Нобель фонды (швед. Nobelstiftelsen) —1900 йылдың 29 июнендәНобель премияларына мөдирлек итеү һәм финанстарына идара итеү өсөн ойошторолған шәхси ойошма[2]. Фонд динамитты уйлап тапҡанАльфред Нобелдең васыяты буйынса булдырыла. Нобель фонды шулай уҡ Нобель симпозиумдарын ойоштора һәм үткәрә, уларҙа ҙур фәнни, социаль, мәҙәни әһәмиәткә эйә булған асыштар һәм уйлап табыуҙар буйынса фекер алышына[3].
Альфред Нобель үҙенең васыятында уның аҡсаһы физика, химия, физиология һәм медицина, әҙәбиәт, тыныслыҡ эшмәкәрлеге буйынса йыл һайын премия итеп биреүгә тотонолһон тип әйтеп ҡалдырған[4]. Нобель мөлкәтенең 94 процентын (31 миллион швед кронаһы) биш Нобель премияһын булдырыуға һәм тәьмин итеүгә тотонорға ҡушҡан. Васыятҡа ярашлы, фонд активтары хаҡына алынған проценттарҙы ғына премияға тотонорға мөмкин[5][6].
Асылы буйынса финанс менеджеры булған Нобель фонды инвестиция компанияһы булып тора. Уның инвестиция сәйәсәте активтарҙы һаҡлау һәм ишәйтеү маҡсатын ҡуя. Альфред Нобель васыятының положениелары башҡарыусыларға средстволарҙы «хәүефһеҙ ҡиммәтле ҡағыҙҙарға» һалырға ҡуша. XX быуат башында тотороҡло процент ставкалы дәүләт облигациялары хәүефһеҙ ҡиммәтле ҡағыҙҙар булып тора.
Нобель фондының активтарына идара итеүҙең тәүге 50 йылына инвестициялау йүнәлештәрендә ҡәтғи сикләүҙәр һәм инвестициялауҙарҙан алынған килемгә юғары һалымдар һалыныу хас. 1914 йылға тиклемһалым ставкаһы 10 процент тәшкил итә. Әммә 1915 йылдаһалым күләме ике тапҡырға арттырыла. Күп йылдар буйы Нобель фонды Стокгольмда иң эре һалым түләүсе була.
Фондты һалымдан азат итеү мәсьәләһе Швеция рикстагында йыш күтәрелә һәм тикшерелә килә. 1946 йылда, ниһайәт, Нобель фонды һалымдан азат ителә. Һөҙөмтәлә, Нобель премияларының күләме яйлап арта башлай.
1980-се йылдарҙа фонд эшмәкәрлегенең финанс һөҙөмтәләре яҡшыра бара. Был осорҙафонд баҙары үҫешен дауам итә. Фонд аҡсалары һалынған күсемһеҙ мөлкәт хаҡы ла арта. Әммә 1985 йылда Швецияла күсемһеҙ мөлкәткә һалымдар ҡапыл арта һәм килем алыу туҡтай. 1987 йылда Нобель фонды советы күсемһеҙ мөлкәткә идара итеү өсөн Beväringen тигән атамалы айырым компания ойоштора, фонд биржаһында уның акциялары менән сауҙа алып барыла.
1991 йылға фонд Нобель премияларының хаҡын 1901 йылдағы реаль хаҡҡа тиңләштереүгә өлгәшә. Әлеге ваҡытта Нобель фонды активтарының номиналь хаҡы яҡынса 3,1 миллиард швед кронаһы тәшкил итә. 2006 йылда Нобель премияларының һәр береһенең күләме 10 миллион SEK була (яҡынса 1,45 миллионАҠШ доллары). 2000 йылдың 1 ғинуарынан Нобель фондына шулай уҡактивтарҙы капитализациялауҙан алынған килемдәрҙе лә приз фондына өҫтәргә рөхсәт ителә. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, фонд активтарын һатыуҙан алынған килем премиялар фондын формалаштырыуҙа файҙаланыла ала.