Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Гана

7°41′ с. ш. 0°59′ з. д.HGЯO
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гана Республикаһы
ингл. Republic of Ghana
Гана гербы
Флаг
Девиз:«Freedom and Justice (ингл. азатлыҡ һәм Ғәҙеллек
Гимн:«God Bless Our Homeland Ghana»
Үҙаллылыҡ датаһы6 март1957 ( Бөйөк Британиянан)
Рәсми телдәринглизсә
Баш ҡалаАккра
Эре ҡалаларАккра,Тамале,Кумаси,Болгатанга.
Идара итеү төрөПрезидент республикаһы
Территория
• Бөтәһе
 % һыу өҫтө
77
238 540 км²
3,5
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

24 233 431 чел. (48 ehsy)
88 чел./км²
КПҮИ Ҡалып:▲ 0.541 (135 урын)
ВалютаСеди (GHC, код 288)
Интернет-домен.gh
Код ISOGH
МОК кодыGHA
Телефон коды+233
Сәғәт бүлкәтеUTC+0

Гана (ингл. Ghana) йәкиГана Республикаһы (ингл. Republic of Ghana) — көнбайыш Африкалағы дәүләт.Милләтәрҙең дуҫлыҡ берләшмәһенә керә.

КөнбайыштанКот-д’Ивуар, төньяҡтанБуркина-Фасо, көнсығыштан —Того менән сиктәш. КөньяҡтанГвинея ҡултығы менән йыуыла.

География

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Рельеф

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ил территорияһы — тигеҙлек, урыны менән ҡалҡыулыҡтар. Тигеҙлектең төньяғында урманлы плато урынлашҡан. Илдең көнсығышында Того таулығының илдә иң бейек түбәһе Афаджото (885 м) урынлашҡан.Төньяҡтараҡ, Нампонг һикәлтәһенән өҫтәрәк, урман һирәгәйә һәм ҡыуаҡлы әрәмәлек менән алышына. Артабан төньяҡҡараҡ, Гамбага һикәлтәһе буйлап туҡлыҡлы тупраҡлы асыҡ саванналар башлана.

Климат

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Кумаси ҡалаһы климатограммаһы

Гана ямғырлы һәм ҡоро миҙгелдәр алышынып торған тропик бүлкәттә урынлашҡан.Йылдың ҙур өлөшөндә һауа торошо ҡоро тора. Климат экваториаль-муссон көньяҡ-көнбайышында экваториалгә күсеүсән. Тәбиғи күҙлектән баһалағанда, Гана көньяҡ һәм төньяҡҡа бүленә. Көньяғында климат дымлы, йырып үткеһеҙ мәңге йәшел тропик урманлы. Төньяғы саванна һәм ҡыуаҡлыҡлы ҡоро район.

Ноябрь-февраль айҙарында төньяҡтан ҡоро, туҙанлы «харматтан» еле иҫә, әммә диңгеҙ буйында ул һиҙелмәй. Ямғырҙар осоронда көньяҡ-көнбайыш өлөшө иң яуым-төшөмлө өлкә булып тора (йыллыҡ яуым-төшөм 2000 мм). Температура йыл әйләнәһенә юғары. Тик төньяғында ғына төндә түбәнәйә. Айлыҡ уртаса температура 28°С — 30°С тирәһе. Төньяҡта диңгеҙ буйы һәм урманлы райондарҙа 16°С-ҡа тиклем төшөүе мөмкин.

Флора һәм фауна

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдә үҫемлектәрҙең күпселеге юҡҡа сыҡҡан, тик көньяғында ғына,мамыҡ ағасы,ҡыҙыл ағас,цедрела үҫкән урмандар һаҡланып ҡалған. Илдең өстән ике өлөшөн тулыһынса үлән һәм һирәк осрай торған ағастар ҡаплаған саванна алып тора.Ерҙәрҙе үҙләштергәндә фауна ла зыян күргән, тиклеопард,гиена,лемур,буйвол,фил,антилопа, маймыл кеүек һөтимәрҙәр һаҡланып ҡалған. Илдә һөйрәлеүселәр күп:күҙлекле йылан,питон,мөгөҙлө ҡара йылан һ.б.

