Декарт ФранциялаЛаэ (La Haye en Touraine) , хәҙергеДекарт (Descartes) , ҡалаһында фәҡирлеккә төшкән боронғо дворяндар тоҡомло ғаиләлә өсөнсө бала булып 1596 йылдың 31 мартында тыуған. Бер йәшендә әсәһе үлеп ҡала атаһы Ренн ҡалаһында судья булып эшләй һәм Лаэла һирәк була, баланы әсәһе яғынан өләсәһе тәрбиәләй. Рене бала сағында бик сирләшкә була, ҡыҙыҡһыныусанлығы менән айырылып тора.
Башланғыс белемде Декарт Ла Флештағы иезуит коллежында ала, уҡытыусыһыЖан Франсуа була. Белемде иезуиттар мәктәбендә ала һәм хәрби хеҙмәтте үтә. Коллежда Декарт буласаҡ рухани һәм Францияның фәнни тормошона йүнәлеш биреп торасаҡМарен Мерсенн менән таныша. Дини белем Декартта, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, ул саҡтың күренекле философтарына ышанмау уята.
1612 йылда у Декарт коллеж тамамлап, күпмелер ваҡыт Пуатьела хоҡуҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, шунанПарижға китеп, математикала эҙләнеүҙәрҙе ғәмһеҙ ваҡыт уҙғарыуҙар менән аралаштырып, бер аҙ йәшәп ала. Шунан хәрби хеҙмәт (1617) — башта революция ялмағанГолландияла , артабанГерманияла , Прага өсөн һуғышта (Утыҙ йыллыҡ һуғыш ). 1618 йылда Голландияла Декарт атаҡлы физик һәм натурфилософИсаак Бекман менән таныша, тап уның йоғонтоһонда ғалим булып китә лә инде. Декарт бер нисә йыл Парижда ғилми эш менән шөғөлләнә, виртуаль тиҙлек принцибфн аса, әммә ул ваҡытта быны аңларлыҡ кеше булмай әле.
Шунан йәнәЛа-Рошель өсөн һуғыш та ҡатнаша. Францияла Декарттың хөр фекерләүе иезуиттарға килеп етә, һәм уны көфөрлөктә ғәйепләй башлайҙар. Шуның өсөн Декарт Голландияға күсеп (1628), 20 йыл йәшәй.
УлЕвропаның иң ҙур ғалимдары менән хат алыша,медицинанан алып метеорологияға тиклем төрлө фәндәрҙе өйрәнә. Ниһайәт, 1634 йылда тәүге, программа булырлыҡ «Донъя» тигән китабын (Le Monde ) тамамлай, ул ике — «Яҡтылыҡ тураһында трактат» һәм «Кеше тураһында трактат» тигән өлөштәрҙән тора. Әммә китап уңышһыҙ ваҡытҡа юлыға — бер йыл элек кенә инквизицияГалилейҙы саҡ үлтермәй ҡала. Шуның өсөн Декарт үҙе тере сағында китапты сығармаҫҡа була. Ул Мерсеннға Галилейға хөкөм тураһында былай тип яҙа:
Швеция королеваһыКристина менән Рене Декарттың һүҙ көрәштереүе Был мине шул тиклем тетрәтте, хатта яҙмаларымды яндырырға булып киттем, һис юғы уларҙы күрһәтмәҫкә кәрәк; Папа үҙе ыңғай ҡараған италиялыны ла Ер әйләнә тигән өсөн язаларға булғастар инде… Ер хәрәкәте ялған икән, минең философиям нигеҙҙәре лә ялған булып сыға, сөнки минең һығымталарым да шундай.
Әммә Декарттың башҡа китаптары донъя күрә тора:
«Ысул тураһында фекерләүҙәр…» (1637) «Тәүге философия тураһында фекерләүҙәр…» (1641) «Философияның башланғыстары» (1644) Кардинал Ришельё Декарттың хеҙмәттәренә ыңғай баһа бирә һәм Францияла баҫырға рөхсәт итә, ә Голландияның руханиҙары ҡарғыш белдерә (1642); Оран принцының яҡлауы булмаһа ғалимға бик ауырға тура килер ине.
1635 йылда Декарттың никахһыҙ ҡыҙы Франсина тыуа (хеҙмәтсеһенән). 5 йәшендә бала скарлатинанан үлеп ҡала, Декарт быны үҙ ғүмерендәге иң ҙур ҡайғы тип баһалай.
