Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Реформация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Реформация
Рәсем
БулдырыусыМартин Лютер
Башланыу датаһы31 октябрь1517[1]
Тамамланыу датаһы1648[2][1]
Тип аталғанReformation
 Реформация Викимилектә

Реформа́ция (лат. reformatio — төҙәтеү, үҙгәртеү, реформалау) — Көнбайыш һәм Үҙәк Европала XVI—XVII быуат башында булған киң дини һәм ижтимағи-сәйәси хәрәкәт. УлкатоликхристианлығынТәүратҡа ярашлы реформалау.

Лютерҙың "95 тезисы"ның беренсе бите

Уның башы тип Виттенберг университетында дин буйынса докторМартин Лютер Кингтың сығышы һанала: 1517 йылдың 31 октябрендә ул Виттенберг ҡәлғә сиркәүенең ишегенә үҙенең «95 тезисын» ҡаҙап ҡуя, унда Лютер католик сиркәүенең енәйәттәренә, атап әйткәндә, индульгенциялар һатыуға ҡаршы сыҡҡан[прим. 1]. Реформацияның ахыры тип тарихсыларВестфаль тыныслығына ҡул ҡуйылған 1648 йылды тип иҫәпләйҙәр, был килешеү һөҙөмтәләре буйынса дини факторҙар Европа сәйәсәтендә мөһим роль уйнауын тамамланыуына килтерә.

Реформацияның төп сәбәбе булып яңы барлыҡҡа килгәнкапиталистик етештереү ысулын үҙ иткәндәр менән шул осорҙа әле хакимлыҡ иткәнфеодаль ҡоролошто яҡлаусылар араһында көрәш булып тора. Һуңғыларҙың идеологикҡанундарын һаҡлау менәнкатолик сиркәүе шөғөлләнгән. Яңы тыуып килгәнбуржуазия ҡатламының мәнфәғәттәре һәм өмөттәрепротестант сиркәүҙәрен, милли дәүләттәрҙе нигеҙләүҙә сағыла.

Протестантизм бөтә Европа буйынса тарала: Мартин Лютерҙың эйәреүселәре —лютеранлыҡ, Жан Кальвиндың —кальвинизм, Ульриха Цвингли —цвинглианлыҡ, тағы ла«цвиккау пәйғәмбәрҙәре» (анабаптизм),англиканлыҡ.

Католик сиркәүе һәм иезуиттар менән Реформацияға ҡаршы ҡабул ителгән саралар комплексыКонтрреформация исеме аҫтында билдәле.

Реформацияның сәбәптәре

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Рим папаһына карикатура
Изге Георгтың папалар системаһына (аждаһа рәүешендә күрһәтелгән) һәм императорға ҡаршы көрәше

Урта быуаттар буйы сиркәү йәмғиәт тормошонда мөһим роль уйнаған һәм Көнбайышта хакимлыҡ иткән феодаль ҡоролошҡа идеаль яраҡлашҡан. Сиркәү иерархияһы ижтимағи иерархияһының сағылышы булып торған: әгәр феодаль ҡоролошта королдән рыцарға тиклем булһа, икенселәре Рим папаһынан алып руханиҙарға тиклем була. Көнбайыш Европаның төрлө илдәрендә сиркәү бөтә эшкәртелгән ерҙәрҙең1/3 алып торған, уларҙафеодализмдағы һымаҡ крепостнойҙарҙың эше ҡулланылған[3]. Феодаль йәмғиәттең әҙер формаларын ҡабул итеп һәм унан бихисап файҙа алып, шул уҡ ваҡытта сиркәү ойошма булараҡ был йәмғиәттең идеологияһын формалаштырған. Европамонархтары сиркәүҙән юғары санкция алыр өсөн төрлө сығымдарға киткәндәр.

