инә (беренсе тапҡыр «галоген» һүҙен немец химигы Швейгер хлор өсөн ҡуллана («галоген» тоҙ барлыҡҡа килтереүсе тигәнде аңлата, һүңыраҡ был һүҙ хлор кергән VII төркөм элементтары өсөн ҡулланыла[3]).
Ябай матдәхлор (CAS-теркәү номеры: 7782-50-5) нормаль шарттарҙа һауанан ауырыраҡ йәшел-һары төҫтәге әсе еҫле ағыулы газ. Хлор молекулаһы ике атомлы (формулаһы Cl2).
1772 йылдаДжозеф Пристли хлор менән водород ҡушылмаһы хлороводород ала.1774 йылда швед химигыШееле Карл Вильгельм, үҙенең ғилми хеҙмәтендә,пиролюзит менәнтоҙ кислотаһы тәҫир итешкәндә хлор бүленеп сығыуы тураһында яҙа:
- 4HCl + MnO2 = Cl2 + MnCl2 + 2H2O
Шееле хлорҙың еҫебатша араҡыһына оҡшаш булыуын билдәләй,алтын һәмкиноварь менән тәҫир ителешеүен һәм ағартыу үҙәнсәлеген билдәләй.Тик Шееле ул заманда өҫтөнлөк иткәнфлогистон тәғлимәтенә ярашлы хлор флогистоны алынған тоҙ килотаһы тип билдәләй.
Бертолле һәмЛавуазье кислород теорияһына ярашлы яңы матденең оксиды тип билдәләй. Әммә хлорҙы тарҡатыу уңышһыҙ була.Дэвиэлектролиз ярҙамындааш тоҙон тарҡатып хлорҙын айырым элемент булыуын иҫбатлай.
Хлор тәбиғәттә ҡушылмаларҙа ғына осрай. Ер ҡабығында ул масса буйынса 1,7 * 10−2%, вулкан тоҡомдарында — гранитта 2,4 *10−2%. Ион хәлендә хлор донъя океанында ла бар (1,93 %). Сотавында хлор булған 97 минерал булыуы билдәле.
- ↑Редкол.:Зефиров Н. С. (гл. ред.). Химическая энциклопедия: в 5 т. — Москва: Большая Российская энциклопедия, 1999. — Т. 5. — С. 280.
- ↑Таблица Менделеева на сайте ИЮПАК
- ↑Петрянов-Соколов И. В. (отв. ред.), Станцо В. В., Черненко М. Б. (составители). Популярная библиотека химических элементов. Книга первая. Водород — палладий. — 3 изд. — Москва: Издательство «Наука», 1983. — С. 238-247. — 575 с.