Мира Ступица | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | ![]() ![]() ![]() ![]() |
Тыуған ваҡыттағы исеме | сер.Мирослава Тодоровић |
Тыуған көнө | 17 август1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][3][4] |
Тыуған урыны | Гнилане[d] |
Вафат булған көнө | 19 август2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[4](93 йәш) |
Вафат булған урыны | Белград,Сербия |
Бер туғандары | Бора Тодорович[d] |
Хәләл ефете | Цвиетин Миятович[d],Боян Ступица[d] һәмМиливойе Попович-Мавид[d] |
Һөнәр төрө | кино актёры,телевидение актёры,актёр |
Эшмәкәрлек төрө | актёрлыҡ оҫталығы[d][5] һәммемуарная литература[d][5] |
Эш урыны | Yugoslav Drama Theatre[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2011 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Мирослава «Мира» Ступица (ҡыҙ фамилияһыТодорович;сер.Мирослава Мира Ступица;17 август1923, Серегән, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге (хәҙер Косово һәм Метохия,Сербия) —19 август2016,Белград,Сербия) —Югославиясерб актёры.
Гимназия уҡытыусылары ғаиләһендә тыуған. Бора Тодоровичтың апаһы. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ үҙешмәкәр театрҙа сығыш яһай башлай. 1940 йылдаБелградта Художество театрының актерҙар студияһын тамамлай. 1941 йылдан —Белградтың Милли театры актрисаһы.Икенсе донъя һуғышы ваҡытында һәм унан һуң Шабац (1943—1945) һәм Ниш (1945—1947) театрҙарында уйнай, шунан Һуң Белградтағы Милли театрға ҡайта.
1948—1955 һәм 1957—1963 йылдарҙа —Белградта Югославия драма театры актрисаһы, 1955—1957 йылдарҙа —ЗагребтаХорват милли театрында уйнай. 1964 йылдан — йәнәБелградтың Милли театры актрисаһы.
Үҙенең бай экспрессияһы, эмоционаллеге һәм илһамландырыусы темпераменты менән билдәле, шулай уҡ актерлыҡ оҫталығына универсаль һәләттәргә эйә була, был уға драма һәм комедия ролдәрен берҙәй уйнарға һәм жанрҙар араһындағы кәртәләрҙе уңышлы еңеп сығырға мөмкинлек бирә. Мирослава Ступица төрлө образдар тыуҙыра: Лючета (Гольдониҙың «Кьоджи ирешеүҙәре» пьесаһы), Дунька («Любовь Яровая»), Петрунела (Држичтың «Дундо Маройе»), Негина («Таланттар һәм һөйөүселәр»), Глафира («Егор Булычев һәм башҡалар»), Лауренсия («Фуэнтеовехуна»), Василиса («На дне»), Мелита (Крлежиның «Леда») һәм башҡалар.
Кинола төшә. 60-ҡа яҡын кино- һәм телефильмдарҙа, сериалдарҙа уйнай.
Инсульттан һуң вафат була.
Өс тапҡыр никахта була. 1943 йылда популяр серб актеры Миливойе Мавид Поповичҡа (1909-94) кейәүгә сыға, ул ҡатынынан 14 йәшкә өлкәнерәк була. 1948 йылда режиссер Боян Ступицаға кейәүгә сыға, ул1970 йылда вафа була.1973-1993 йылдарҙа — Югославия Социалистик Федератив Республикаһы Президиумы рәйесе Цвиетин Миятович менән никахта була.