Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Салоники

40°38′25″ с. ш. 22°56′08″ в. д.HGЯO
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салоники
юнан.Θεσσαλονίκη
Нигеҙләү датаһыб. э. т. 315
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһыΘεσσαλονίκη
Кем хөрмәтенә аталғанФессалоника[d][1]
ЭтнохоронимThessalonicien[2], солунчанин, Thessalonicienne[3], Θεσσαλονικιός, Θεσσαλονικιά, Θεσσαλονικείς, Solunčan, Solunčanka һәм Tessalonicesi
Рәсми телГрек теле
Дәүләт Греция[4]
Административ үҙәгеКоролевство Фессалоники[d], Македония-Фракия[d], Центральная Македония[d], Салоники[d], Салоники[d], Македония (Греция), Македония[d], Салоники (городская агломерация)[d], Салоники (региональная агломерация)[d] һәм Q135726812?
Административ-территориаль берәмекСалоники[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанТермаикос[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡанМакедония (Греция)
Хөкүмәт башлығыStelios Aggeloudis[d]
Халыҡ һаны309 617 кеше (2021)[5]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек6 метр[6]
Туғандаш ҡалаӘлискәндәриә[7], Дуррес[d][7], Корча[7], Город Мельбурн[d][7], Пловдив[7][8], Ницца[7], Марсель[7], Кёльн[d][7], Лейпциг[9][10][7], Сан-Франциско[7][11], Хартфорд[d][7], Калькутта[7], Тель-Авив[7], Болонья[d][7], Тяньцзинь[7], Пусан[7], Констанца[7], Братислава[9][12][7], Санкт-Петербург[13], Шэньян[d], Амасья[d], Венеция, Тирана[14], Мариуполь ҡалаһы һәм Днепр[15][16]
СиктәшТермаикос[d], Триандрия[d] һәм Каламария[d]
Ҡулланылған телГрек теле һәм понтийский язык[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан19,307 км²
Почта индексы530–539, 54015–54655 һәм 56404
Рәсми сайтthessaloniki.gr
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Вид в ночное время
Коллаж
Изге ҡурсалаусыДимитрий Солунский[d]
Тема иҡтисадыeconomy of Thessaloniki[d]
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡытыБ. э. т. IV быуат
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр16 578
Урындағы телефон коды231
Номер тамғаһы кодыMM, NA, NB, NE, NH, NI, NK, NM, NN, NO, NP, NT, NY, NX һәм NZ
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Thessaloniki[d]
Карта
 Салоники Викимилектә


Салоники[17],Фессалоника (грек. Θεσσαλονίκη,Ҫессалони́ки[18]) — ҙурлығы буйынсаГрецияның икенсе урында торғанҡалаһы, тирә-яғындағы биләмәләренең халҡы менән бергә, 1 104 460-тан ашыу кеше йәшәй[19] (2011 йыл).

Салоники ҡалаһында Балкандағы иң ҙур Аристотель университеты, Македония аэропорт һәм эре диңгеҙ порты бар. Ҡала үҙенең иҡтисади әһәмиәте буйынса Пирейҙа икенсе урынды биләй . Ҡала һәм уның тирә-яғы йәй көнө — туризм үҙәге булып тора.

Ҡала тарихы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Антик осор

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Салоники ҡалаһына Македония батшаһы Кассандр б. э. тиклем 315 йылда нигеҙ һалған. Уның ҡатыныБөйөк Александрҙың бер туған һеңлеһе — Фессалоника була, яңы ҡалаға батша ҡатынынң исемен биргән. Ҡала составына шул тирәләге Термаикос ҡултығында йәшәгән 26 тораҡ халҡы ингән. Нәҡ шул ваҡытта ҡала эллин характерлыға әйләнә һәм уның был, һыҙаттарын XV быуат аҙағына тиклем һаҡлай. Беҙҙең эраға тиклем 146-сы йылда. Фессалониканы римлеләр баҫып алған.