Сен-Жермен де Пре сиркәүендә Рене Декарттың ҡәбере (уң яҡта — эпитафия) 1649 йылда туҡтауһыҙ талауҙарҙан биҙрәгән Декарт швед королеваһы Кристинаның саҡырыуы буйынса Стокгольмға күсенә. Унда барыу менән ауырып китеп, пневмониянан үлеп ҡала. Үлеменең сәбәбе тип пневмония фараз ителгән. Декартты мышьяк менән ағыулап үлтергәндәр тигән фараз да бар, сөнки ауырыу билдәләре шуға оҡшаш була. Бындай фараздыАйки Пиз (немец ғалимы[ 1] ), артабанТеодор Эберт [ 2] [ 3] та белдерә. Декарттың йоғонтоһонда королева Кристина католиклыҡҡа күсмәҫ тип, католик агенттар үлтергәндер тип уйлайҙар (1654 йылда королева шул инанысты ҡабул итә).
Ғүмеренең ахырына Декартҡа сиркәүҙең дошманлығы көсәйә. Үлгәндән һуң Декарттың әҫәрҙәре «Индекс» тигән исемлеккә индерелә, ӘЛюдовик XIV махсус бойороҡ менән Декарттың философияһын («картезианлыҡ ») Францияның барлыҡ уҡыу йорттарында ла өйрәтеүҙе тыя.
Үлгәндән һуң 17 йыл үткәс мәрхүмдең һөйәктәре Стокгольмдан Парижға күсерелә һәм Сен-Жермен де Пре аббатлығындағы часовняла ерләнә. Ҡәбере әле лә шунда.
Бер нисә йылын сәйәхәттә үткәргендән һуң.Нидерланд короллегенә күсеп китә. Шунда ул үҙенең иң танылған ғилми хеҙмәттәрен ижад итә. Декарт, физика, математика һәм космология фәндәре өлкәһендә шөғөлләнеп, үҙен ҙур ғалим итеп таныта. Был фәндәр буйынса ул өр-яңы фекерҙәр әйтә. Уның космология буйынса әйткән фекерҙәре айырыуса әһәмиәтле. Ул,Коперниктың ҡараштарына ҡушылып,Ҡояш системаһының нисек (Алланың ҡатнашлығынан башҡа) килеп сығыуы тураһында яҙып сыға. Декарттың материя тураһындагы ҡараштары шаҡтай ҡаршылыҡлы. Материяны ул һуҙылған аралыҡ рәүешендә генә аңлай. Уның сифаттары: оҙонлоҡ, киңлек һәм бейеклек. Материя, Декарттың ҡарашынса, матдәгә ҡайтып ҡалмай, дөрөҫөрәге, ул матдә түгел, бәлки, юғарыла әйтелгәнсә, һуҙылған аралыҡ. Уның сиге юҡ (был фекер урта быуаттар философтарының ҡараштарын юҡка сығара), ул сикһеҙ бүленеүгә лә дусар (был фекере иһә Демокриттың атом теорияһын инҡар итә, сөнкиатом «бүленмәҫ киҫәксә» тигән мәғәнәне аңлата).
