Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Музалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Музалар
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыныПиерия[d]
АтаһыЗевс
ӘсәһеМнемосина[d]
Алла ... ҡарайБоронғо грек мифологияһы
Изображается на/вMuses in via Morigi[d], Statua di Musa tipo Melpomene Farnese, PMT 63[d], Musa (or deity) Ludovisi[d], Nymph-Muse type Dresden-Zagreb[d], Loggia of the Muses[d], Muse Erato[d], Margherita Fountain[d] һәм Sala delle Muse ceiling[d]
 Музалар Викимилектә
Музалар саркофагы (б. э. II быуаты)Лувр, Париж). Һулдан уңға: Каллиопа (төргәк менән), Талия (ҡулына битлек тотҡан), Эрато, Эвтерпа (тынлы музыка ҡоралы менән), Полигимния,Клио, Терпсихора (кифара менән), Урания (таяҡ һәм глобус менән), Мельпомена (битенә театр битлеге кейгән)

Музалар (бор. грек μοῦσα, күплектә — μοῦσαι; «аҡыллы, дөрөҫ фекерләүсе») боронғо грек мифологияһындағы алиһәләр[1], аллаЗевс менән титанида Мнемосинаның[2] йә сәнғәт һәм фәндәрҙе ҡурсалаусыГармонияның[3] ҡыҙҙары.Парнастайәшәгәндәр. Бынан тыш, музаларҙың йәшәү урыны тип Беотиялағы Геликон тауы һаналған, унда изге шишмәләр, илһам сығанаҡтары — Аганиппа һәм Гиппокрен урғылып сығып ятҡан. Музаларҙан, башта хәҙерге мәғәнәлә музыканы ғына түгел, ә музалар эшмәкәрлеге менән бәйле һәр сәнғәтте йәки фәнде аңлатҡан (грек. сифатыμουσική, күҙ уңында тотолаτέχνη йәкиἐπιστήμη), хәҙерге «музыка» һүҙе килеп сыҡҡан. Музаларға ғибәҙәтханалар бағышланған, улармусейондар тип аталған (был һүҙҙән «музей» һүҙе килеп сыҡҡан).

Ҙур әҙәбиәттә музалар «Илиада» һәм «Одиссея» (XXIV: 60) әҫәрҙәрендә тәүләп телгә алына.

Туғыҙ ҡурсалаусы муза

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
ҺүрәтеИсемеНимәне ҡурсалай
Рус телендәБоронғо грек телендәЛатин телендә
КаллиопаКаллиопаΚαλλιόπηCalliopēэпик поэзия
ЭвтерпаЭвтерпаΕὐτέρπηEuterpēлирик шиғриәт һәм музыка
МельпоменаМельпоменаΜελπομένηMelpomenēтрагедия
ТалияТалияΘάλεια, ΘαλίαThalīaкомедия
ЭратоЭратоἘρατώEratōмөхәббәт поэзияһы
ПолигимнияПолигимнияΠολυύμνια, ΠολύμνιαPolyhymnia, Polymniaпантомима һәмгимндар
ТерпсихораТерпсихораΤερψιχόρηTerpsichoreбейеүҙәр
КлиоКлиоΚλειώClīōтарих
УранияУранияΟὐρανίαŪraniaастрономия

Музаларҙың эпитеттары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Аонидтар[4]. Музаларҙың сығышы Беотиянан булыуына күрһәтеүсе топоним (өсөһөнөң:Аэда — вокал музыкаһы музаһы,Мелета — мәғариф һәм уҡытыу музаһы һәмМнема — хәтирәләр музаһы; йәиһә дүртеһенең:Аэда,Мелета,Телксиноя һәмАрхе).
  • Пиеридалар[5]. Беренсе фараз буйынса, фракийлылар музаларға тәүләп табына башлаған урын, Олимп янындағыПиерия биҫтәһе топонимы. Икенсе фараз буйынса, эпитет Беотияға килеп урынлашҡан һәм хәҙерге көнгә тиклем һаҡланмаған Феспии торағында музалар культына нигеҙ һалған легендар батша фракийлыПиер исеменән алынған.
  • Эагри́дтар (юнан.Οιαγρίδες). Уларҙың Фракия батшаһы Эагр менән бәйле булыуына күрһәтеүсе эпитет. Бер фараз буйынса, ЭагрКаллиопаның ире һәмОрфей менәнЛиндың атаһы булған. Латин шағирҙарының исеменә ҡушылған «эагрийский» (Oeāgrius) сифаты — ул орфический һәм фракийский тигәнде лә аңлата. УларДионис менән сәйәхәт иткән[6].
  • Пермес апалы-һеңлеләре[7]. Ҡара: Вергилий. Буколики VI 64 (Пермес йылғаһы)
  • Илисиадтар. Илиса йылғаһы буйындағы ҡорбан салыу урыны атамаһынан[8].
  • Пимплеидтар[9].
  • Мнемонидтар[10][11] — үҙҙәренең әсәләреМнемосина исеме менән бәйле музалар.

