Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Сәнәғәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бәлки, Һеҙ ошоно әҙләйһегеҙ:Сәнғәт.

Сәнәғәт аллегорияһы

Сәнәғәт— үҙ тармағы һәм башҡа тармаҡтар өсөн эш ҡоралдары, шулай уҡ сеймал, материалдар,яғыулыҡ һәмэнергия эшләп сығарыу,урман эшкәртеү,ауыл хужалығы продукцияһын һәм халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын етештереү һәм башҡалар менән мәшғүл булған предпрятиеләр (заводтар,фабрикалар, рудниктар, шахталар, электростанциялар) берлеге. Сәнәғәт — йәмғиәттең етештереү ҡеүәтенә хәл иткес йоғонто яһаған халыҡ хужалығының мөһим тармағы.

Сәнәғәт ике ҙур тармаҡтан — сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтенән һәм эшкәртеүсе сәнәғәттән тора. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү тармағына тау-химия сеймалы,ҡара һәмтөҫлө металл рудалары,нефть,газ,күмер,торф,сланец,тоҙ,эзбизташ сығарыу, шулай уҡурман предприятиеләре,балыҡ тотоу, диңгеҙ продукттарын әҙерләү керә.

Эшкәртеүсе сәнәғәт тармағынамашиналар төҙөү,ҡара һәмтөҫлө металдар етештереү,прокат,химия һәм нефтехимия продукттары, машиналар һәм ҡорамалдар, ағас эшкәртеү ҡорамалдары, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте продукттары,цемент, төҙөлөш материалдары,еңел һәмаҙыҡ-түлек сәнәғәте продукттары етештереү, шулай уҡ сәнәғәт йыһаздарын ремонтлау керә.

Әҙәбиәт

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
commons:Сәнәғәт Викимилектә
n:Сәнәғәт Викияңылыҡтарҙа
«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Сәнәғәт&oldid=1188016» битенән алынған
Категориялар:
Йәшерелгән категориялар:

[8]ページ先頭

©2009-2026 Movatter.jp