Тарихы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Алтын яр күрһәтелгән 1729 йылғы карта

Европалылар килгәнсе хәҙерге Гана биләмәһендәXV быуат ҡәбиләләр берләшмәһе һәм урындағы дәүләт ойошмалары булған, шуларҙың иң ҙурыАшанти федерацияһы.

1482 йылда яр буйына портулалдар килеп төшә. УларЭльмин ҡәлғәһен, һуңынан Аксим, Шама һәм башҡа ҡәлғәләр төҙөй. Португалдар илдән алтын һәм ҡолдар сығаралар (ул ваҡытта илАлтын Яр тип атала).

Алтын Яр байлығы башҡа Европа дәүләтәрен йәлеп итә — Нидерланд, Швеция, Дания, Пруссия, Британияны.XVI быуатта сығарылған алтын донъяла табылған алтындың 10 % тәшкил итә.

XIX быуат урталарынаБөйөк Британия Алтын ярҙан башҡа конкуренттарҙы ҡыуып сығара,1844 йылда инглиз губернаторыфанти халҡының яр буйындағы хакимдәре менән, уларҙы британ протекторатына алыуы тураһында килешеү төҙөй.

Ашанти дәүләте британдарҙы материк эсенә үткәрмәү өсөн ҡаршылыҡ күрһәтә.1896 йылда Ашати британ протектораты тип иғлан ителә,1901 йылда Алтын Ярға ҡушыла.

1940-сы йылдарҙа Алтын Яр халҡының азатлыҡ өсөн көрәше көсәйә.Кваме Нкрума етәкселегендәге көрәш бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү менән тамамлана.1957 йылдың6 мартынан ил Гана тип атала.

Кваме Нкрума сәйәсәте социалистик илдәргә, беренсе сираттаСССР һәмҠытайға йүнәлтелгән була.

1966 йылда Нкруманы офицерҙар төркөмө властан төшөрә. Бынан һуң илдә бер-береһен алыштырған хунта һәм граждандар хөкүмәте алыштыра.

Рәсәй (СССР) менән дипломатик мөнәсәбәттәр 1958 йылдың14 ғинуарында урынлаштырыла.

Һылтанмалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Страна в темах

⚙️ 
Африка илдәре

Алжир ·Ангола ·Бенин ·Ботсвана ·Буркина-Фасо ·Бурунди ·Габон ·Гамбия ·Гана ·Гвинея ·Гвинея-Бисау ·Джибути ·Замбия ·Зимбабве ·Кабо-Верде ·Камерун ·Кения ·Комор ·Көньяҡ Африка Республикаһы ·Көньяҡ Судан ·Конго Демократик Республикаһы ·Конго Республикаһы ·Кот-д’Ивуар ·Лесото ·Либерия ·Ливия ·Маврикий ·Мавритания ·Мадагаскар ·Малави ·Мали ·Марокко ·Мозамбик ·Мысыр ·Намибия ·Нигер ·Нигерия ·Руанда ·Сан-Томе һәм Принсипи ·Сейшелдәр ·Сенегал ·Сомали ·Судан ·Сьерра-Леоне ·Танзания ·Того ·Тунис ·Уганда ·Үҙәк Африка Республикаһы ·Чад ·Экватор Гвинеяһы ·Эритрея ·Эсватини ·Эфиопия


Буйһоноусы территориялар:Изге Елена, Олғашыу һәм Тристан-да-Кунья утрауҙары ·Канар утрауҙары ·Көнбайыш Сахара¹ ·Мадейра ·Майотта² ·Мелилья ·Реюньон ·Сеута ·Һинд океанында Британия биләмәләре ·Эпарсе утрауҙары


Танылмаған һәм өлөшләтә танылған илдәр:Азауад ·Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы¹ · Сомали территорияһындағы дәүләт берәмектәре (Авдаленд ·Галмудуг ·Джубаленд ·Пунтленд ·Сомалиленд ·Хатумо ·Химан һәм Хеб)


¹БМО документтарына ярашлыКөнбайыш Сахара деколонизацияланмаған территория тип иҫәпләнә. Уның биләмәләрендә иғлан ителгәнСахара Ғәрәп Демократик РеспубликаһыАфрика союзының ағзаһы булып тора. Биләмәләренең ҙур өлөшөМарокко тарафынан оккупацияланған.