Өлкән музалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы берҙә өс муза хаҡында һүҙ алып баралар[12] (Эфор Кимский фекере шундай[13]). Алкман музаларҙыУран менәнГеяның ҡыҙҙары тигән[14]. Мимнермға ярашлы, Уран[15] һәм Геяның ҡыҙҙары[16]. Патр Мнасейы шулай уҡ музалар Уран менән Геяның ҡыҙҙары, һәм улар дүртәү булған тигән[13].

Марк Туллий Цицеронға ярашлы[17], музаларҙың беренсе быуыны йәки өлкән музаларҙың атаһыЮпитер — Һауа улы һәмМинерваның атаһы. Цицеронға ярашлы, туғыҙ музанан торған икенсе быуынЮпитер һәмМнемосинанан, ә өсөнсө быуыны (пиеридалар һәм пиериялар) — шул уҡ исемле туғыҙ муза — Пиерон һәм Зеф һәм Амфиондың әсәһеАнтиопанан тыуған.

Марк Теренций Варронға[18] һәм Децим Магн Авсонийға ярашлы[19],Киферон халҡы өс музаның баҡыр статуяларын эшләтеү өсөн өс оҫтаны яллаған. Шулар араһынан иң яҡшыларын һайлап алыпАполлон ғибәҙәтханаһына ҡуйырға ниәтләгәндәр. Әммә һындарҙың бөтәһе лә иҫ киткес матур булғанлыҡтан, халыҡ иң-иңен һайлап ала алмаған. Ахырҙа туғыҙ статуяның барыһын да һатып алғандар һәм, изгеләндереп, ҡорамға урынлаштырғандар, ә һуңғараҡ шағирГесиод уларға яңы исемдәр биргән.

Алоадтар музалары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Географ Павсанийға ярашлы[20], Алоадтар уларҙы хөрмәтләй башлаған өлкән музалар: Мелета, Мнема һәм Аэда. Аполлодорҙа өлкән музалар юҡ.

  • Аэда («Песнь»). Өлкән музаларҙың береһе[17];
  • Мелета («Опытность»). Өлкән муза[17];
  • Мнема («Память»). Өлкән муза[20], Орфей уны телгә алған[21].

Дельфий версияһы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Плутарх яҙып ҡалдырған Дельфа халҡының күҙаллауҙары буйынса[22], үҙ-ара гармонияла торған йыһандың өс өлөшө менән бәйле өс муза. Гректар ҡабул иткән тауыш рәтенең тулы системаһы (ҡылдары) исемдәре менән аталған:

  • Гипата (Hypate) («Үрге», йәғнм тауышы иң түбән булған өҫкө ҡыл, йондоҙло күктең хәрәкәтләнмәгән йондоҙҙарын ҡурсалай.
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә«гипата» мәҡәләһе бар
  • Меса (Mese (mythology)) («Урта»), планеталар сфераһын (өлкә) ҡурсалай.
  • Нета, йәкиНэта (Nete (mythology)) («Сикке», иң юғары тауыш), Ай аҫты донъяһын ҡурсалай.

Аполлондың ҡыҙҙары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Евмел Коринфский буйынса, Аполлондың ҡыҙҙары:Кефисо,Аполлонида һәмБорисфенида[23].

  • Йәки өлкән музалар — Икенсе Зевстың ҡыҙҙары:Телксиопа,Аэда,Арха,Мелета[17].
  • Мусей Крондан тыуған өлкән музалар хаҡында һөйләй[24].

Башҡа варианттар буйынса музалар исемлеге

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Кратет буйынса, һигеҙ муза булған[13], Мефимндан Миртил әйткәнсә — йә ете лә йә туғыҙ (ҡара:Мифы островов Эгейского моря#Лесбос, Мегакло тураһында).

«Минерва һәммузалар»
(рәссам Ганс Роттенхаммер)

Цецҡа ярашлы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Цец туғыҙ музаны атай: Терпсихора һәм Эвтерпа Гесиодҡа тап килә, һәм ҡалған етеһенең исемдәреГелика,Дия,Евника,Каллихора,Фелксиноя,Энкелада,Энопа булған[25]. XLII Юпитерҙың юлдашы Фелксиноя (Тельксиное) исеме менән аталған.

Эпихармға ярашлы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Эпихармға ярашлы, улар етәү булған, һәм исемдәреНейло (Нило),Тритона,Асопо,Гептапора,Ахелоида,Типопло һәмРодия булған. Былар — Пиерҙың ҡыҙҙары[26].