Урта быуат йәмғиәтенең идеялы санкцияһы булараҡ, феодаль католик сиркәүе уның материаль нигеҙе — феодаль ҡоролош хакимлыҡ иткәндә генә йәшәй һәм сәскә ата алған. Әммә XIV—XV быуаттарҙа башта УртаИталияла һәм Фландрияла, ә XV быуат аҙағынан бөтә Европа буйлап яңы социаль синыфтың —буржуазияның үҫеше башлана, ул яйлап үҙ ҡулынаиҡтисадты ала барып, һуңынан сәйәси өҫтөнлөкә ынтыла[3]. Хакимлыҡҡа ынтылаған яңы синыфҡа яңы идеалогия кәрәк булған. Буржазияхристианлыҡтан баш тартырға уйламаған, әммә уға икенсе христианлыҡ кәрәкле булған, яңыдин иҫке донъяны хеҙмәтләндергәнкатолицизмдан тәү сиратта үҙенең арзалығы һәм ябайлығы менән айырылып торорға тейеш булған: буржуазияға аҡсалар мөһабәт соборҙар төҙөү һәм бай сиркәү церемонияларын үткәрер өсөн түгел, ә үҙҙәренең етештереүенә, үҫеп килгән эшҡыуарлыҡтарын булдырырға һәм артырыуға һалырға теләгәндәр[3].

Иҡтисади һәм милли иҙеүҙән башҡа Реформацияның барлыҡҡа килеүенәЯңырыу дәүере ваҡытында Европала интеллектуаль мөхиттең үҙгәреүе лә сәбәбсе була. Был осорҙа кешеләрҙең иҫке ҡулъяҙмаларға һәм тәүсығанаҡтарға ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы арҡаһында христианлыҡҡа һәм шул ваҡыттағы сиркәүгә икенсе критик ҡараш барлыҡҡа килә башлай.

Реформацияның башланғыстары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Джон Виклиф

Иҡтисади баҫым милли мәнфәғәттәрҙе иҙеү менән бергә XIV быуатта уҡАнглияла Авиньон папаларына ҡаршы протест тыуҙыра.Оксфорд университеты профессорыДжон Виклиф бөтөн папа системаһын емерергә һәм сиркәү ерҙәрен тартып алырға кәрәклеген иғлан итә[4]. 1379 йылда Джон Виклиф сиркәү башлығы булып Рим папаһы түгел, әҒайса булып тора тип үҙенең әҫәрҙәрендә яҙа. Уның буйынса сиркәү түгел, әТәүрат диндарҙарға берҙән-бер авторитет булып тора һәм сиркәүИнжил буйынса төҙөлөргә тейешлеген әйтә. 1382 йылда Джон Виклиф Инжилды, ә 1384 йылда Иҫке Ғайеттең күп өлөшөн Николай Герфордскийинглиз теленә тәржемә итәләр. Шулай итеп, инглиздәр тәүге тапҡыр Тәүраттың тулы тексын туған телендә уҡый ала. Виклифтың ҡараштарыЛондонда һәмРимда ғәйеләнһә лә, уның тәғлимәттәре крәҫтиәндәрҙә киң таралыу яулай һәм 1381 йылғы ихтилалға килтерә. Англияла уҡығанЧехиянан килгән талиптар был тәғлимәтте туған иленә алып ҡайталар һәм ул Ян Густың идеяларының нигеҙе булып китә[5].

Был осорҙа Чехияла немец руханиҙарының йоғонтоһо көслө булған, улар Куттенберг рудниктарын үҙ ҡулына алырға тырышҡандар[6]. Вифлеем часовняһы пасторы булған һәм 1409 йылдан алыпПрага университеты ректоры Ян Гус профессор Виклифтың хеҙмәттәрен тарата. Был осор чех милли үҙаңы күтәрелеүенә тап килә — ЧехияИзге Рим империяһы власына ҡаршы сыға[7]. Халыҡ ғауғаһын бөтөрөр өсөн Констанц ҡалаһында императорСигизмунд I һәм Рим папаһы Мартин V сиркәү йыйылышы үткәрә, унда Ян Гус һәм уның көрәштәше еретиктар тип иғлан ителгәндәр һәм усаҡта яндырылғандар. Джон Виклиф та еретик тип иғлан ителә[8].

