Боронғо заманда уҡ тәбиғи уран окисы һары һауыт-һаба яһау өсөн ҡулланылған. Мәҫәлән,Неаполь янында һары быяла ярсығы табылған, унда 1 % уран оксиды бар булып сыҡҡан, быяла беҙҙең эраның 79-сы йылында эшләнгән булған[6] Уран тарихында беренсе мөһим дата — 1789 йылда немец натурфилософы, химикМартин Генрих Клапрот Саксониянастуран мәғдәнен ҡаҙып алып, алтынһыу-һары «тупраҡтан» металға оҡшаш ҡара матдә тергеҙеүе. Клапрот уны яңыэлемент тип иҫәпләп,Уран планетаһы хөрмәтенә шундай исем бирә.
Уран илле йылметалл тип иҫәпләнеп йөрөй. 1841 йылда ғына француз химигыЭжен Пелиго (1811—1890) металға оҡшаш ялтырауыҡлы булһа ла, Клапрот уран элемент түгел, UO2 оксиды тип иҫбатлай. 1840 йылда Пелиго ябай матдә уранды айырып ала һәм уның атом ауырлығын билдәләй.
Уранды өйрәнеүҙә киләһе мөһим аҙымды 1874 йылдаД. И. Менделеев яһай. Ул үҙе эшләгәнпериодик системаһына таянып, уранды таблицаһының иң алыҫ шаҡмағына урынлаштырған. Элек урандың атом ауырлығын 120-гә тигеҙ тип һанағандар. Менделеев был миҡдарҙы ике тапҡыр арттыра. 12 йылдан һуң уның фекере немец химигы Циммерман (J. Zimmermann) тәжрибәләре менән раҫлана[7].
1896 йылда, уран тикшергәндә, француз ғалимы Антуан Анри Беккерель осраҡлы рәүештә радиоактив тарҡалыуҙы(радиоактивный распад) аса.