Туғыҙ Пиерида

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Пиерҙың туғыҙ ҡыҙы музалар менән ярышта отолған һәм ҡоштарға әйләнгәндәр. Был миф объяснял происхождение синонима слова «Муза» атамаһының синонимы — Пиеридаларҙың килеп сығышын аңлатҡан.

Бик матур сәскә атҡан арсалылар (вересковые) ғаиләһенә ҡараған ҡыуаҡлыҡтар төрөнөң исеме лә шул һүҙҙән —Пиерис (Pieris).

Парнас — обиталище муз.
(Рафаэль Санти станцтары)

Музаларҙың башҡа исемдәре

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гимно Вазаларҙа яҙылған атамалар буйынса[27].
  • Каллихора Вазаларҙа яҙылған атамалар буйынса[27].
  • Полиматия Сикионлылар өс музаның береһен шулай атайҙар[28].
  • Стесихора Вазаларҙа яҙылған атамалар буйынса[27].
  • Хоро (йәки Хороника). Вазаларҙа яҙылған атамалар буйынса[27].

Музалар әҙәбиәттә

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

УларғаГомерҙың XXV гимны һәм LXXVI орфик гимн бағышланған. МузаларғаСофоклдың бер юлы ла хәҙерге көнгә тиклем килеп етмәгән «Музалар» пьесаһы арналған булған. Месомед Критский ноталары һаҡланып килеп еткән «Музаға» гимнын яҙған.

Астрономияла

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда асылған астероид (600) Муза музалар хөрмәтенә аталған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.2. С.177-179,Любкер Ф.Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.2. С.417-418
  2. Евмел, фр.16 Кинкель = Климент. Строматы VI 11, 1; Климент. Протрептик 31, 1, из Алкмана; Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 3, 1 далее; Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 7, 1
  3. Еврипид. Медея 832
  4. Овидий. Метаморфозы V 333
  5. Пиндар. Олимпийские песни X 96; Пиф. I 14; X 65; Еврипид. Медея 831
  6. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 4, 3
  7. Комментарий Н. Старостиной в кн. Вергилий. Собрание сочинений. СПб, 1994. С.423
  8. Павсаний. Описание Эллады I 19, 5
  9. Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.3. С.92
  10. Овидий. Метаморфозы V 267, 280 2020 йыл 23 февральархивланған..
  11. Катул. Книга стихотворений. 64:287 2022 йыл 27 мартархивланған..
  12. Диодор Сицилийский.Историческая библиотека, IV, 7 (2);
  13. 13,013,113,2Арнобий. Против язычников III 37
  14. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 7, 1
  15. Павсаний. Описание Эллады IX 29, 4
  16. Схолии к Парфению Алкмана // Фрагменты ранних греческих философов. Ч.1. М., 1989. С.80
  17. 17,017,117,217,3Марк Туллий Цицерон. О природе богов, III, 54;
  18. Пересказ неизвестного произведения ВарронаАвгустином («О христианском учении». Кн. 2. XVII. 27 2020 йыл 4 февральархивланған..).
  19. Авсоний. Гриф о числе три 2020 йыл 20 ғинуарархивланған.. 30-32.
  20. 20,020,1Павсаний. Описание Эллады, IX, 29 (2).
  21. Орфика, фр.203 Керн
  22. Плутарх. Застольные беседы IX 14, 4, см. также примечания И. И. Ковалёвой в книге: Плутарх. Застольные беседы. Л., 1990. С. 473
  23. Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб, 2000. С.194
  24. Мусей, фр.2 Керн = Схолии к Аполлонию Родосскому. Аргонавтика III 1
  25. Цец. Комментарий к Гесиоду. Труды и дни 23 // Примечания И. И. Ковалевой в кн. Плутарх. Застольные беседы. М., 1990. С.472
  26. MUSES : Greek goddesses of music poetry & the arts; mythology; pictures : MOUSAI, MUSAE, MUSE  (билдәһеҙ). Дата обращения: 15 май 2008. Архивировано 5 июль 2017 года.
  27. 27,027,127,227,3Примечания И. И. Ковалевой в кн. Плутарх. Застольные беседы. М., 1990. С.472
  28. Плутарх. Застольные беседы IX 14, 7

Һылтанмалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
commons:Музалар Викимилектә
⚙️ 
  Һүҙлектәр һәм энциклопедиялар
Норматив контроль
BNF12239854q ·GND118820656 ·LCCNsh85088704 ·VIAF5727734115156010065049582325

Ҡалып:9 музҠалып:Древнегреческая мифология

«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Музалар&oldid=1234269» битенән алынған
Категориялар:
Йәшерелгән категориялар:

[8]ページ先頭

©2009-2025 Movatter.jp