Византия осоронда

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим империяһы тарҡалыу менәнВизантия Салоникиһыбарлыҡҡа килә, ул Константинополь-Рим һәм Афина-Ҡарадиңгеҙ буйы юлдары киҫелешендә тора. Ғәрәптәр Антиохияны һәмАлександрияны баҫып алғандан һуң, Салоники империяның ҙурлығы һәм әһәмиәте буйынса икенсе урында тора. Параллель рәүештә ҡаланың милли составы төрлөгә әйләнә: бында көньяҡ славяндар, яртылаш валахтар, төньяҡ таулы райондарында — сиған йәшәгән. Изге великомученик Димитрий Солунский (306 йылда вафат булған) һәм равноапостольный изге Кирилл һәм Мефодий (IX быуат) — славян мәғрифәтселәре -бында тыуған.

Византия ҡалаһы диуарҙары

1204 йылдан алыпн Салоники — латин дәүләтенең — Фессалоника короллегенең баш ҡалаһы, ул — Латин империяһының бер өлөшө булып тора. 1387 йылда ҡаланы ғәрәптәр баҫып алған.

1387—1402 йылда ҡалатөрөктәр ҡулында була ТөрөктәрТамерландан еңелгәндән һуң, ҡала Византияға ҡайтарыла. 1423 йылда ҡала венециандар властарына тапшырыла һәм уларҙың сауҙа-иҡтисади секторы булып тора.

1426—1430 йылда ҡаланы төрөктәр ҡамай һәм гректар тулыһынсаислам диненә инә,уларҙың тормошо һәм көнкүреше төрөктәрҙекенсә була. ҠалаҒосман империяһының бер өлөшөнә әйләнә.

Ғосман осоро

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Салоники

Византия быға тиклем, Константинополдән һуң,христиан империяһы үҙәге булған булһа, хәҙер инде элекке грек ҡеүәтенән бер нимә лә ҡалмай, ҡаланың күп халҡын испан йәһүдтәре тәшкил итә, ә ҡаланың төп теле булыпладин теле тора. Хәҙер бөтә ҡала халҡының биштән бер өлөшө самаһы ғына грек халҡы була, ләкин ул да ҡаланан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Урта быуаттарҙағы хәрби конфликттар барышында гректарҙыңбайтаҡ өлөшө юҡ ителә. Күптәре Анатолия мосолмандарына ҡоллоҡҡа һатыла, грек урта класының ҙур өлөшөислам үҙләштерә һәмтөрөк теленә күсә. Әммә күп кенә ябай гректар төрөк хакимлығы менән килешә алмай, тауҙарға күсеп китә.[<span title="не указан источник на утверждение (3 ноября 2015)">сығанаҡ 1235 көн күрһәтелмәгән</span>] Ҡалала мосолман кварталдары байтаҡҡа үҫә һәм уның башлығы булыпАтатөрк тора (ул был ҡалала тыуған кеше) 1821 йылдаың май башында ҡала төрөктәргә ҡаршы баш күтәрә, быға үс итеп төрөктәр 3 000 тирәһе гректы демонстратив рәүештә язалап үлтерә[<span title="не указан источник на утверждение (3 ноября 2015)">сығанаҡ 1235 көн күрһәтелмәгән</span>] (ҡара. I Мелетий Китрский).

1912 йылда гректар ҡаланы үҙ ҡулына төшөрә, был ваҡытта грек-православие кешеләре ҡала халҡының 25,3 процентын ғына тәшкил итә.

