Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Төрөк теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төрөк теле
төр. Türkçe[1]
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһытурецкий,турецька,türkcə,түрікше,туркагһәмtürgi keel
Дәүләт Болгария[2]
 Кипр Республикаһы[3]
 Греция[4]
 Төркиә[5]
 Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте[6]
Барлыҡҡа килгәнТөрөктәр,Бургас (өлкә)[d],Кырджали (өлкә)[d],Смолян[d],Хасково (өлкә)[d],Кипр Республикаһы,Ксанти (префектура)[d],Родопи (префектура)[d]һәмТөркиә
Нигеҙендә эшләнгәнИҫке анатолия төрөксәһе[d]
Тел төрҙәреSOV[d][7],агглютинатив телдәр[7],сифат-исем[d],ижекле тел[d][7],синтетик тел[d],номинатив-аккузатив тел[d][7],сингармонизм[d]һәмбәйләүес[d]
Килештәртөп килеш[d][8],эйәлек килеш[d][8],төбәү килеш[d][8],төшөм килеш[d][8],урын-ваҡыт килеш[d][8],сығанаҡ килеш[d][8]һәмҡорал килеше[d][8]
Имеет времяхәҙерге заман[d],үткән заман[d],киләсәк заман[d],definite past tense[d],Неопределенное прошедшее время (турецкий язык)[d]һәмНастоящее-будущее время (турецкий язык)[d]
Имеет наклоненияадмиратив[d],повелительное наклонение[d][9],изъявительное наклонение[d][9],inferential[d][9],necessitative[d][9],условное наклонение[d][9],желательное наклонение[d][9],интеррогатив[d][9]һәмimprecative[d][9]
ЯҙыуТөрөк әлифбаһы[d][10]
Использует заглавные буквы дляяңғыҙлыҡ исем[d],календарный месяц[d][11]һәмдень недели[d][11]
Телде көйләүсеТөрөк тел йәмғиәте[d]
Телдә һөйләшеүселәр82 231 620 кеше (2021)[12],
5 870 300 кеше (2021)[12]
Телдең ЮНЕСКО статусы1 именлектә[d]
Ethnologue каталогында тел статусы1 Милли[d][13]
Ҡайҙа өйрәнеләТөркиәт
Тасуирлау биттәреturkic.elegantlexicon.com/…
Төп көйләүсе текстКонституция Турецкой Республики[d][14]
Карта распространения
Вики-проектПроект:Турция[d]һәмПроект:Языки[d]
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыутур.һәмਤੁ.
Викимедиа проекттарында тел кодыtr
 Төрөк теле Викимилектә

Төрөк теле (үҙатамаһы —Тürk dili,Türkçe), алтай телдәр ғаиләһетөрки телдәр тармағының көнбайыш-уғыҙ төркөмөнә ҡараған тел.ТөркиәттәTürkiye Türkçesi тигән атамаһы ла осрай.Төркиәнең дәүләт теле.Кипр Республикаһындагрек теле менән бер рәттән дәүләт теле булып тора. Әҙәби төрөк телеистанбул диалектына нигеҙләнә. 1928 йылға тиклемғәрәп яҙыуы, унан һуң латин хәрефтәре ҡулланыла.

Әҙәби төрөк теле X—XI быуаттарҙа Анатолия ярымутрауына үтеп ингән уғыҙ-сәлжүк ҡәбиләләре йоғонтоһонда формалаша. Элек уны ғосман теле тип йөрөткәндәр. Ғосман дәүерен өс осорға бүлеп йөрөтәләр.

  1. Иҫке ғосман осоро — XII-XV быуаттар.
  2. Иҫке ғосман осоро — XV-XIX быуаттар.
  3. Иҫке ғосман осоро — XIX-XX быуаттар.

Беренсе осорҙа ғәрәп-фарсы телдәре йоғонтоһо көслө була. Икенсе осорҙа әҙәби телдә ғәрәп-фарсы телдәренән ингән һүҙҙәр 90 проценттан ашып китә. Әҙәби тел менән һөйләш теле араһында ҙур ғына айырма хасил була. Өсөнсө осорҙа ғәрәп-фарсы һүҙҙәренән арыныу, уларҙы төрөк һүҙҙәре менән алыштырыу, әҙәби телде һөйләш теленә яҡынайтыу мөмкинлеге ҡарала[15].

