Парагвай — аграр ил, донъяла иң күп соя етештереүселәрҙең береһе (донъяла 6-сы урында).
2009 йылда йән башына эске тулайым продукт - 4,1 мең доллар (донъяла 154-се урын). Фәҡирлек кимәленән түбәнерәк - халыҡтың 52 % (2006). 2018 йылдың 1 июленән хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме, 2018 йылдың 22 июнендә Орасио Картес ҡул ҡуйған 9088/18-се декретҡа ярашлы, ₲ 2 122 562-гә тиң (яҡынса $350.68)[ 10] [ 11] [ 12] [ 13] [ 14] [ 15] [ 16] [ 17] [ 18] [ 19] [ 20] [ 21] .
Ауыл хужалығы (Эске тулайым продукттың 22 проценты, эшләүселәрҙең 31 проценты) — мамыҡ үләне, шәкәр ҡамышы, соя, кукуруз, бойҙай, тәмәке, кассава (тапиока), емеш-еләк, йәшелсә; ит-һөт малсылығы, сусҡалар, ҡош-ҡорт; ағас әҙерләү.
Сәнәғәт (тулайым эске продукттың 18 проценты, эшләүселәрҙең 17 проценты) — шәкәр, цемент, туҡыма, эсемлектәр, урман материалдары етештереү; гидроэнергетика.
Хеҙмәтләндереү өлкәһе — эске тулайым продукттың 60 проценты, эшләүселәрҙең 52 проценты.
2012 йыл аҙағында Парагвай президенты Федерико Франко Чаконың ярымсүл зонаһында нефть ятҡылығы табылыуын белдерә. Был Парагвайҙың башҡа илдәргә энергетик бәйлелек осоро тамамланыуы хаҡында һөйләүе мөмкин[ 22] .
2018 йылда Парагвайҙың ҡомарлы уйындар көйләүсеһе Amambay Hotel Casino эшмәкәрлегенә лицензия бирә, ул Латин АМерикаһында тәүге легаль уйын йорто була. Тендер шарттары буйынса, Педро-Хуан-Кабальеро ҡалаһында казино үҙенең килеменән 20 процентын хөкүмәт бюджетына түләйәсәк[ 23] .
Төп экспорт тауарҙары[ 24] — соя һәм соя продукттары (дөйөм күләмдән 35 процентҡа тиклем), электр энергияһы (дөйөм күләмдән 24 процент), ит (башлыса һыйыр ите), дөгө, кукуруз, бойҙай, ағас, күн һәм тире, алтын.
Парагвай тауарҙарының төп һатып алыусылары (2016 йылда) — Бразилия — 34 % ($2,99 млрд долл.), Аргентина — 9,3 % ($0,810 млрд долл.), Рәсәй — 7,5 % ($0,654 млрд долл.), Чили — 6,2 % ($0,540 млрд долл.) һәм Италия — 3,7 % ($0,323 млрд долл.).
Основные импортные товары (9,7 млрд долл. в 2016 г.) — нефтепродукты, машины и оборудование, пестициды и другие химикаты, металлопрокат, продовольствие.
Импортты төп һатыусылар (2016 йылда) — Ҡытай — 27 % ($2,65 млрд долл.), Бразилия — 24 %($2,3 млрд долл.), Аргентина — 12 % ($1,15 млрд долл.), АҠШ — 7,6 % ($0,733 млрд долл.) һәм Чили — 4,3 % ($0,414 млрд долл.)
1960 йылдан2017 йылға тиклем халыҡ һаны буйынса статистика
2020 йылға Парагвай халҡының йәш-енес пирамидаһы Халҡы һаны — 7,0 млн (2010 йылдың июленә ҡарата).Йыллыҡ үҫеш - 1,3%.
Ир-егеттәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо - 73, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 79 йәш.
Иммун дефициты вирусы менән зарарланыу - 0,6%.
Халыҡтың 60 проценты (2008 й.) ҡала ерендә йәшәй.
Грамоталылыҡ - 94 % (2003 йылғы баһа).
Этно-раса составы (баһа) - 95 % метистар, башҡалар 5 %. Рәсми статистикала этник йәки раса иҫәпкә алынмай.
Телдәре — испан һәм гуарани, икеһе лә рәсми. Латин Америкаһының башҡа илдәренән айырмалы рәүештә, Парагвайҙа милләт-ара аралашыу өсөн төп халыҡтың теле, гуарани теле киң ҡулланыла. Халыҡтың 37 проценты күбеһенсә гуарани телендә һөйләшә, 50 проценты испан һәм гуарани телдәрен берҙәй белә, халыҡтың 7 % башлыса испан телендә һөйләшә. Халыҡтың ҙур булмаған өлөшө португал һәм немец телдәрен белә.
Дин — католиктар 89,6 %, протестанттар — 6,2 %, башҡа христиандар — 1,1 %, башҡалар һәм билдәһеҙҙәр — 1,9 %, атеистар — 1,1 % (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса). Протестанттар Алла Ассамблеяларынан диндарҙар, баптистар, лютерандар, меннониттарҙан тора.