²Майотта —Франция һәмКомор Утрауҙары Союзы араһындағы бәхәсле территория. БМО был территорияны Комор Утраҙары Союзы территорияһы тип иҫәпләй, әммә әлеге ваҡытта уны Франция контролдә тота.

Ҡалып:Африка союзыҠалып:Халыҡтар дуҫлығы берләшмәһе

⚙️ 
Күҙәтеүсе дәүләттәр
Австрия
БҒӘ
Босния һәм Герцеговина
Венгрия
Грузия
Доминика Республикаһы
Латвия
Литва
Мозамбик
Польша
Сербия
Словакия
Словения
Таиланд
Украина
Уругвай
Хорватия
Черногория
Чехия
Эстония
  • 1Ассоциацияланған ағза
  • 2Ағзалығы туҡтатылған

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
    ⚙️ 
    Африка илдәре

    Алжир ·Ангола ·Бенин ·Ботсвана ·Буркина-Фасо ·Бурунди ·Габон ·Гамбия ·Гана ·Гвинея ·Гвинея-Бисау ·Джибути ·Замбия ·Зимбабве ·Кабо-Верде ·Камерун ·Кения ·Комор ·Көньяҡ Африка Республикаһы ·Көньяҡ Судан ·Конго Демократик Республикаһы ·Конго Республикаһы ·Кот-д’Ивуар ·Лесото ·Либерия ·Ливия ·Маврикий ·Мавритания ·Мадагаскар ·Малави ·Мали ·Марокко ·Мозамбик ·Мысыр ·Намибия ·Нигер ·Нигерия ·Руанда ·Сан-Томе һәм Принсипи ·Сейшелдәр ·Сенегал ·Сомали ·Судан ·Сьерра-Леоне ·Танзания ·Того ·Тунис ·Уганда ·Үҙәк Африка Республикаһы ·Чад ·Экватор Гвинеяһы ·Эритрея ·Эсватини ·Эфиопия


    Буйһоноусы территориялар:Изге Елена, Олғашыу һәм Тристан-да-Кунья утрауҙары ·Канар утрауҙары ·Көнбайыш Сахара¹ ·Мадейра ·Майотта² ·Мелилья ·Реюньон ·Сеута ·Һинд океанында Британия биләмәләре ·Эпарсе утрауҙары


    Танылмаған һәм өлөшләтә танылған илдәр:Азауад ·Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы¹ · Сомали территорияһындағы дәүләт берәмектәре (Авдаленд ·Галмудуг ·Джубаленд ·Пунтленд ·Сомалиленд ·Хатумо ·Химан һәм Хеб)


    ¹БМО документтарына ярашлыКөнбайыш Сахара деколонизацияланмаған территория тип иҫәпләнә. Уның биләмәләрендә иғлан ителгәнСахара Ғәрәп Демократик РеспубликаһыАфрика союзының ағзаһы булып тора. Биләмәләренең ҙур өлөшөМарокко тарафынан оккупацияланған.

    ²Майотта —Франция һәмКомор Утрауҙары Союзы араһындағы бәхәсле территория. БМО был территорияны Комор Утраҙары Союзы территорияһы тип иҫәпләй, әммә әлеге ваҡытта уны Франция контролдә тота.


    ДонъяБыл ил тураһындатамамланмаған мәҡәлә.Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
    «https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Гана&oldid=1177947» битенән алынған
    Категориялар:
    Йәшерелгән категориялар:

    [8]ページ先頭

    ©2009-2026 Movatter.jp