Литва́ (лит. Lietuva [lʲɪɛtʊˈvɐ] ), рәсми исеме —Литва Республикаһы (лит. Lietuvos Respublika ) —Көнсығыш Европаның Балтик диңгеҙе буйында урынлашҡандәүләт .
Майҙаны —65 300 км²[ 4] . Төньяҡтан көньяҡҡа тиклем оҙонлоғо — 280 км, көнбайыштан көнсығышҡа тиклем — 370 км[ 5] . Халҡы —2 795 175 кеше (ғинуар, 2021)[ 6] . Халҡы буйынса донья илдәре араһында 137 урында, территорияһы буйынса 121 урында.Балтик диңгеҙенең көнсығыш ярында урынлашҡан, диңгеҙгә сығыу юлы бар. Яр һыҙаты 99 км (был Балтия илдәре араһында иң бәләкәй күрһәткес). ТөньяҡтанЛатвия , көньяҡ-көнсығыштанБеларусь , көньяҡ-көнбайыштанПольша һәмРәсәйҙең Калининград өлкәһе менән сиктәш.
Баш ҡалаһы —Вильнюс . Рәсми теле —литва теле . Аҡса берәмеге —евро .
1990 йылдың 11 мартында үҙаллылығын кире ҡайтарыу тураһында иғлан итте,[ 7] һәм юридик яҡтан 1991 йылдың 6 сентябрендә рәсмиләштерҙе. .
ООН (1991),ОБСЕ (1991),Европа Советы (1993),ВТО (2001),Евросоюз (2004),НАТО (2004) иОЭСР (2018) ойошмаларында ағза булып тора.Шенген һәмЕврозонаға инә.
«Литва» һүҙенең этимиологияһы теүәл генә билдәле түгел. Был турала төрлө фараздар бар, береһе лә дөйөм ҡабул ителмәгән. «Лит» һүҙенең тамыры һәм уның «лет»/«лют» кеүек варианттарыбалтик һәмславян телдәрендә лә, башҡа бик күп һинд-европа телдәрендә лә осрай.
Мәҫәлән, шуға оҡшаған топонимдар XI—XII быуаттанСловакияла «Lytva » һәмРумынияла «Litua » булыуы билдәле.[ 8] . Билдәле географЕ. Поспелов фекеренсә, топоним боронғо грек йылғаһыЛетава (Lietavàлит. lieti «ҡойорға», русса исеме «Летаука») менән бәйле. Феодал кенәзлек буйлап аҡҡан йылға исеме, ваҡыт үтеү менән, бөтә дәүләткә таралған. XII быуаттан һаҡланып килгән «Повесть временных лет» ҡулъяҙмаһында мәғәнәһе, территорияһы һәм формаһы буйынса тулыһынса тура килгән«литва» этнонимы телгә алына.[ 9] .
ЛитваЕвропала ,Балтик диңгеҙенең көнсығыш яр буйында урынлашҡан. Майҙаны — 65 300 км².
Литва картаһы Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо — 1 273 км, шул иҫәптән көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығыштаБеларусь менән — 502 км, төньяҡтаЛатвия менән — 453 км, көньяҡтаПольша менән — 91 км, көнбайыштаРәсәй Федерацияһы (Калининград өлкәһе ) менән — 227 км.
Яр буйы һыҙығы — 99 км. Өҫкө йөҙөтигеҙлекле .
Иң юғары нөктәһе — Аукштойо убаһы (Aukštojo kalnas) илдең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Вильнюстан 23,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан (бейеклеге 293,84 метр).
Иң ҙур йылғалары — Неман (Нямунас, лит. Nemunas) һәм Нерис (лит. Neris). Литва территорияһында 2830 күл бар, улар ил территорияһының 1,37%-ын биләй; иң ҙур күл — Друкшяй (лит. Drūkšiai, бел. Дрысвяты) күле Латвия, Литва һәм Белоруссия араһындағы сиктә урынлашҡан (майҙаны 44,5 км²), иң тәрән күл — Таурагнас (лит. Tauragnas, тәрәнлеге 61 м), иң оҙон күл — Асвея (лит. Asveja, оҙонлоғо 30 км).
