- Панорм бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ:Панорм (мәғәнәләр).
Пале́рмо (бор. грек. Πάνορμος,лат. Panormus,итал. Palermo[paˈlɛrmo](i),сиц.Palermu) —Италиялағы ҡала.Сицилия утрауында урынлашҡан.
Сицилия өлкәһенең административ үҙәге һәм провинцияға тиңләштерелгән шул уҡ исемле территориаль берәмек.
Изге Розалия ҡаланың ҡурсалаусыһы тип иҫәпләнә. 15 июль — ҡала байрамы көнө.
Палермоға беҙҙең эраға тиклем 754 йылдафиникийҙар Сус (финикий телендә — «сәскә») исеме менән нигеҙ һала. Әммә Панорм (лат. Panormum һәмPanormus,бор. грек. Πάνορμος)[2][3] атамаһын (һәр ваҡыт үтеп булырлыҡ гавань тип аңлатылған) гректарҙан ала (шул уҡ исемле грек полисыКесе Азияла, хәҙергеТөркиәләге Бандырма ҡалаһы була).Беренсе пун һуғышында бындаКарфаген флотының төп туҡталышы була. Беҙҙең эраға тиклем 254 йылда ҡаланыримлылар алып, уға муниципация хоҡуғы биргән. ӘОктавиан Август ваҡытында ҡала колонияға әүерелгән. 515 йылда бөтөнләй бушап ҡалған, Рим идараһы ваҡытында Палермоныостготтар баҫып ала. 535 йылдаВизантия империяһы юлбашсыһы ВелизарийСицилияның төньяҡ ярын яулап ала. 831 йылда Палермомосолмандар ҡулына эләгә; шунан бирле Сицилияның мөһим сауҙа үҙәгенә әүерелә. Халыҡтың күпселек өлөшөн ТөньяҡАфрика менән сауҙа иткән гректар,йәһүдтәр һәмғәрәптәр тәшкил иткән.
1072 йылда норман яулап алыусыһы Роберт Гвискар Палермоны ала, ә уның вариҫы Рожер II уныСицилия короллегенең баш ҡалаһы итә. Гогенштауфендар хакимлығы дәүерендә, айырыусаИзге Рим императорыФридрих II осоронда Палермола һарай тормошо сәскә атҡан. Фридрих II-нең улы Манфред Сицилиялы вафат булғандан һуң, 1266 йылда Беневенто янындағы алыш барышында француз графы Карл Анжуйский Палермоға эйә була. Әммә француздар Сицилияны оҙаҡ контролдә тота ала алмай. Сицилия короле Конрадинды үлтерелеүенә үс итеп, утрау халҡы баш күтәргән. Һөҙөмтәлә 1282 йылда Палермо биҫтәләрендә башланған бола арҡаһында Сицилияла бөтә француздар юҡ ителгән.
Сицилия короле итеп Педро III Арагонлы иғлан ителә, ә Палермо вице-король резиденцияһына әйләнә. Әммә алты быуат дауамындағыИспания хакимлығы ҡала халҡына үҫеш килтермәй. 1799 йылда,Неаполь француздар ҡулына күскәндә, король Фердинанд IV Неаполитанлы Палермоға ҡаса һәм бында 1815 йылға тиклем ҡала. 1820 йылда Фердинанд IV Неаполь менән Сицилияны берҙәм Ике Сицилия короллеге тип иғлан итергә булғас, Палермола бола ҡупҡан. Уны оло ауырлыҡ менән бөтөрә алғандар. 1847 йылда Палермола башланған сыуалыштар 1848 йылда дөйөм ихтилалға әүерелә. Король ғәскәрҙәре ҡыйратыла, ҡалала ваҡытлыса хөкүмәт ойошторола һәм Сицилия парламенты саҡырыла, ләкин киләһе 1849 йылда Палермо король ғәскәрҙәренә бирелергә мәжбүр була.
1860 йылдаДжузеппе Гарибальди Палермоны алып, уны Италия короллеге составына индергән.Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡаланың байтаҡ өлөшө емерелгән.
Урта диңгеҙ климаты. Иң һыуыҡ ай — февраль, иң йылыһы — август. Палермо тулыһынса диңгеҙ менән уратып алынғанға күрә, континенттарҙың яр буйҙарына ҡарағанда ҡыш йылыраҡ, ә йәй тынсыу һәм дымлы, ләкин бер ни тиклем эҫе түгел.
Диңгеҙҙе тулыһынса уратып алғанлыҡтан йәй Палермоға декабрь башына тиклем һуҙыла, ә декабрь мартҡа ҡарағанда йылыраҡ.
2017 йылдың 17 ғинуарында метеокүҙәтеүҙәр тарихында һауа температураһының абсолют минимумы теркәлде — 0 °C.
