|
| Ябай матдәнең тышҡы күренеше |
|---|
 Сүкелеүсән, көмөш аҡ төҫлө металл |
| Атом үҙенсәлектәре |
|---|
| Исеме,символы,номеры | Тимер / Железо / Ferrum (Fe), 26 |
|---|
Атом массаһы (моляр массаһы) | 55,847(2)[1]а. м. б. (г/моль) |
|---|
| Электрон конфигурация | [Ar] 3d6 4s2 |
|---|
| Атом радиусы | 126пм |
|---|
| Химик үҙенсәлектәре |
|---|
| Ковалент радиус | 117пм |
|---|
| Ион радиусы | (+3e) 64 (+2e) 74пм |
|---|
| Электроотиҫкәрелек | 1,83 (Полинг шкалаһы) |
|---|
| Электрод потенциалы | Fe←Fe3+ −0,04 В Fe←Fe2+ −0,44 В |
|---|
| Окисланыу дәрәжәһе | 6, 3, 2, 0 |
|---|
Ионлашыу энергияһы (первый электрон) | 759,1 (7,87)кДж/моль (эВ) |
|---|
| Ябай матдәнең термодинамик үҙенсәлектәре |
|---|
| Тығыҙлыҡ (н. ш.) | 7,874 г/см³ |
|---|
| Иреү температураһы | 1812 K (1538,85 °C) |
|---|
| Ҡайнау температураһы | 3134K |
|---|
| Иреү йылылығы | 247,1 кДж/кг 13,8 кДж/моль |
|---|
| Парға әйләнеү йылылығы | ~6088 кДж/кг ~340 кДж/моль |
|---|
| Моляр йылы һыйышлығы | 25,14[2] Дж/(K·моль) |
|---|
| Моляр күләм | 7,1см³/моль |
|---|
| Ябай матдәнең кристалл рәшәткәһе |
|---|
| Рәшәткә структураһы | куб дәүмәл-үҙәкле |
|---|
| Рәшәткә параметры | 2,866Å |
|---|
| Дебай температураһы | 460K |
|---|
| Башҡа характеристикалар |
|---|
| Йылы үткәреүсәнлек | (300 K) 80,4 Вт/(м·К) |
|---|
Тиме́р —химик элементтарҙың периодик системаһында һигеҙенсе төркөмдөң өҫтәмә төркөмсә, дүртенсе периодындағы 26-сы химик элемент.Fe (лат. Ferrum) символы менән билдәләнә. Ер ҡабығында,алюминдан ҡалышып, иң таралған элемент.Тимерҙеңябай матдәһе (CAS-номеры: 7439-89-6) — еңел сүкелеүсән, аҡ төҫтәге, юғары реакцион мөмкинлеге булған металл. Тимер юғары температурала һәм юғары дымлылыҡта тиҙ коррозияға бирешә. Таҙа тимер янмай, ә ваҡ дисперсия хәлендә үҙенән-үҙе янып китеүсән.
Шулай уҡ тимер тип тимер иретмәләрен (0,8 %-ҡа тиклем ҡатнашма) әйтәләр. Ҡатнашмалар тимергә йомшаҡлыҡ һәм һығылмалылыҡ бирәләр. Ғәмәлдә тимер менәнуглерод иремәһе:ҡорос (1,14 %-ҡа тиклем),суйын (2,14%-тан күберәк) һәм составындахром,марганец,никель булған тутыҡмай торған (легирланған) ҡорос ҡулланалар.
Барлыҡ үҙенсәлеге лә тимерҙе кешелек өсөн 1-се һанлы металл итә.
Тәбиғәттә тимер таҙа хәлдә тимер-никель метиоридтарында ғына осрай. Ер ҡабығында таралыуы буйынса — 4,65 % (4-се урынO,Si,Al-ҙан ҡалышып[3]). Ер төшөнөң ҙур өлөшө тимерҙән тора тип иҫәпләнә.
Тимер Ер ҡабығында киң таралған. Был металл бик күп руда һәм минералдар составына инә: ҡыҙыл тимер мәғдәне (красный железняк,гематит, Fe2O3; 70 % Fe), магнитлы тимер мәғдәне (магнитный железняк,магнетит, FeFe2O4, Fe3O4; 72,4 % Fe), көрән тимерташ (бурый железняк,лимонит, (гётит) һәм гидрогётит (FeOOH и FeOOH•nH2O).