Хәҙерге Литва биләмәләрендә Б. Э.Т X—IX меңйыллыҡ аҙағында уҡ кешеләр йәшәгән. Һунар һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, уҡты һәм уҡты саҡматаш баштары, тирене эшкәртеү өсөн ҡырғыстар, ҡармаҡтар һәм селтәрҙәр менән файҙаланғандар. Неолит осоро аҙағанда (Б. Э.Т III—II меңйыллыҡ) хәҙерге Литва биләмәләренә һинд-европалылыр үтеп инә башлай. Улар игенселек һәм малсылыҡ менән мәшғүл була, тимер эш ҡоралдары ҡуллана башлағанға тиклем балыҡсылыҡ уларҙың пөп шөғөлө була.Висла һәмКөнбайыш Двина йылғалары араһындағыһинд-европалыларҙы ғалимдар айырым төркөмгә бүлепбалттар тип атай.
Литвалыларҙың этник төркөмө, Б. Э.Т. V быуатта хәҙерге Литва һәм төньяк-көнбайышБелоруссияла барлыҡҡа килгән көнсығыш литва мәҙәниәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә.[ 10] . VII быуатталитва теле латыш теленән айырылы[ 11] .
Литва беренсе тапҡыр телгә алынған Кведлинбург ҡулъяҙмаһы Литва дәүләте XIII быуатта уҡ барлыҡҡа килгән, Литва тигән термин 1009 йылғы Кведлинбург ҡулъяҙмаһында телгә алына. Был документ Рус һәм Литва дәүләте сигендәмәжүсиҙәр миссионерБруноны үлтереүе тураһында хәбәр итә. Киң таралған һәм шул уҡ ваҡытта аргументтар ярҙамында кире ҡағылған фараз буйынса Литва термины ҙур булмағанЛетаука йылғаһы (Няриса ҡушылдығынан) исеменән килеп сыҡҡан[ 11] . Хәҙерге заман гипотезаһы буйынса этноним «леты» йәки «лейти» һүҙенән килеп сыҡҡан, дружинниктар литва кенәздәрен шулай тип атаған[ 11] [ 12] .
XIII быуат башында мәжүси балт ерҙәренә тәре йөрөтөүсе немец рыцарҙары үтеп инә башлай. УларПруссия ,Ливонияны баҫып ала. Ошо уҡ дәүерҙәГалиция-Волынь кенәзлеге экспансияһы башлана. XIII быуат уртыһына литва ерҙәре 1251 йылдакатолик итеп суҡындырылған 1253 йылда таж кейгән кенәзМиндаугас власына бойһона.
Бер нисә йылдан Миндаугас христианлыҡтан баш тарта һәм XIV быуат башланғанған осрҙа Литва мәжүси булып ҡала. 1263 йылда Миндовг бәреп төшөрөлһә лә, уның идараһы биш йөҙ йылдан артыҡ йәшәгәнБөйөк Литва кенәзлегенә нигеҙ һала.
Көнбайыш Двина менәнВисла йылғалары араһында Литва ҡәбиләләре йәшәгән. Уларигенселек һәмһунарсылыҡ менән шөғөлләнгән.XII быуат аҙағында —XIII быуат башында уларҙа феодаль мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән, ләкин тәүтормош-община ҡоролошоноң; тәртиптәре лә әлегә көслө булған.Немец рыцарҙарының ябырылыу ҡурҡынысы һәм уларҙан һаҡланыу кәрәклеге литва ҡәбиләләренең Бөйөк Литва кенәзлегенә берләшеүен тиҙләткән.