Лексика, фонетика һәм синтаксис яғынан төрөк теленә иң яҡын телдәр —Молдавия,Румыния һәмБолгарияла таралғангагауз теле (гагауз һәмбалҡан-гагауз телдәре) һәмҡырым татарҙары теленең көньяҡ диалекты.Әзербайжан теле әҙәби төрөк теленә яҡын[16].

Төрөк алфавиты

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғокөнсығыш төркиҙәр заманы өсөн алдынғы мәҙәниәткә эйә була:төрки рун яҙыуын ҡуллана.

X быуатҡа уғыҙҙар мосолман динен ҡабул итә һәм, фарсыларҙан ингән ҡайһы бер билдәләрҙе лә өҫтәп,ғәрәп яҙмаһына күсә. Ләкин төрөк теленең фонема байлығына был алфавит тап килеп бөтмәй.

1926 йыл башындаКәмал АтатөркБаҡылатөркиәтселәр конгресында ҡатнаша, шунда,төрки телдәрҙе латинлаштырып, яңы төрки алфавиты булдырыу тәҡдиме яңғырай.

1928 йылдан төрөк теле өсөнлатин шрифты варианты ҡулланыуға индерелә, уны эшләүҙә Ататөрк тә ҡатнаша. Һүҙҙәр яҙылышы өсөн (тотош тел реформаһы өсөн дә) нигеҙ итепистанбул диалекты алына.

Хәҙерге төрөк алфавитында 29 хәреф бар:a b c ç d e f g ğ h ı i j k l m n o ö p r s ş t u ü v y z.

ABCÇDEFGĞHIİJKLMNOÖPRSŞTUÜVYZ
abcçdefgğhıijklmnoöprsştuüvyz
абҗ/джчде/әфгғһ/хыижк/ҡлмноөпрсштуүвйз


Интонация һәм баҫым

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Интонация һәм баҫым башҡорт телендәгегә оҡшаш.

Морфология

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрөк телеагглютинатив телдәргә ҡарай, йәғнм һүҙҙең тамыры асыҡ айырылып тора, ә бөтә грамматик формалар тамырҙың уң яғынан өҫтәлә килгән аффикстар менән белдерелә (башҡорт телендәге кеүек).

Дөйөм алғанда төрөк морфологияһына юғары тотороҡлолоҡ һәм иҫкәрмәләрҙең булмауы хас. Төрөк телендә исем кластары, род категорияһы юҡ.

Һуҙынҡылар гармонияһы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Аффикстар һәм ялғауҙар ҡушҡандасингармонизм законы эшләй: һуҙынҡылар аңҡау һәм иреләшеү билдәләре буйынса ҡулланыла, йәғни нигеҙҙең (тамырҙың) һуңғы ижегендәге һуҙынҡының сифаты артабанғы ижектәрҙәге һуҙынҡыларҙың сифатына йоғонто яһай. Шулай итеп, әгәр тамырҙың һуңғы ижегендәге һуҙынҡы алғы рәткә ҡараған булһа, артабанғы аффикстар һәм ялғауҙар ҙа алғы рәт һуҙынҡыһы менән килә, артҡы рәт һуҙынҡыһы үҙ артынан артҡы рәт һуҙынҡыларын эйәртә.

Ҡылымдың нигеҙе берлектәге бойороҡ һөйкәлеше формаһына тап килә. Хәҙерге һүҙлектәрҙә ҡылымнигеҙ + исем ҡылым аффиксы-mak/-mek («эшләү») (йәғни инфинитив) формаһында бирелә.

Төрөк телендә 5 һөйкәлеш бар: теләк, хәбәр, бойороҡ, шарт, тейешлек.