Тәбиғәттә тимер сульфидыпирит FeS2 (көкөрт һәм тимер колчеданы) осрай.
Тимер рудаһы запасы буйынса Рәсәй беренсе урында. Диңгеҙ һыуында тимер — 1·10−5—1·10−8 %.
Башҡа йыш осрай торған минералдар[4]:
- Сидерит — FeCO3 —35 %. Тығыҙлығы 3 г/см³ һәм Моос шкалыһы буйынса ҡатылығы 3,5—4,5.
- Марказит — FeS2 — 46,6 % тимер бар. Тығыҙлығы 4,6—4,9 г/см³ һәм Моос шкалыһы буйынса ҡатылығы 5—6.
- Лёллингит — FeAs2 —27,2 % . Тығыҙлығы 7—7,4 г/см³ һәм Моос шкалыһы буйынса ҡатылығы 5—5,5.
- Миспикель — FeAsS —34,3 %. Тығыҙлығы 5,6—6,2 г/см³ һәм Моос шкалыһы буйынса ҡатылығы 5,5—6.
- Мелантерит — FeSO4•7H2O —Тығыҙлығы 1,8—1,9 г/см³.
- Вивианит — Fe3(PO4)2•8H2O — тығыҙлығы 2,95 г/см³ һәм Моос шкалыһы буйынса ҡатылығы 1,5—2.
Быларҙан башҡа составында тимер булған минералдар:
- ильменит — FeTiO3
- магномагнетит — (Fe, Mg)[Fe2O4]
- фиброферрит — FeSO4(OH)•4,5H2O
- [ярозит — KFe3(SO4)2(OH)6
| - кокимбит — Fe2(SO4)3•9H2O
- рёмерит — Fe2+Fe3+2(SO4)4•14H2O
- графтонит — (Fe, Mn)3(PO4)2
- скородит — Fe3+AsO4•2H2O
| - штренгит — FePO4•2H2O
- феялит — Fe2SiO4
- альмандит — Fe3Al2[SiO4]3
- андрадит — Ca3Fe2[SiO4]3
| - гиперстен — (Fe, Mg)2[Si2O6]
- геденбергит — (Ca, Fe)[Si2O6]
- [эгирин — (Na, Fe)[Si2O6]
- шамозит — Fe2+4Al[AlSi3O10](OH)6•nH2O
- нонтронит — (Fe3+, Al)2[Si4O10](OH)2•nH2O
|
Сәнәғәттә тимерҙетимер рудаһынан,гематит (Fe2O3) һәммагнетиттан (Fe3O4) алалар.
Руданан тимерҙе айырып алыуҙың бер нисә ысулы бар. Иң киң таралғаны домна мейесендә.
Етештереүҙең беренсе этабы — домна мейесендә тимерҙе 2000 °C-та ҡайтарыу. Өҫтән тимер рудаһы һәм флюс (известняк) өҫтән бирелә, ә аҫтан йылы һауа ағымы бирелә .
Мейестә,кислород етешмәгәндә,коксуглерод монооксидына тиклем оксидлаша:

Үҙ сиратында углерод монооксиды тимерҙе ҡайтара. Реакция тиҙерәк үтһен өсөн йылытылған угар газдытимер оксиды(III) өҫтөнән үткәрәләр:

Ҡушылған флюс оксидҡа тарҡала һәм руда составындағыкремний менән ҡушылып шлак барлыҡҡа килтерә. Шлак мейестә эрей, ул тимерҙән еңелерәк һәм эрегән тимер өҫтөнән айырып алып була. Домна мейесендә алынған тимер иретмәһендә углерод бик күп була. Алынған суйын артабан эшкәртеүгә китә.
Мартен мейестәрендә артыҡкөкөрт һәмфосфорҙан тимер иретмәһен таҙарталар.Электр мейесендә лигирланған (тутыҡмай торған ҡорос) ҡорос алалар.
Тимерҙеводород менән ҡайтарыу ысулы бар. Тимер рудаһын ваҡлап, махсус балсыҡ менән бутайҙар. Шахта мейесендә метан конверсияһы үткәрәләр. Водород окисланыу-ҡайтарылыу реакцияһында тимерҙе ҡайтара.
,
Был ысулда тимер көкөрт һәм фосфор менән бысранмай.