Реэллинизация

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Xx быуат урталарына тиклем халҡының этник составы Салоники
Таксин паша Салоникиҙы принц Константинға тапшыра.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында ҡала немец ғәскәре оккупацияһы аҫтында була. 1943 йылдаГермания Көнсығыш фронтҡа үҙ көстәрен ебәреү маҡсатында ҡаланы үҙенең союздашыБолгарияға тапшырырға әҙерләнә, әммә был аҙымға баҙнат итмәй, сөнки бөтәГреция протест хәрәкәттәренән ҡурҡа. Ҡала грек Халыҡ-азатлыҡ армияһы — ЭЛАС армияһы тарафынан1944 йылдың27 октябрендә азат ителә, был ҡаланы ҡурсалаусыһы Димитрий Солунскийҙың хәтер көнөнә тура килә.

Климат

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Салоникиҙа климат- диңгеҙ климаты, ул континенталь һәм ярымсүл климаты менән сиктәш.

Климат Салоники
КүрһәткестәреДек.Ғин.МартАпра.МайИюньИюльАвг.Сена.Окт.Нояб.Февр.Йыл
Абсолют максимум,°C20222531363944393632272644
Һауа температураһы, °C9,310,914,219,024,529,231,531,127,221,215,411,020,4
Уртаса температура, °C5691317222524211610615
Уртаса минимум, °C1,32,24,57,512,116,318,618,314,910,86,83,09,7
Абсолют минимум, °C-14-14-7-13710122-1-5-8-14
Яуым-төшөм нормаһы, мм373841384430242027415455449
Һыу температураһы, °C16161616192224252523211820
Сығанағы:Туристик порталы,weatherbase.com

Иҡтисад

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Салоники портының пассажирҙар терминалы.

Салоники — иҡтисади әһәмиәте буйынса Грецияның икенсе ҡалаһы, бында эре сауҙа һәм сәнәғәт үҙәктәре бар. Ҙур нефтехимия предприятиелары, металлургия, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, шул иҫәптән электротехника, караптар төҙөү һәм караптар ремонтлау сәнәғәте бар. Салоники — илдең төп туҡыу сәнәғәте үҙәге, фармацевтика предприятиелары, тәмәке һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары эшләй. 1890 йылда Салоникиҙа Цанталис ғаиләһе Tsantali[20] шарап предприятиһы аса, 1968 йылда Mythos һыра ҡайнатыу предприятиеһы нигеҙләнә. Йыл һайын сентябрҙән башлап, Салоникиҙа Халыҡ-ара күргәҙмә үтә[21].

Салоники порты — Грецияның Пирейҙағы иң ҙур порты , уның аша порто-франко[22] менән файҙаланып, грек караптарынан тыш, барлыҡБалҡан ярымутрауы һәм көньяҡ-көнсығыш Европа дәүләттәренең дә караптары йөк ташый. 2000 йылдар башында бында яңы пассажир терминалы асыла[23].

Халыҡ-ара «Македония» аэропорты ҡаланан 12 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. Халыҡ-ара һәм чартер рейстарын хеҙмәтләндереү менән бергә урындағы авиалинияларҙы ла хеҙмәтләндерә.

Салоники —Грецияның ҙур тимер юл төйөнө(Яңы вокзал). Бынан тимер юл менән йөк һәм пассажирҙарҙы Афина, Белград, Стамбул, Бухарест, Скопье һәм София ҡалаларына ташыйҙар.

Салоникиҙа2006 йылдан алып метро төҙөлә. Сафҡа инеүе —2020 йыл.

Европа әһәмиәтендәге «Эгнатий Одос» автострадаһы ҡаланан ситтәрәк үтә һәмАфинаБелград меридиональ авто юл күсәте менән киҫешә. Диңгеҙ паромы Салоники менән Грек архипелагының төньяҡ утрауҙары менән тоташтыра.