Лютеран Реформацияһы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Германиялағы Реформация

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Вормс рейхстагында Лютер

XVI быуат башына ҡарайГермания ғәмәлдә әле һаманда ижтимағи бүленгән дәүләт булып ҡала. Сиркәү менән бөтә ҡатламдар ҙа ризаһыҙ булалар: крәҫтиәндәр сиркәү дисәтинәһе һәм ерләү йыйымдары менән талана, һөнәрселәрҙең етештерелгән тауарҙары һалым һалынмаған монастырҙар продукцияһы менән конкуренциялай алмаған, сиркәү үҙенең ер биләмәләрен ҡалаларҙа ла киңәйтә — был ҡала кешеләрен ғүмерлек бирәсәктә булырға янай[9].

ЛютерИзге Риүәйәттең, йәки сиркәү ҡарарҙарын һәм папа декреттарын, авторитетын кире ҡаға һәм дини хәҡиҡәттең берҙән бер сығанағы итеп Изге Яҙманы һанай.

Дания һәм Норвегиялағы Реформация

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Даниялағы РеформацияГанс Таусен имеме менән бәйле. УлВиттенбергта уҡығандан һуң, тыуған илендә лютеран идеяларын тарата башлай. Сиркәү иерархтары Таусенды хөкөм итмәксе булалар, әммә дат короле Фредерик I уны яҡлап сыға. 1530 йылда Копенгагендағы сиркәү синодында дат протестанттарының "дин символы"н — «43 копенгаген мәҡәләләрен» яҡлай.Евангелик-лютеран сиркәүе дәүләт дине булараҡ Фредерик I улы —Кристиан III осоронда танылған. Реформацияны ҡанун тип ҡабул итеп, Кристиан III католик епископтарын алыштыра һәм сиркәү милкен тартып алған, һөҙөмтәлә королдең ер милке өс тапҡыр артҡан һәм уның ҡулында бөтә илдең ерҙәренең яртыһынан күберәге булған[10].

Кристиан III үтенесе буйынсаМеланхтон Данияға тәжрибәле священник-реформатор Иоганнес Бугенхагенды ебәрә һәм ул илдә Реформацияны үткәреүҙе етәкләй. Һөҙөмтәлә Даниялағы Реформация немец өлгөләренә ориентирлана. Дат тарихсылары баһаһы буйынса, Данияла Лютеран Сиркәүен индереү менән сиркәү мөнәсәбәтендә оҙаҡ ваҡытҡа немец провинцияһы булып ҡала[11].

1537 йылда король фарманына ярашлы, яңы сиркәүгә уложение эшләр өсөн «уҡыған кешеләрҙән» торған комиссия төҙөлә, уға Ганс Таусен да инә. Төҙөлгән уложение менән Лютер таныша һәм уның хуплауы буйынса шул уҡ йылдың сентябрендә яңы сиркәү ҡануны ҡабул ителә.

1550 йылдадат телендә Тәүрат баҫылып сыға. Даниялағы Реформацияның үҙенсәлеге булып монастырҙарға мөнәсәбәт тора, улар башҡаларҙан айырмалы рәүештә ябылмаған, әммә һалымдар һалына. Монастырҙарға яңы монахтарҙы алырға рөхсәт бирелмәгән, һөҙөмтәлә улар 30 йылдан һуң ябылып бөткәндәр. Күп кенә священниктар үҙ урындарын ташларға баҙнат итмәй яңы сиркәү структураһына инәләр[12].

Норвегиялағы Реформацияны шулай уҡ дат короле Кристиан III үткәргән. Норвег архиепископыОлав Энгельбректссондың яңы дингә ҡаршылығы уңышһыҙ булған, һәм, киреһенсә, иҫке дин өсөн көрәш арҡаһында Норвегия тулыһынса бойондороҡһоҙлоғон юғалта һәм «дат провинцияһына» әйләндерелә. Бының тураһында Копенгагенда иғлан итәләр[13].