Таҙа тимерҙетоҙҙарҙанэлектролиз менән алалар.
| Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. Википедия авторҙарының береһенең ниәте буйынса был урында махсус бүлек булырға тейеш. Һеҙ был мәҡәләне яҙып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
| Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. Википедия авторҙарының береһенең ниәте буйынса был урында махсус бүлек булырға тейеш. Һеҙ был мәҡәләне яҙып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Башҡорт мифологияһында магик көскә эйә булған предмет. Ышаныуҙар буйынса, тимер кешене һаҡлай, ҡурсалай, ауырыу эйәһен, ен-шайтанды ҡурҡыта. Мәҫәлән, баланы яңғыҙ ҡалдырғанда, үлгән кешене көткәндә өҫтөнә тимер бысаҡ йәки ҡайсы һалыу йолаһы бар. Ҡойон килгәндә, уны әрләп, бысаҡ ташлағандар. Борсаҡ (боҙ) яуғанда тимер һоҫҡо, тәртешкә, шипсе сығарып ташлағандар. Ауырыу эйәһен ҡурҡытыу өсөн тимер һүҙе ҡулланылған һамаҡ әйткәндәр.
Башҡорттарҙа шулай уҡ балдаҡ, беләҙек, алҡа (һырға) тағыу йолалары ла булған. Был металл әйберҙәр кешене күҙҙән һаҡлай икән тип уйлағандар. Халыҡта хатта: «Балдаҡ, беләҙек — ҡулға пәрҙә, алҡа (һырға) — биткә пәрҙә» — тигән әйтем дә бар.Тимер әйберҙәрҙән башҡорттарҙа тағы энә менән бәйле ышаныуҙар бар.
Башҡорттарҙың тимер менән бәйле ышаныуҙарыборонғо төркиҙәр осорона барып тоташа. Билдәле булыуынса, төрки ҡәбиләләре борон- эорондан тимер иретеү, ҡорал ҡойоу менән шөғөлләнгән. Шуның өсөн башҡа тәңреләр менән бер рәттән төркиҙәрҙә Тимер тәңреһе лә булған тип фараз итеп була. Быны боронғо төркиҙәрҙә Тимербуға, Байтимер, Илтимер, Ҡотлотимер, Биктимер һ.б. исемдәрҙең булыуы ла раҫлай. Икенсенән, боронго төркиҙәрҙә тимерсе, тимер оҫтаһы изге кешеләрҙән һаналған. Сөнки, ышаныуҙар буйынса, тимерсе уратып алған донъя¬ны, бик күп предметтарҙы булдырыуҙа ҡатнашҡан.
Башҡорт телендә тимер һүҙе менән Тимер ҡаҙыҡ, тимер юл, тимер күк, типһә тимер өҙөрлөк, Тимербай, Тимербулат, Тимерғәли, Тимерғаҙыҡ, Тимерхан, Байтимер, Сынтимер кеүек исемдәр, һүҙбәйләнештәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар.Килеп сығышы яғынан башҡорт телендәге тимер төрки сығанаҡ¬лы temir һүҙе менән бәйле.
- ↑Michael E. Wieser, Norman Holden, Tyler B. Coplen, John K. Böhlke, Michael Berglund, Willi A. Brand, Paul De Bièvre, Manfred Gröning, Robert D. Loss, Juris Meija, Takafumi Hirata, Thomas Prohaska, Ronny Schoenberg, Glenda O’Connor, Thomas Walczyk, Shige Yoneda, Xiang‑Kun Zhu. Atomic weights of the elements 2011 (IUPAC Technical Report) (инг.) //Pure and Applied Chemistry. — 2013. — Т. 85. — № 5. — С. 1047-1078. —DOI:10.1351/PAC-REP-13-03-02
- ↑Химическая энциклопедия: в 5 тт. / Редкол.: Кнунянц И. Л. (гл. ред.). —М.: Советская энциклопедия, 1990. — Т. 2. — С. 140. — 671 с. —100 000 экз.
- ↑Карапетьянц М. Х. Х., Дракин С. И. Общая и неорганическая химия: Учебник для вузов. — 4-е изд., стер. — М.: Химия, 2000,ISBN 5-7245-1130-4, с. 529
- ↑Р. Рипан, И. Четяну. Неорганическая химия // Химия неметаллов = Chimia metalelor. —М.: Мир, 1972. — Т. 2. — С. 482—483. — 871 с.
- Ф. Ғ. Хисамитдинова. Башҡорт мифологияһы. Белешмә-һүҙлек Өфө «Ғилем» 2002 УДК 398 ББК 82 X 51