Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Мәҙинә

24°28′ с. ш. 39°36′ в. д.HGЯO
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Мәҙинә
المدينة المنورة
Герб
Герб
Ил

Сәғүд ҒәрәбстаныСәғүд Ғәрәбстаны

Административ округ (Сәғүд Ғәрәбстаны

Мәҙинә

Координаталар

24°28′ с. ш. 39°36′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Фәйсал ибн Сәлмән Әл Сәғүд

Элекке исеме

Йәсриб

Майҙаны

589км²

Бейеклеге

608м

Рәсми теле

ғәрәп

Халҡы

1 102 728 кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+3

Мәҙинә (Сәғүд Ғәрәбстаны)
Мәҙинә
Мәҙинә

Мәҙи́нә[1] (ғәр.المدينة المنورة‎,Әл-Мәҙинә-әл-Мөнәүәрә[2], йәкиғәр.المدينة‎,Эль-Мадина[2]) —Сәғүд Ғәрәбстанынының тарихиХиджаз өлкәһендәге ҡала . Әлеге көндә унда йәшәгән халыҡ һаны — 1 102 728 кеше. (2010 йылға ҡарата)[3].

Дини әһәмиәте

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың боронғо исемеЙәсриб, һуңғараҡ ул Madīnat an-Nabī (المدينة النبوية «Пәйғәмбәр ҡалаһы») йәкиal-Madīnah al-Munawwarah («мәғрифәтле ҡала» йәки «нурлы ҡала»), Мәҙинә атамаһы «ҡала» тигәнде аңлата. Мәҙинә — мосолман донъяһыныңМәккәнән ҡала әһәмиәте буйынса икенсе урында тора.

Уның дини әһәмиәте тупрағындаМөхәммәт Пәйғәмбәрҙең мәңгелек йорто булыуы менән бәйле. Рәсүлдең йорто янындаӘн-Нәбәүи мәсете (Пәйғәмбәр мәсете) төҙөлгән, уны икенсе төрлө «йәшел көмбәҙ» тип тә йөрөтәләр. Уның йорто торараҡхәлифә Әбд әл-Мәлик мәсетте ҙурайтып төҙөгәндә уның өлөшө булып тороп ҡала.

Мосолмандарҙың беренсе мәсете шулай уҡ Мәҙинәнән йыраҡ түгел һәмәл-Ҡүбә мәсете (Мәсжид әл-Ҡүбә) тип атала.

Ике ҡалала ла мәсеттәр бихисап, һәм хаж ҡылырға килгән мосолмандар уларҙа намаҙ уҡырға тырышалар. Мосолман булмағандарға ҡалаға инергә рөхсәт юҡ.

Климат

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәҙинә. Пәйғәмбәр мәсете ихатаһы сатырҙары

Мәҙинәнең климаты ныҡ эҫе, июндән сентябрь үткәнсе уртаса температура +35 °C тәшкил итә, ә көндөҙгө температура ҡайһы бер көндәрҙә +45 °C булғылай. Бынан тышКҠыҙыл диңгеҙҙең яҡынлығы ҡалалағы һауаға тәьҫир итә, дымлы ҡайнар һауала тын алыуы бик ауыр.

Мәҙинәнең климаты —тропик сүл климаты. Мәҙинәлә яуым-төшөм бик һирәк, йылына бары тик 50 мм тәшкил итә, шуға ла ул донъяның иң ҡоро климатлы ҡалалары иҫәбенә инә. Ямғыр бары тик көҙ һәм ҡыш ҡына яуа.Ҡышҡы температура кеше өсөн бик яйлы, көндөҙ уртаса йылы, төндәр һалҡынса була

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C35,236,037,439,542,646,447,747,042,538,536,634,547,7
Уртаса максимум, °C23,626,130,233,938,941,739,342,241,036,429,725,034,0
Уртаса температура, °C17,719,923,827,632,235,836,035,934,429,423,419,027,9
Уртаса минимум, °C13,317,420,824,927,928,428,727,121,917,212,921,0
Абсолют минимум, °C4,67,410,018,821,025,725,522,915,510,68,20,0
Яуым-төшөм нормаһы,мм1,28,311,94,60,40,20,30,11,19,23,849,1
Сығанаҡ:World Climate