Швеция һәм Финляндиялағы Реформация

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Густав Вастың триумфы. Һары күлдәктәге ҡатын — Католик сиркәүе

Эребрунан Германияға килгән тимерсенең улдары ағайлы-ҡустыларОлаус (Олаф) һәмЛаврентий (Ларс) Петрилар 1517 йылда Мартин Лютерҙың Рим-католик сиркәүен тәнҡитләү сығышында булалар. 1518 йылда ОлаусШвецияға ҡайта, Стренгнес сиркәү мәктәбенең диаконы һәм уҡытыусыһы булып китә. Тәүге осорҙа Петриларҙың сығыштарына сиркәү иерархтары ғына түгел, ә ябай диндарҙар ҙа тиҫкәре мөнәсәбәт менән ҡабул иткәндәр. Яңы швед королеГустав Васа 1523 йылда фарман сығара, уның буйынса милекһеҙ ҡалдырыу һәм үлем язаһы ҡурҡынысы менән Лютерҙың әҫәрҙәрен уҡыу тыйыла. Әммә ауыр эске сәйәси ваҡиға королде ил эсендә яңы союздаштар һәм өҫтәмә финанс сығанаҡтарын эҙләргә мәжбүр итә. 1524 йылда яңы архиепископ һайлау буйынса швед короле һәм Рим папаһы Клемент VII менән низағ тыуа, һөҙөмтәлә папалыҡ менән мөнәсәбәттәр өҙөлгән һәм башҡаса кире ҡайтарылмаған.

Швецияла сиркәү реформаһы яйлап үткәрелгән. 1525 йылдан алып дини уҡыуҙаршвед телендә башҡарыла. 1526 йылда Инжил швед телендә баҫылып сыға, ә 1541 йылда — бөтә Тәүрат, һәм король бөтә сиркәүҙәрҙе яңы китаптарҙы һатып алырға мәжбүр итә[14].

1527 йылда Вестерос риксдагында Сиркәү башлығы итеп король иғлан ителә, ә монастырҙар милке тәхет файҙаһына тартып алына. Сиркәү эштәре менән король билдәләгән кешеләр идара иткән.

1531 йылда Швеция архиепископы итеп Олаустың ҡустыһы Лаврентий тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә 1536 йылда Уппсала ҡәлғәһендә Сиркәү соборы ойошторола. Унда лютеран сиркәү китаптары бөтә Швеция өсөн мотлаҡ булған, целибат ғәмәлдән сыҡҡан. 1571 йылда Лаврентий Петри«Швед сиркәү уставы»н төҙөй, унда Швеция Сиркәүенең ойоштороу структураһы һәм үҙ-аллы идара итеү ҡылыҡһырламаһы билдәләнә. Епископтарҙы һайлау хоҡуғын пасторҙар һәм диндарҙар алған, әммә кандидаттарҙы һуңғы раҫлау королдә ҡалған[15].

Швецияның өлөшө булып торғанФинляндияла ла Реформация үткәрелгән. Финляндияның тәүге лютеран архиепископы булыпМикаэль Агрикола тәғәйенләнә, улфин теленең әлифбаһын төҙөй һәм фин теленә Инжилды һәм Иҫке Ғәйетте тәржемә итә.

Кальвинистик Реформация

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Реформация Шотландияла

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Шотландияла тәүге осорҙа парламент Лютерҙың китаптарын тыйырға маташҡан[16]. Әммә был ынтылыш күбеһенсә уңышһыҙлыҡҡа тарый. Шотланд лордттары, инглиз протетанизмы ярҙамында француздар йоғонтоһонан арынырға теләп, Реформацияны законлаштыра.

Нидерландтарҙағы Реформация

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Нидерландтарҙа тәүге протестанттарҙың килеп сығыуы ғәмәлдә Лютерҙың сығыштары менән тап килә[17], әммә сюзеренға (был ваҡытта Испания короле Нидерлантарҙың сюзерены булып торған) тоғро ҡалырға өгөтләгән лютеранлыҡ та, анабаптизм да илдә үҙенең яғына күп кенә диндарҙарҙы йәлеп итә алмай. 1540 йылдан алып бында кальвинизм тарала башлаған һәм 1560 йылға ҡарай илдең күпселек халҡы реформат булып киткәндәр[18]. Кальвинизм Нидерланд революцияһының идеологик нигеҙе лә булып китә.