Хәбәр һөйкәлешендә 5 ябай ваҡыт формаһы бар:

  • Хәҙерге заман (Şimdiki zaman),
  • Хәҙерге-киләсәк (билдәһеҙ) заман (Geniş zaman),
  • Киләсәк (категорик) заман (Gelecek zaman),
  • Шаһитһыҙ үткән (субъектив) заман (Belirsiz geçmiş zaman),
  • Шаһитлы үткән (категорик) заман (Belirli geçmiş zaman).

Был һөйкәлештә шулай уҡ 7 ҡатмарлы ваҡыт формаһы бар:

  • Үткән тормошҡа ашмаған заман (билдәле имперфект) (Şimdiki zamanın hikâyesi),
  • Элгәрге шаһитһыҙ үткән заман (Belirsiz geçmiş zamanın hikâyesi),
  • Элгәрге шаһитлы үткән заман (Belirli geçmiş zamanın hikâyesi),
  • Үткән билдәһеҙ заман (билдәһеҙ имперфект) (Geniş zamanın hikâyesi),
  • Киләсәк-үткән заман (Gelecek zamanın hikâyesi),
  • Оҙайлы хәҙерге заман (Sürekli şimdiki zaman),
  • Оҙайлы үткән заман (Sürekli şimdiki zamanın hikâyesi).

Башҡа һөйкәлештәрҙә берәр үткән һәм киләсәк заман бар. Йәнә 6 шартлы модаллек формаһы бар.

5 йүнәлеш бар: төп (тура), ҡайтым, уртаҡлыҡ, төшөм, йөкмәтеү.

Төрөк телендәbir («бер») тигән билдәһеҙлек артикле бар.

Синтаксиста билдәләүсе билдәләнеүсенән алда килә (ҡәҙимге һүҙ тәртибе: Эйә-Тура Тултырыусы-Хәбәр (S-O-V)).

Телселәр араһында төрөк телендәге килештәр һаны бәхәсле тема һанала: берәүҙәре — 6, икенселәре 8 килеш таба. Төрөк телендәге килештәр:

Төрөк телендәге килештәрБашҡорт телендә тап килгәндәр
ТөпТөп
ТөшөмТөшөм
ТөбәүТөбәү
Урын-ваҡытУрын-ваҡыт
СығанаҡСығанаҡ
Сара
ЭйәлекЭйәлек
Тигеҙлек килеше


Миҫалдар:

bahçe-deбаҡсала, lokanta-daресторанда

dişçi + niz — dişçinizтеш табибығыҙ

köprü + nüz — köprünüzкүперегеҙ

iki masa ve üç sandalye getır. Ekmek kes./Ики маса ве үч сандалъе гетыр. Экмек кес./Ике өҫтәл һәм өс ултырғыс килтер. Икмәк киҫ.

Лексика

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәлжүк ҡәбиләләре (йәғни хәҙергетөрөктәрҙең элгәрҙәре) IX—X быуаттарҙаисламды ҡабул иткәндән һуң1928 йылға тиклем төрөк теле өсөнғәрәп яҙмаһы ҡулланыла (ғосман яҙмаһы, الفباelifbâ). Ошо сәбәплеғәрәп теленән лексик һәм грамматик үҙләштереүҙәр күп була. СәлжүктәрФарсияны алғас, бер ни тиклем ваҡытфарсы теле рәсми һәм әҙәби тел булып йөрөй, үҙ сиратында унда ла ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр күп була. Оҙаҡ ваҡыттар буйы зыялы төрөктәрҙеъ теле төрки, ғәрәп, фарсы лексикаһы ҡатнашмаһынан тора.Ғосман империяһы барлыҡҡа килгәс, был тел ғосман теле тип атала башлай һәм рәсми статус ала.

Төрөктәр яулап алғанВизантия халҡы һөйләшкәнгрек теле лә төрөк лексикаһында үҙ эҙен ҡалдыра.

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда (мәҫәлән,G. L. Lewis, Turkish Grammar), лексика йәһәтенән ғосман теле һүҙлек фонды күләме буйынса хәҙергеинглиз теленән ҡала донъяла икенсе урында тора.

