Хәҙерге ваҡытта ҡаланың майҙаны 29610 га тәшкил итә.
Тимертау ҡалаһы составына Аҡтау ҡала тибындағы ҡасаба инә, унда 6 860 кеше йәшәй. Ҡасаба биләмәһендә өс төҙөлөш материалдары етештереү буйынса предприятие — ТОО «Central Asia Cement», ТОО «Карцемент» һәм ТОО «КЗАЦИ» эшмәкәрлек алып бара.
Тимертау ҡалаһы үҫешкән инфраструктуралы эре индустриаль үҙәк булып тора. Унда 1662 предприятие эшләй, уларҙың төп өлөшө төҙөлөш менән шөғөлләнә — 386 ойошма, сауҙа өлкәһендә — 323, эшкәртеүсе сәнәғәттә — 183, тау сәнәғәтендә — 9, транспорт һәм элемтә предприятиеларында — 104, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү өлкәһендә — 12, ауыл хужалығында — 1, башҡалары — 604[3]