Франциялағы Реформация

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа илдәрҙәге һымаҡФранцияла ла Реформация гуманистар идеялары нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Гуманизм идеяларын бында Ж. Лефевр д’Этапль һәм Мо ҡалаһы епискобы Г. Брисонне таратҡандар. XVI быуаттың 20—30-сы йылдарында бай ҡала кешеләре һәм плебей массалары араһында лютеранлыҡ һәм анабаптизм таралыу ала. XVI быуаттың 40—50-сы йылдарында кальвинизм тарала, һәм реформация күтәрелеү осорон йәнә кисерә.

Англиялағы Реформация

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа илдәрҙән айырмалы рәүештә,Англияла реформация «өҫтән» үткәрелә. Шулай итеп король Генрих VIII Рим папаһының һәмВатикандың йоғонтоһонан арынырға һәм үҙенең абсолют власын көсәйтергә теләгән. Королева Елизавета I осоронда Англикан сиркәүенең символы булып торған «39 мәҡәләләр»ҙең һуңғы мөхәрририәте донъя күрә. "39 мәҡәләләр"енә иман менән аҡланыу һәм Изге яҙма тураһындағы протестант догматтары, һәм ҡайһы бер католик догматтары ла ингән. Сиркәү милли һәм абсолютизмдың таянысы булып киткән. Сиркәүҙен башлығы булып король торған, һәм руханиҙар башҡа монархияның дәүләт аппаратының өлөшө булараҡ абсолют монархияға буйһонғандар. Дини эштәринглиз телендә атҡарыла башлаған. Католик сиркәүенең индульгенциялар менән һатыу, иконаларға табыныу, һәм ҡайһы бер дини байрамдар ғәмәлдән сыҡҡандар. Шуға ҡарамаҫтан сиркәү иерархияһы һәм литургия һаҡланып ҡалған.

Контрреформация

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Реформацияға яуап итеп, Католик Сиркәүе уға ҡаршы саралар ҡабул итә, уларКонтрреформация исеме аҫтында билдәле. Контрреформация һөҙөмтәһендәИталия,Испания,Германияның көньяғы,Швейцария кантондарының бер өлөшө,Ирландия католик булып ҡалғандар. XVI быуат аҙағына ҡарай хәҙергеБельгияның көньяғында һәмРечь Посполитала католицизм еңә.Францияла католицизм дәүләт дине булһа ла, протестанттар оҙаҡ ваҡыт буйы ирекле дин тоторға хоҡуҡ алғандар.

Карта Европала Реформацияның һәм Контрреформацияның таралыуын күрһәтә (Испания һәм Италия күрһәтелмәгән)

Контрреформацияның эске һәм тышҡы яҡтары булған. Тышҡы яҡтан протестанттар эҙәрлекләү, инквизицияны таратыу һәм тыйылған китаптарҙың индексы төҙөүҙә булһа, эске яҡтан Католик сиркәүҙең үҙендә булған реформацияны әйтергә була.

Реформацияның һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Реформация хәрәкәтенең һөҙөмтәләрен бер яҡлы ҡылыҡһырлап булмай. Бер яҡтан, Көнбайыш Европаның бөтә халыҡтарын берләштергән берҙәм католик донъяһы юҡҡа сыға, ул урынына, күбеһенсә ижтимағи хакимдарға буйһонған бихисап милли сиркәүҙәр барлыҡҡа килә. Икенсе яҡтан, милли сиркәүҙәр Европа халыҡтарының милли үҙаңы үҫешенә йоғонто яһағандар. Шул уҡ ваҡытта Төньяҡ Европа мәғарифы үҫеш ала, Тәүратты туған телдәрҙә баҫып сығарыр өсөн, уларҙың ҡайһы берҙәренә яҙыу төҙөлә.

Рухи тигеҙлекте иғлан итеү ижтимағи тигеҙлек үҫешенә тәьҫир иткән. Реформаттар күп булған илдәрҙә диндарҙарға сиркәү менән идара итеүҙә мөмкинлек бирелгән, ә граждандарға — дәүләт менән идара итеүҙә[19].