Ҡала климаты |
---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
---|
Абсолют максимум, °C | 25,5 | 29,3 | 30,7 | 33,7 | 38,9 | 39,4 | 40,3 | 38,7 | 36 | 34,6 | 30,3 | 28,7 | 40,3 |
---|
Уртаса максимум, °C | 17 | 17,9 | 18,5 | 20,2 | 22,6 | 24,4 | 25,3 | 26 | 25,4 | 24,1 | 19,9 | 16,5 | 21,8 |
---|
Уртаса температура, °C | 12,6 | 12,3 | 13,6 | 15,8 | 19,4 | 23,1 | 23,1 | 23,8 | 22,3 | 21 | 17,1 | 14 | 18,8 |
---|
Уртаса минимум, °C | 10 | 11,1 | 13,1 | 16,4 | 18,2 | 20 | 19,8 | 17,4 | 16,3 | 14,6 | 12,7 | 16,2 |
---|
Абсолют минимум, °C | 2,4 | 4,4 | 6,5 | 8,8 | 11,5 | 13,2 | 10,7 | 9,8 | 7,3 | 5,1 | 3,6 | 0 |
---|
Яуым-төшөм нормаһы,мм | 65 | 60 | 44 | 26 | 12 | 5 | 13 | 42 | 98 | 94 | 80 | 611 |
---|
Сығанаҡ:Погода и Климат |
Палермо кафедраль соборы
Палермо кафедраль соборы (деталдәре)Диңгеҙ буйлап Форо-Италико һуҙыла, эргәһендә Флора (Вилла Джулиа) ҡала баҡсаһы урынлашҡан. Төп майҙандар:
- ҡала үҙәгендә ике төп урамдар киҫешкән урында — Пьяцца Вильена;
- иҫ киткес фонтанлы (1550 йылда төҙөлгән) Пьяцца Претория;
- йәмәғәт баҡсаһы менән Пьяцца Марина (Джардино Гарибальди);
- Карл V һәйкәле менән (1635) Пьяцца Болонья урамы;
- Изгеләр һыны ҡуйылған балюстрада менән уратып алынған Собор майҙаны;
- Филипп V һәйкәле менән Пьяцца Виттория.
Бынан тыш иҫтәлекле урындар иҫәбенә Порта Феличе (1582—1637) ҡапҡаһы һәм Порта Нуова (1584) триумфаль аркаһы инә.
Палатина капеллаһының эске йыһаздары (XII быуат)Палермолағы 295 сиркәү һәм капелла, шул иҫәптән 70 элекке монастырь иҫәпләнә. Изге Розалия соборы готик стилдә нормандар короле Вильгельм II (1169—1185) тарафынан төҙөлгән, ләкин күп һанлы үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң испан соборы формаһын ала. Ғибәҙәтхана эсендә Изге Розалияның (ҡала ҡурсалаусыһының) көмөш һандығы һаҡлана. Шулай уҡ бында король Рожер II-нең, уның ҡыҙы Констанция һәм уның хәләл ефете Изге Рим империя императоры Генрих VI, уларҙың улдары бөйөк императорФридрих II ҡәберлектәре урынлашҡан. Башҡа иҫке норман сиркәүҙәренән алһыу төҫтәге ғәрәп көмбәҙҙәре менән айырылып торған Сан-Катальдо (XII быуат), Сан-Джованни-дельи-Эремити (1132), Маджионе билдәле. Адмирал Георгий Антиохиялы заказы буйынса төҙөлгән Марторана сиркәүе (1143) Византия зауығына тап килгән һирәк осрай торған мозаикалары менән биҙәлгән.
Король һарайында төрлө стилдәге биналар тупланған:
- Торре Пизана — король Рожер I тарафынан төҙөлгән иҫке норман башняһы;
- Палатина капеллаһы — ҡаланың төп иҫтәлекле урыны. Бина Европа урта быуатындағы ғәрәп рухында һырлап яһалған ағас түбәле ҡыйығы, король Рожер тарафынанКонстантинополдән саҡырылған оҫталар яһалған юғары сифатлы бик күп мозаикалары менән билдәле.
Башҡа иҫ киткес граждандар биналары — Кьярамонте һәм Скьяфанте палацццоһы (1307—1380), ратуша (1463). Капуциндар катакомбалары ер аҫты зыяратында XVI—XX быуаттарҙа вафат булған 8000-дән ашыу ҡала кешеләренең кәүҙәләре асыҡ килеш һаҡланыуы менән айырылып тора.
- 1999 йылда ҡалала ярым марафон буйынса донъя чемпионаты уҙғарылған.
- Ҡала Италияның футбол буйынса чемпионатының А серияһында сығыш яһаған «Палермо» футбол командаһы менән билдәле.
Тимишоара,Румыния[4] (2005)
Тбилиси,Грузия[5] (1997)
Сантьяго-де-Куба,Куба (1996)
Гран-Басам,Кот-д’Ивуар[6] (2016)
Вильнюс,Литва[7] (2012)
Оттава,Канада
Ярославль,Рәсәй
Һамар,Рәсәй
Майами,АҠШ
Монтерей,АҠШ[8]
Букаву,Конго Демократик Республикаһы
Бизерта,Тунис
Чэнду,Ҡытай
Пистоя,Италия
Сесту,Италия
Палермо,Колумбия
Палаццо Норманни
Палатина капеллаһы
Пьяцца Претория
Марторана
- Палермо //Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). —СПб., 1890—1907. (рус.)
- Appleton, D.The World in the Middle Ages. — University of Michigan, 2005.
- Almsaodi, Aymn. The Desert Race.
- Fabbri, Patrizia. Palermo e Monreale. — Florence: Bonechi, 2005.
- Graham, A.J. (1982), "The Western Greeks", in John Boardman,«The Cambridge Ancient History», vol.Vol. III, Pt. 3: The Expansion of the Greek World, Eighth to Sixth CenturiesҠалып:Sc (2nd ed.), Cambridge: Cambridge University Press .
- Head, Barclay; G.F. Hill; George MacDonald & W. Wroth (1911),"Zeugitana", in Ed Snible,«Historia Numorum» (2nd ed.), Oxford: Clarendon Press, <http://snible.org/coins/hn/zeugitana.html> .
- Langdale, Allan.Palermo: Travels in the City of Happiness (инг.). — 2015.