| Иҫке Байыш | |
| Дәүләт | |
|---|---|
| Административ үҙәге | Иҫке Байыш ауыл Советы (Дүртөйлө районы)[1] |
| Административ-территориаль берәмек | Иҫке Байыш ауыл Советы (Дүртөйлө районы) |
| Халыҡ һаны | 548 кеше (2002)[2], 672 кеше (2009)[2], 631 кеше (2010)[3] |
| Почта индексы | 452307 |
Иҫке Байыш (рус. Старобаишево) —БашҡортостандыңДүртөйлө районындағы ауыл.2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 631 кеше[4].Почта индексы — 452307,ОКАТО коды — 80224831001.
Байыш ауылыӘкәнәй ауылынан күсенеп төпләнеүселәр иҫәбенә тәүҙәрәк утар булараҡ барлыҡҡа килә. Йөҙ башы Байыш Раслекеев (дөрөҫө: Расмекеев)1736 йылда Әкәнәй ауылында йәшәй һәм 100 ихата өсөн власть алдында яуаплы була, һәм төрлө рәсми документтарҙа ул Әкәнәй ауылы кешеһе булараҡ теркәлә. Байыш ауылы1780 йылда рәсми документтарҙа билдәләнә. 1780 йылдың 3 апрелендә Шамшаҙы улусының дүрт ауылы халҡы батша крәҫтиәндәренә 25 йылға үҙ ерҙәренең бер өлөшөн ҡуртымға биреү тураһында документ төҙөй. ТимәкБайыш ауылы1739 һәм1780 йылдар араһында барлыҡҡа килә[5].
1795 йылғы рәүиз материалдарында ауылда 149башҡорт, 33яһаҡ татары, 17мишәр, 1816 йылда - 210 башҡорт, 31 яһаҡ татары, 20 мишәр, 1834 йылда - 306 башҡорт, 20 яһаҡ татары, 30 мишәр, 1859 йылда - 416 башҡорт, 22 яһаҡ татары, 54 мишәр, 1870 йылда 551 башҡорт, яһаҡ татары, мишәрҙең йәшәүе теркәлә. Белешмә:яһаҡ татары тип власть структураһына эшкә күскәнбашҡорттар, әтиптәрҙәр тип теге йәки был сәбәп арҡаһындаерһеҙ ҡалған башҡорттар атала.1920 йылдағы рәүиздә ауыл ике исем менән теркәлә:Иҫке Байышта 882 башҡорт, Яңы Байышта 251 башҡорт кешеһенең йәшәүе теркәлә[5].
1843 йылда ауыл халҡы 304 йылҡы, 298 һыйыр, 400 һарыҡ, 108 кәзә аҫырай. 213 дисәтинә ере булған 306 башҡортҡа 840 бот ужым, 1056 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда тирмән эшләй, мәсет була[5].
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынсабашҡорттар 86 % тәшкил итә[6].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
| Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
| 1906 йыл | 657 | ||||
| 1920 йыл 26 август | 882 | ||||
| 1926 йыл 17 декабрь | |||||
| 1939 йыл 17 ғинуар | 1164 | ||||
| 1959 йыл 15 ғинуар | 803 | ||||
| 1970 йыл 15 ғинуар | |||||
| 1979 йыл 17 ғинуар | |||||
| 1989 йыл 12 ғинуар | 476 | ||||
| 2002 йыл 9 октябрь | 548 | ||||
| 2010 йыл 14 октябрь | 631 | 325 | 306 | 51,5 | 48,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән1897,1920,1939,1959,1970,1979,1989,2002,2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була.1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә1865,1879,1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Фазлыева Диана Радик ҡыҙы. Дүртөйлө районы Иҫке Байыш ауылының ер-һыу атамалары[8].