Реформацияның төп ҡаҙаныштары булып феодаль иҡтисади мөнсәбәттәрҙең яңы капиталистик мөнсәбәттәргә алыштырыуҙа булышлыҡ итеүе тора. Экономияға һәм сәнәғәттең үҫешенә ынтылыш, ҡиммәтле күңел асыуҙан һәм сиркәү йолаларынан баш тартыу капитал тупланыуына булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә протестант илдәре иҡтисади үҫеш буйынса католик һәм православ дәүләттәре менән сағыштырғанда күпкә уҙғандар. Хатта протетант этикаһы ла иҡтисадтың үҫеүенә булышлыҡ иткән.

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Традиция буйынса реформация ошо ваҡыттан алып башлана тип һанала, әммә немец тарихсыһы Эрвин Изерло был ваҡиға ғәмәлдә булғанлығы хаҡында бер ниндәйҙә ышаныслы мәғлүмәттәр юҡ тип иҫбатлай.

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 12Réforme protestante [+ subd. géogr.] //http://rameau.bnf.fr/formation/pdf/formation_rameau.pdf (фр.) — 1987.
  2. https://data.bnf.fr/fr/11940479/reforme_protestante/
  3. 123Гобри, И. Лютер, 2000, с. 5—18
  4. Лозинский С. Г.История папства 2012 йыл 17 апрельархивланған.. — С. 165.
  5. Керне, Э. Дорогами христианства. — С. 145—146.
  6. Лозинский С. Г.История папства 2012 йыл 17 апрельархивланған.. — С. 187.
  7. Керне, Э. Дорогами христианства. — С. 146.
  8. Лозинский С. Г.История папства 2012 йыл 17 апрельархивланған.. — С. 192.
  9. Ермолаев, В. А.Гейльброннская программа: Программа немецкого радикального бюргерства в крестьянской войне 1525 года. — Саратов: Издательство Саратовского университета, 1986. — С. 68—69. — 262 с.
  10. История средних веков. / Под ред. Сказкина. — М.: Высшая школа, 1977. — С. 246.
  11. Danmarks historie. — Kopenhavn, 1963. — Bd. 6. — S. 195.
  12. Чернышева О. В., Комаров Ю. Д. Церковь в скандинавских странах. — М., 1988. — С. 79—82.
  13. Чернышева О. В., Комаров Ю. Д. Церковь в скандинавских странах. — М., 1988. — С. 121.
  14. Murray R. Svenska kyrkans historia. — Stockholm, 1978. — P. 26.
  15. Чернышева О. В., Комаров Ю. Д. Церковь в скандинавских странах. — М., 1988. — С. 9—12.
  16. Kirk J. Dictionary of Scottish Church History and Theology. / Wright D.F. et al (eds). — Edinburgh, 1993. — P. 694.
  17. Чистозвонов А. Н.Нидерландская буржуазная революция XVI века. — 1958. — С. 39—49.
  18. Кернс Э. Дорогами Христианства. — С. 267.
  19. Кернс Э. Дорогами христианства. — С. 299.