Тарихы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Исламға тиклем ҡалала йәһүдтәр, ғәрәптәр ҡатнаш йәшәгән. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әсәһе ошо ҡаланан булыуы билдәле.Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Һижрәтенән һуң ҡалалағы ғәрәптәр һәм йәһүдтәрҙең бер өлөшө Ислам ҡабул итә.[4]

Мәҙинә-Мөнәүәрә

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙинә-Мөнәүәрә, «нурлы Мәҙинә» - шулай тип атайҙар Исламды күтәреп алған, тупрағы пәйғәмбәребеҙҙең ғәзиз кәүҙәһен үҙ ҡосағына ҡабул иткән күркәм был ҡаланы. Үҙ ҡалаһында йәбер-золом күтәргәнРәсүлулла - Аллаһ илсеһе Мәҙинәлә - (элекке атамаһы - Йәсриб) аңлау-яҡлау таба, арҡалаштарын арттыра, ғәрәптәрҙе милләт, көслө дәүләт итеп туплай. Ул тап Мәҙинәлә төрлө милләттәргә, илдәргә, ҡитғаларға, быуаттарға таралыр дин, егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫыусылар донъяның иң бөйөк кешеһе тип атарлыҡ рухи-әхлаҡи тәғлимәт ҡалдыра.

Төрлө мәҙһәб вәкилдәре, үҙ хәлдәренә, мөмкинлегенә ярашлы, ҡалаға төрлө ваҡытта килеп, хаж сәфәрен ошонда тамамлап ҡайта.Был Пәйғәмбәргә табыныу түгел, ә Уның рухына доға ҡылыу, ихтирам күрһәтеү өсөн эшләнә.

Пәйғәмбәр мәсетен -«Мәсжид ән-нәбәүи»ҙе зыярат ҡылыу - хаждың айырылғыһыҙ өлөшө, һиммәте. Рәсүлулла заманындағы мәсет хәҙер мөһабәт, матурлығы менән хайран итерлек ғибәҙәтхана эсендә ҡалған. Колонналар аяттар нағышланған алтын пластиналар менән биҙәлгән, әммә был семәрҙәр күҙгә бәрелеп бармай, зауыҡлы һәм урынлы, саманан ашыу юҡ, кешене байлыҡ менән шаңҡытыуға йүнәлдерелмәгән.

Ән-Нәбәүи мәсетендә ҡатындар һәм ирҙәр айырым ғибәҙәт үтәй[5].

Рәсүлулла кәшәнәһе

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) Мәҙинәлә632 йылда вафат була һәм ошонда ерләнә. Уның янында тоғро сәхәбәләреӘбү Бәкер әс-Ситдиҡ һәмҒүмәр ибн әл-Хәттаб ерләнгән.

Мәҙинәлә Пәйғәмбәр мәсете

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙинә ҡалаһы. Был мәсет эргәһендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәм яҡындарының ҡәберҙәре. Кәшәнәнең икенсе исемен көмбәҙенең төҫөнән "Йәшел көмбәҙ" тип йөрөтәләр.

  • Мәҙинә ҡалаһы.Пәйғәмбәр мәсете. Был мәсет ихатаһы эсендәМөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәм яҡындарының ҡәберҙәре. "Йәшел көмбәҙ" кәшәнәһе күренә

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. —М.: Недра, 1986. — С. 224.
  2. 2,02,1Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 25.
  3. Saudi Arabia: largest cities and towns and statistics of their population World Gazetteer  (инг.) (нем.) (фр.) (исп.)
  4. Медина — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  5. Г.Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. - Өфө, 2014.-66-70-се бит

Әҙәбиәт

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. —М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). —2000 экз. —ISBN 978-5-478-00729-4.

Һылтанмалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Города Саудовской Аравии

⚙️ 
Баҫҡыстары
География
Шәхестәр
Мәсеттәр
Көндәр
Шулай уҡ ҡарағыҙ


Ҡалып:SA-stub

«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Мәҙинә&oldid=1282676» битенән алынған
Категориялар:
Йәшерелгән категориялар:

[8]ページ先頭

©2009-2025 Movatter.jp