Декарттың «Ысул тураһында фекерләүҙәр» Декарт хәрәкәттеНьютонса аңлатырға тырыша. Йәғни хәрәкәт материянең әүәлдән үк булған сифаты түгел. Материяны хәрәкәткә килтереү өсөн, йәнәһе, ниндәйҙер этәреүсе көс кәрәк булған. Улайһа, был осраҡта ниндәй көс күҙҙә тотола һуң? Был һорауға яуап юҡ. Ғөмүмән, материя менән хәрәкәт берлектәге күренештәр түгел, тип һанау механистик материализмға характерлы хасийәт. Декарт кешенең тәне һәм йәне араһындағы мөнәсәбәтте лә үҙенсә аңлатырға тырыша. Уныңса, йән менән тән айырым есемдәр.Хайуан йән тигән нимәнән мәхрүм, ә кешегә улАлла тарафынан бирелгән, тип фекер йөрөтә Декарт. Декарт танып белеү теорияһына ла үҙенсәлекле ҡараштарын өҫтәй. Декартты агностиктар рәтенә керетеп ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. Ләкин ул бар нәмәне белеү тигән ҡарашты икеләнеберәк бәйәләй. Декарт заманында, бигерәк тә унан һуң, танып белеүҙәскептицизм, агностицизм көс йыя башлаған була. Был, айырыуса, Юм филосоияһында урын таба. Ул — донъя тураһындағы барлыҡ белемдәрҙе шиккә ҡуйып: «Мин хатта үҙем тураһында ла — йәшәйемме йә иһә йәшәмәйемме — берни ҙә әйтә алмайым»,— тигән булған. Декарт был мәсьәләне (Юмга тиклем үк инде) башҡаса сисә алған. «Мин фекерләйем, тимәк, мин йәшәйем»[ 4] тигән фәнни ғибәрә ҡалдырған. Декарттар заманында танып белеү теорияһы өлкәһендә ике ҡапма-ҡаршы концепция барлыҡҡа килә: сенсуализм һәмрационализм . Әгәр дә сенсуализмды башлап ебереүсеДжон Локк тип ҡараһалар, рационализм башында Декарт торған, тип һанарға кәрәктер. Әгәр ҙәсенсуализм өсөн индуктив методты абсолютлау хас булһа, рационализм өсөн дедуктив методты алға ҡуйыу характерлы. Декарттыңрационализмға тартымлы булыуын аңлау ауыр түгел, сөнки ул математик булған. Ошо фәндәге алымдарҙы ул философияға ла күсерергә тыпышҡан. Декарттың ғилми тәғлимәте философия фәненең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Декарттың филосоияһы — дуализм. Шунлыҡтан уның йоғонтоһоматериализмда ла, шулай ук идеализмда ла һиҙелә. Тыумыштан килгән идеялары, интуитив характерҙағы аксиомалары, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе аңлауҙа агностик ҡараштарға бирелеүе һ. б. шундай тайпылыштары Декартты идеализм йүнәлешенә китерә алған. Әтәбиғәт тураһындағы фекерҙәре, төрлө теологик ҡараштарҙы тәнҡитләп сығыуы уны, һис шикһеҙ, материалистик ҡараштағы ғалимдәр рәтенә баҫтыра алған.
Декарттың фәлсәфәгә индергән төп ҡаҙанышы — рационализмдың донъяны танып белеү өлкәһендә төп ысул булыуын күрһәтеүе.Картезианлыҡ үҫешендә ике ҡапма-ҡаршы йүнәлеш барлыҡҡа килә:
материалистик монизм (Х. Де Руа, Б. Спиноза) идеалистик окказионализм (А. Гейлинкс, Н. Мальбранш). Декарттың донъяға ҡарашыкартезианлыҡ тип аталған тәғлимәткә нигеҙ һала:
Француздар һәр саҡ скептиклығы менән айырылып торған, шул уҡ ваҡытта белем алыуҙаматематик теүәллекә ынтылыуҙары менән дә билдәлеләр.
Хәҡиҡәттең кире ҡағылмаҫлыҡ булып иҫбатланырға тейешлеге — Декарт шиктәрҙе тик шулай ғына юҡҡа сығарырға мөмкин тип һанай.
Виндельбандтың әйтеүенсә, Декарттың Илаһи Көс барлығын раҫлауын «антропологик (психологик) һәм онтологик ҡараштар берлеге» тип алырға була.
Ике субстанция — рух һәм материя — Декарттың һәр яҡтан камил көс барлығын раҫлаған тәғлимәтендә яралтылған һәм тамамланған субстанциялар булып тора; бары тик Илаһиҙың субстанцияһы ғына сикһеҙ һәм төп субстанция булып тора.
Декарттың этик ҡараштарынФуллье уның әҫәрҙәре һәм хаттары буйынса тергеҙә. Был өлкәлә лә теологияны рациональ фәлсәфәнән айырып ҡарап, Декарт әхлаҡи хәҡиҡәттәрҙе лә аңдың «тәбиғи нуры» менән һуғарылған, тип раҫлай (la lumière naturelle).
Мамардашвили ҡарашынса, Декартты экзистенциаль традицияға нигеҙ һалыусылар рәтенә индерергә мөмкин.
Декарттың рефлекс һәм рефлектор эшмәкәрлек принцибы буйынса яҙған хеҙмәттәре артабан психологияның төп нигеҙҙәрен тәшкил итә. Есем механизмдарын өйрәнгәндә аффект (дәрт) кеүек халәттәр психик тормошҡа йоғонто яһауын һүрәтләй. «Аффект» төшөнсәһе хәҙергепсихологияла айырым эмоциональ халәттәргә ҡарата ҡулланыла.