Әҙәбиәт

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Библиографиялар
  1. Бобылёв А. В. Дореформационный период и Реформация: Библиографический список / В 2 т. — М., 1999. — Т.1: Книги и брошюры, изданные на русском языке; Т.2: Зарубежные библиографии и справочные издания.
Ғилми хеҙмәттәр (Реформацияның үҙе хаҡында)
  1. Источники по истории Реформации. — М., 1906. — Вып. 1-2.
  2. Зноско-Боровский М. Православие, римско-католичество, протестантизм и лютеранство. — Загорск, 1991.
  3. Ковальский Я. В.Папы и папство. М.: Политиздат, 1991. — 236 с. 2000 экз. ISBN 5-250-01237-X.
  4. Культура эпохи Возрождения и Реформации. — Л., 1981.
  5. Лемэтр Н. Католики и протестанты: религиозный раскол XVI века в новом освещении. // Вопросы истории. — 1995. — № 10.
  6. Очерки истории западного протестантизма. — М., 1995.
  7. Смирнов М. Ю.Реформация и протестантизм : Словарь. СПб.: Издательство СПбГУ, 2005. — 196 с. ISBN 5-288-03727-2.
  8. Соловьёв Э. Ю. Политико-юридические завоевания Реформации. // Философия эпохи ранних буржуазных революций. — М., 1983.
  9. Фромм Э. Бегство от свободы. — М., 1990.
  10. Цвейг С.Совесть против насилия: Кастеллио против Кальвина. М.: Мысль, 1986. — 238 с. — (Библиотечная серия).
  11. Эпоха Реформации. Европа / А. Н. Бадак, И. Е. Войнич, Н. М. Волчек и др. — Минск: Харвест, 2002. — 624 с. ISBN 985-13-0267-8..
  12. Жукоцкий В. Д.Реформация как универсалия культуры: перекличка эпох и поколений 2011 йыл 19 августархивланған. //Жукоцкий В. Д., Жукоцкая З. Р. Русская Реформация ХХ века: статьи по культурософии советизма. — М.: Новый хронограф, 2008. — С. 4—52.
  13. Ерохин В. Н. История религиозной Реформации в Европе в XVI — начале XVII веков Учебное пособие / В. Н. Ерохин. — Нижневартовск: Изд-во Нижневарт. пед. ин-та, 2004. — 310 с.
Ғилми хеҙмәттәр (илдәр буйынса реформация хаҡында)
  1. Английская реформация: документы и материалы. — М., 1990.
  2. Бецольд, Ф. фон. История Реформации в Германии. — СПб., 1900.
  3. Дементьев Г. А. Введение реформации в Швеции. — СПб., 1892.
  4. Дементьев Г. А. Введение реформации в Дании. — СПб., 1900.
  5. Макаров И. В.Очерки истории Реформации в Финляндии 2022 йыл 30 июньархивланған.. — СПб.: Реноме, 2007. —ISBN 978-5-98947-083-9
  6. Клибанов А. И. Реформационные движения в России в XIV — первой половине XVI в. — М., 1960.
  7. Лифшиц Г. М. Реформационное движение в Чехии и Германии. — Мн., 1978.
  8. Смирин М. М. Германия эпохи Реформации и Великой Крестьянской войны. — М., 1962.
  9. Соколов В. Реформация в Англии. — М., 1881.
  10. Чистозвонов А. М. Реформация как фактор германской истории XVI в. // Средние века. — М., 1985. — Вып. 48.
Дини хеҙмәттәр
  1. Кернс Эрл.Дорогами Христианства. История церкви. М.: Протестант, 1992. — 416 с.
  2. Норт Дж.История Церкви от дня Пятидесятницы до нашего времени. М.: Протестант, 1993. — 413 с.
  3. Хегглунд Бенгт.История теологии/А. Прилуцкий. СПб.: Светоч, 2001. — 369 с. 2000 экз. ISBN 5-7443-0058-9.
Биографиялар
  1. Гобри Иван.Лютер. М.: Молодая гвардия, 2000. — 513 с. — (Жизнь замечательных людей). 5000 экз. ISBN 5-235-02389-7.
  2. Прозоровская Б. Мартин Лютер. Его жизнь и реформаторская деятельность. — СПб., 1994.
  3. Флауэр А. Жизнь и вера М. Лютера. — СПб., 1994.
  4. Ян Гус; Лютер; Кальвин; Цвингли; Патриарх Никон : Биографические повествования. — 2-ое изд. — Челябинск: Урал LT, 1998. — Т. 12. — 521 с. — (Библиотека Флорентия Павленкова). 15 000 экз. ISBN 5-88294-077-X.
Мәҡәләләр
  1. Кареев Н. Реформация // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 86 томах (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  2. Реформация // «Энциклопедия Кругосвет». 2013 йыл 1 февральархивланған.

Һылтанмалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
commons:Реформация Викимилектә
«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Реформация&oldid=1286914» битенән алынған
Категориялар:
Йәшерелгән категориялар:

[8]ページ先頭

©2009-2026 Movatter.jp