Дүртөйлө — ҡала.Башҡортостандыңтөньяҡ-көнбайышында,Ағиҙел йылғаһының һул яғында,Өфө ҡалаһынан 123 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
1964 йылдан ҡала тибындағы ҡасаба,1989 йылдын республика әһәмиәтендәге ҡала.2009 йылда 31,4 мең кеше йәшәгән.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
| Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
| 1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | | | | | |
| 1920 йыл 26 август | | | | | |
| 1926 йыл 17 декабрь | | | | | |
| 1939 йыл 17 ғинуар | | | | | |
| 1959 йыл 15 ғинуар | | | | | |
| 1970 йыл 15 ғинуар | | | | | |
| 1979 йыл 17 ғинуар | | | | | |
| 1989 йыл 12 ғинуар | 25235 | 12078 | 13157 | 47,9% | 52,1% |
| 2002 йыл 9 октябрь | 29984 | 14275 | 15709 | 47,6% | 52,4% |
| 2010 йыл 14 октябрь | | | | | |
Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989,2002,2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән1897,1920,1939,1959,1970,1979,1989,2002,2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була.1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә1865,1879,1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Нефть сығарыу башланғанға тиклем, Дүртөйлө ауылында пристань, бер нисә ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеүсе (май заводы, элеватор һ.б.) предприятие булған. ДүртөйлөләИлеш,Дүртөйлө,Саҡмағош райондары территорияһындағы нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыусы «Саҡмағош нефть һәм газ табыу идаралығы» («Чекмагушевское НГДУ») урынлашҡан.
Тимер-бетон заводы, кирбес, нефть промыслыһы объекттарын хеҙмәтләндереүсе, һөт комбинаты, ит комбинаты эшләй.
Дүртөйлөнөң иҡтисади һәм социаль үҫешенәАғиҙел йылғаһы аша төҙөлгән күпер ҙур йоғонто яһай. Дүртөйлө пристаны — тауар әйләнеше буйынса, Өфө һәм Бөрө пристандәренән ҡалышып, 3-сө урында.
Дүртөйлө — мөһим автомобиль юлдары төйөнө (Өфө —Ҡазан—Нефтекама—Дүртөйлө—Бүздәк).
Ҡалала 6 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 2 гимназия, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 3 китапхана, 4 дарыухана, нефтселәрҙең ял базаһы бар.
| Йыл | Халыҡ һаны, 1000 кеше |
|---|
| 1939 | 4,5 | | 1959 | 4,8 | | 1970 | 4,8 | | 1989 | 25,3 | | 2002 | 30,0 | | 2008 | 31,2 |
|