Бөтә был осор дауамында (X—XX быуаттар) төрки нигеҙе буйынса күпкә бер төрлө«вульгар» төрөк теле (тур.kaba Türkçe) ябай халыҡтың һөйләш теле булып ҡала килә.

1923 йылдаТөркиә республикаһы барлыҡҡа килгәс, телде реформалау саралары күрелә, латин графикаһына күсеү менән бергә, ғәрәп һәм фарсы телдәренән ингән һүҙҙәрҙең күбеһе халыҡтың йәнле телендә (kaba Türkçe) һаҡланған төрки сығышлы һүҙҙәргә алмаштырыла. Айырым төшөнсәләр өсөн иҫке төрки нигеҙҙәренән неологизмдар яһала.

Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге төрөк телендәғәрәп теленән һәмфарсы теленән ингән һүҙҙәр әҙ түгел, шулай уҡ Европа телдәренән ингән һүҙҙәр ҙә (башлыса французса әйтелештә) бар. Хәҙерге телдә һаҡланған ғәрәп-фарсы һүҙҙәре йыш ҡына киң ҡулланылыштағы төрөк һүҙҙәренең стилистик дублеттары булып йөрөй. Мәҫәлән, төркисәgöz («күҙ»), ғәрәпсәayn һәм фарсысаçeşm («күҙ»), төркисәak («аҡ»; «пак») һәм ғәрәпсәbeyaz («аҡ»).

2005 йылда нәшер ителгәнХәҙерге төрөк теле һүҙлегендә 104481 статья бар (Güncel Türkçe Sözlük, Төркиә лингвистика йәмғиәте), шуларҙың 14 % самаһы сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе тасуирлай[17].

Төрөк һүҙлегендә һүҙҙәрҙең килеп сығышы

Төрлө телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр миҫалдары:

  • ғәрәп теленән:insan («кеше»),merhaba («һаумыһығыҙ!»),devlet («дәүләт»),halk («халыҡ»),kitap («китап»),millet («милләт»),asker («ғәскәр»),fikir («фекер»),hediye («бүләк»),resim («рәсем»),sabır («сабырлыҡ»),beyaz («аҡ»), şeytan(«шайтан»), keyf («кәйеф»), alkol(«алкоголь»), kafir («кафыр»), saat(«сәғәт»), din («дин»), cumhuriyet(«республика»);
  • фарсы теленән:hafta («аҙна»),teşekkür («рәхмәт»),pazar («баҙар»),rüzgâr («ел»),pencere («тәҙрә»),şehir («ҡала»),düşman («дошман»),ateş («ут, ялҡын»),bahçe («баҡса»),ayna («көҙгө»),dost («дуҫ»),can («йән»),tahta («таҡта»),pamuk («мамыҡ»),hoş («хуш»),köy («ауыл»),pijama («пижама»);
  • грек теленән:liman («порт»),kutu («ҡап»),körfez («ҡултыҡ»),fırın («мейес»),kilise («сиркәү»);
  • француз теленән:lüks («люкс»),kuzenике туған ҡәрҙәш»),pantolon («ыштан, салбар»),kuaför («парикмахер»),hoparlör («тауыш көсәйткес»),kamyon («йөк машинаһы»);
  • инглиз теленән:tişört («футболка»),tim («команда») һ.б.;
  • әрмән теленән:haç (խաչkhach — «тәре»), йәнә башҡа 800[18] һүҙ;
  • башҡа телдәрҙән:şalter (немец теленәнSchalter — «һүндергес, рубильник»),pulluk (славян телдәренән «һуҡа»),semaver (рус теленән «самауыр»), şapka (рус теленән«шәпкә»).

Шулай уҡ балҡан халыҡтарының телдәренә лә бик күп төрөк һүҙҙәре ингән[19].

Яңғыҙлыҡ исемдәр, географик атамалар, фәнни терминдар һ.б. менән бергә төрөк телендә 616,5 меңдән ашыу һүҙ бар («Төрөк теленең ҙур һүҙлеге» буйынса).

