Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Мотль Феликс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мотль Феликс
Тыуған көнө

24 август1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1][2][3][…]

Вафат булған көнө

2 июль1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1][2][3][…](54 йәш)

 Мотль Феликс Викимилектә

Мотль Феликс (нем. Felix Josef von Mottl — (24 август1856)[4] —2 июль1911,Мюнхен) —Австрия дирижёры һәм композиторы.

Биографияһы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағында уҡ ФеликсВенаның малайҙар хорында йырлай. Ул Вена консерваторияһын тамамлаған.Антон Брукнерҙан музыка теорияһын, композицияныФеликс Дессофтан, дирижёрлыктыЙозеф Хельмесбергерҙан өйрәнгән, фортепианолаАнтон Доорҙан уйнарға өйрәнгән.

Мотль Феликс 1876 йылда Байрёйтта беренсе Вагнер фестивален әзерләүҙә әүҙем ҡатнаша. 1903 йылдан алып —Ҡалып:Мюнхен операһында музыка буйынса генераль директор (генеральмузикдиректор) булып эшләй башлай, бер үк вакытта Байрёйтта Р.Вагнерҙың (1886 йылда «Тристан һәм Изольда»),Лондонда (1898 йылда «Нибелунг балдағы» — «Ковент-Гарден» театрында), Мәскәүҙә һәм Петербургта (1910, 1911) концерт дирижёры булараҡ сығыш яһай.

Йәш сағынан үк Феликс Мотль музыка йәмғиәтенә үҙенРихард Вагнер музыкаһын интерпретаторлаусыһы булараҡ таныта. Студент йылдарында уҡ Феликс Мотль Вена Вагнер йәмғиәтенең дирижёры булып тора.1876 йыл ул Ганс Рихтерҙың ноталарының корректоры, төҙәтмәләр яһаусы коррепетиторы була. Байрёйт фестивалендә «Нибелунг балдағы» тетралогияһының беренсе тулы ҡуйылышында ярҙам итә. Артабан ул фестивалдә гелән дирижёр булып сығыш яһап килә. (18861906 йылдарҙа 69 спектакль,1903 йылдаМетрополитен-Операла американың «Парсифаль» премьераһын алып бара, шулай ук ​​Лондонда , Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербург сәхнәләрендә сығыштар яһай.1881 йылдан алып Мотль Феликс һарай театры дирижёры була һәм (1892 йылға тиклем) Карсруэ филармонияһы хорының да дирижеры була(хәҙер Баден дәүләт капеллһы), 1893 йылда генеральмузикдиректор булып китә, был вазифала үҙенең уҡытыусыһы-остаҙы Дессоффты алмаштыра. 1903 йылдан алып — Бавария һарай операһының баш дирижеры, 1904 йылдан алып X. Бусмайер менән берлектә Мюнхен музыкаль академияһы менән етәкселек итә, академия концерттарында дирижер булараҡ сығыштар яһай; 1907 йылдан башлап — Мюнхендың генеральмузикдиректоры. Байтаҡ Европа илдәрендә как опера һәм симфоник оркестры дирижеры булараҡ сығыштар яһай.

Феликс Мотель — бер нисә опера, ҡыллы квартет, йырҙар авторы.

1911 йылдың 21 июнендә Вагнерҙың «Тристан һәм Изольда» операһын ҡуйған саҡта музыканттар менән дирижёрлык иткәндә инфаркт кисерә, дауаханала вафат була.

Хәтер

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Венаның Дёблинг районында бер урам Мотль (нем. Felix-Mottl-Straße) исеме менән атаған.

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,01,1Deutsche Nationalbibliothek Record #116942037 //Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,02,1Bibliothèque nationale de Franceидентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,03,1Felix Mottl //Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. В источниках начала XX века встречаются и другие варианты даты рождения.

Әҙәбиәт

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Мотль_Феликс&oldid=964456» битенән алынған
Категориялар:
Йәшерелгән категориялар:

[8]ページ先頭

©2009-2025 Movatter.jp