Ҡала музейҙары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Салоники археология музейы
  • Македония өсөн көрәш музейы
  • Хәҙерге заман македония сәнғәте музейы
  • Хәҙерге заман сәнғәте дәүләт музейы
  • Греция, византия һәм пост-византия музыка ҡоралдары музейы
  • Византия мәҙәниәте музейы
  • Фәнни үҙәк һәм технологиялар музейы
  • Салоники Муниципаль картиналар галереяһы
  • Македония и Фракия этнология һәм фольклор музейы
  • Фотоһүрәттәр музейы (Салоники)
  • Йәһүд музейы (Салоники)
  • Македония музыка музейы
  • Һыу үткәргес музейы
  • Дизайн музейы

Салоники мэрҙары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда урындағы һайлауҙарҙа ҡала мэры Василис Папагеоргопулос, «Яңы демократия» партияһы ағзаһы ПАСОКА партияһы ағзаһы Яннис Бутарис менән алмаштырыла[24]. 2011 йылдың 1 ғинуарынан яңы мэр үҙ вазифаһын башлай[25].

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Definition of Thessaloniki
  2. https://web.archive.org/web/20220920163624/http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  3. http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  4. archINFORM (нем.) — 1994.
  5. Αποτελέσματα Μόνιμου Πληθυσμού κατά Δημοτική Κοινότητα (грек)Ελληνική Στατιστική Αρχή, 2023.
  6. https://it-ch.topographic-map.com/map-4x471h/Salonicco/?zoom=19&center=40.6234%2C22.95392&popup=40.62351%2C22.9539
  7. 7,007,017,027,037,047,057,067,077,087,097,107,117,127,137,147,157,167,17http://www.thessaloniki.gr/portal/page/portal/EnglishPage/TwinCities/TwinCities
  8. https://www.plovdiv.bg/en/about-plovdiv/побратимени-градове/
  9. 9,09,1https://thessaloniki.gr/i-want-to-know-whats-going-on-in-the-city/twin-towns/?lang=en
  10. https://www.leipzig.de/buergerservice-und-verwaltung/partnerstaedte/thessaloniki/
  11. https://oewd.org/san-francisco-sister-cities
  12. https://zastupitelstvo.bratislava.sk/data/att/11916.pdf
  13. https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
  14. https://tirana.al/uploads/2023/6/20230627125928_marreveshje-shoqata.pdf
  15. http://oblrada.dp.gov.ua/wp-content/uploads/2017/08/%D0%98%D0%BD%D0%B2%D0%B5%D1%81%D1%82%D0%B8%D1%86%D1%96%D0%B9%D0%BD%D0%B8%D0%B9-%D0%BF%D0%B0%D1%81%D0%BF%D0%BE%D1%80%D1%82-%D0%94%D0%BD%D1%96%D0%BF%D1%80%D0%BE%D0%BF%D0%B5%D1%82%D1%80%D0%BE%D0%B2%D1%81%D1%8C%D0%BA%D0%BE%D1%97-%D0%BE%D0%B1%D0%BB%D0%B0%D1%81%D1%82%D1%96_08-08-min.pdf
  16. https://dniprorada.gov.ua/uk/articles/item/9756/u-dnipropetrovska-zjavilos-dva-novih-mistapobratima-solnok-ta-zugdidi
  17. Варианты ударения:Салони́ки (Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. —М. : Недра, 1986. — С. 313.) илиСало́ники
  18. Греция исемен Инструкция буйынса географик карталар тапшырыла. — М., 1964. — 15 б.
  19. ΕΛ.ΣΤΑΤ 2015 йыл 13 февральархивланған.
  20. Our Story — tsantali.gr 2011 йыл 22 майархивланған.
  21. Ул виставка Салоніках Офіційний Міжнародної сайты (инг.)
  22. Ports List of European union in the free(недоступная ссылка) (инг.)
  23. 2007 Conventional January Cargo 05 Terminal 2012 йыл 20 февральархивланған.
  24. 8 Win Socialists Regions; 5 ' s in Elections Conservatives Greece'Regional(недоступная ссылка)
  25. First of New Kallikratis Round Elections in Implemented Plan

Һылтанмалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Салоники&oldid=1207585» битенән алынған
Категория:
Йәшерелгән категориялар:

[8]ページ先頭

©2009-2025 Movatter.jp