Төрөк телендә ай исемдәре

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ocak ғинуар
  • Şubat февраль
  • Mart март
  • Nisan апрель
  • Mayıs май
  • Haziran июнь
  • Temmuz июль
  • Ağustos август
  • Eylül сентябрь
  • Ekim октябрь
  • Kasım ноябрь
  • Aralık декабрь

Төрөк халыҡ мәҡәлдәре

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Aç ayı oynamaz. Ас айыу уйнамаҫ.

Allah gümüş kapıyı kaparsa, altın kapıyı açar. Алла көмөш ишекте япһа, алтын ишекте асыр.

Aç tavuk kendini arpa ambarında sanar. Ас тауыҡ үҙен арпа амбарында (тип) һанар.

Açık yaraya tuz ekilmez. Асыҡ яраға тоҙ түгелмәҫ.

Практик транскрипцияһы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Төрөк теле практик транскрипцияһы
хәрефМФАбашҡорт
практик транскрипцияһы
A a[a]а
B b[b]б
C c[ʤ͡]җ/дж
Ç ç[ʧ͡]ч
D d[d]д
E e[e]э, е һәм ә
F f[f]ф
G g[g], []г
Ğ ğғ
H h[h]х/һ
I ı[ɯ]ы
İ i[i]и
J j[ʒ]ж
K k[k], []к/ҡ
L l[ɫ], []л
M m[m]м
N n[n]н
O o[o]о
Ö ö[ø]ө
P p[p]п
R r[r]р
S s[s]с
Ş ş[ʃ]ш
T t[t]т
U u[u]у
Ü ü[y]ү
V v[v]в
Y y[j]й;
Z z[z]з
Википедия
Википедия

Әҙәбиәт

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Зәйнуллина Г. Д. Төрөксә-башҡортса һүҙлек. — Өфө. Башҡортостан «Китап» нәшриәте. 1996. −184 бит. ISNB 5-295-01920-9
  1. https://github.com/unicode-org/cldr/blob/main/common/main/tr.xml
  2. ScriptSource - Bulgaria
  3. ScriptSource - Cyprus
  4. ScriptSource - Greece
  5. ScriptSource - Turkey
  6. Конституция Турецкой Республики Северного Кипра
  7. 1234(unspecified title) (ингл.) /L. Johanson — 4 —Routledge, 2024. — P. 209. —ISBN 978-1-032-15370-4
  8. 1234567(unspecified title) (ингл.) — 3 —Routledge, 2020. — P. 1714. —ISBN 978-0-367-57037-8
  9. 12345678(unspecified title) (ингл.) /L. Johanson — 4 —Routledge, 2024. — P. 204. —ISBN 978-1-032-15370-4
  10. Кристал Д.The Cambridge Encyclopedia of LanguageИздательство Кембриджского университета, 1987. — Б. 307. —ISBN 978-0-521-42443-1
  11. 12(unspecified title) (ингл.) /L. Johanson — 2 —OUP, 2020. — P. 106. —ISBN 978-0-19-885150-9
  12. 12https://www.ethnologue.com/language/tur/24
  13. Ethnologue (ингл.) — 25, 19 —Dallas, Texas:SIL International, 1951. — ISSN1946-9675
  14. https://www.constituteproject.org/constitution/Turkey_2017
  15. Зәйнуллина Г.Д. Төрөксә-башҡортса һүҙлек. - Өфө. Башҡортостан «Китап» нәшриәте. 1996. -184 бит. ISNB 5-295-01920-9
  16. Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков. Региональные реконструкции. Отв. Ред. Э. Р. Тенишев. М.: Наука, 2002
  17. Электронная версия Словаря на сайте Турецкого лингвистического общества 2012 йыл 19 сентябрьархивланған.
  18. R. Dankoff,Armenian Loanwords in Turkish (Wiesbaden: Harrassowitz, 1995)
  19. http://sites.utoronto.ca/slavic/kramer/Kramer%20PDF/BajGanjo.PDF
«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Төрөк_теле&oldid=1210374» битенән алынған
Категориялар:
Йәшерелгән категориялар:

[8]ページ先頭

©2009-2025 Movatter.jp