1569 йылдаЛюблинда Польша менәнРечь Посполитая тип аталған яңы уния төҙөлә. Люблин унияһы һәм Польша ҡағиҙәләре актына ярашлы, король һайлана, ә дәүләт эштәре дөйөм Сеймда хәл ителә. Әммә хоҡуҡи системалар, армия һәм чиновниктар айырым булып ҡала.
XVI—XVII быуатта Литвала поляк өлгөһө буйынса Шляхет демократияһы урынлаштырыла. Был шляхталарға (дворяндар) дәүләт менән идара итеү өсөн киң мөмкинлектәр асыла. Был процесс менән бер үк ваҡытта идара итеүсе ҡатламда полонизация (поляк мәҙәниәтенә күсеү) процессы башлана. Был поляк теленә күсеү, поляк мәҙәниәтен ҡабул итеү, оҡшашлыҡ кеүек күренештәрҙә сағыла. Түбәнге ҡатламдарға полонизация тәьҫире теймәй.
XVIII быуатта емерткес һуғыштар һәм дәүләт көрсөгө һөҙөмтәһендәРечь Посполитая көсһөҙләнә һәмРәсәй империяһы йоғонтоһона эләгә. 1772, 1793 һәм 1795 йылдарҙа Речь Посполитая тарҡала һәмРәсәй ,Пруссия һәмАвстрия йоғонтоһона эләгә.Бөйөк Литва кенәзлеге Рәсәй империяһына ҡушыла.
Польша-Литва дворяндары дәүләтселеген тергеҙеү өсөн 1812 йылдаНаполеон яғында булалар, шулай уҡ бер нисә тапҡыр баш (1830—1831, 1863—1864) күтәрәләр, әммә һәр ваҡыт еңеләләр. Литвала поляк йоғонтоһон бөтөрөү өсөн рус власы деполонизация (поляк мәҙәниәтен бөтөрөү) һәм руслаштырыу (рус мәҙәниәтен индереү) компанияһын башлай. 1869 йылда латин хәрефтәре менән яҙыу һәм баҫыу тыйыла. Литва халҡы, айырыуса католик руханиҙары руслаштырыуға ҡаршы булалар:кириллица баҫмалары һанға һуғылмай, ә латин хәрефтәре менән баҫылып сыҡҡан китаптар күрше Пруссиянан законһыҙ рәүештә ташыла. 1904 йылда Литвалалатиницаны тыйыу ғәмәлдән сығарыла.
Литва —Балтик буйында эллекеСССР республикалар араһында иӊ ҡеүәтле иҡтисадлы ил.ORLEN Lietuva — Мажейкяй нефть эшкәртеү заводы илде тулыһынса нефть продукттары менән тәьмин итә һәм сит илгә һата.Рәсәйҙән нефть алмаҫ өсөн Бутингта нефть шыйыҡсалар терминалы төҙөлгән.
2006 йылдағы авариянан һуӊ «Дуҫлыҡ» нефть үткәргесенеӊ Литва өлөшө ябыла.
2004 йылда Литва Европа Берләшмәһенә инә. Хеҙмәтләндереү 65 % тиклем етә. Литва — нефтехимия иле. Илдә эре азот ашламалар заводыAchema эшләй.
Литва бөтә тәбиғи ресурстарҙы (күмер, газ, нефть) ситтән индерә. 2010 йылда Игналин АЭС-ы ябыла. Электрэнергия Литва ГРЭС, Электренай ТЭС, Каунас Теплоүҙәк (Газпром активы), Круонис ГАЭС-да етештерелә.
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған.
Википедия авторҙарының береһенең ниәте буйынса был урында махсус бүлек булырға тейеш. Һеҙ был мәҡәләне яҙып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Европа илдәре
Өлөшләтә танылған ил Танылмаған илдәр Европала биләмәләре булғанАзия илдәре Биләмәләре Европала булыуы бәхәсле булғанАзия илдәре
Ағзалары Рәсми кандидаттар Ихтимал кандидаттар Элекке ағзалар