Бәйрүт (ғәр. بيروت Bayrūt,грек.Βηρυττός Bērytós,лат. Berytus,йәһ.ביירותביירות Beirut, арам. בירות Birot,франц. Beyrouth,төрөк.Beyrut) — Ливандың баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы. Халҡының һаны 300 меңдән 2 миллион кешегә тиклем һанала. Эш шунда: Бәйрүттә 1932 йылдан бирле халыҡ иҫәбен алыу үткәрелмәгән[2]. Ярымутрауҙа, Урта диңгеҙ яры буйында урынлашҡан, илдең иң ҙур һәм төп порты. Бәйрүт баш ҡала менән ҡала ситендәге биҫтәләрҙән тора. Тәүге тапҡыр телгә алыныуы Боронғо Мысырҙың Тел-әл-Аварна архивында һаҡлана, ул беҙҙең эраға тиклем XV быуатҡа ҡарай. Ҡала шул дәүерҙән бирле һәр саҡ кешеле.
Бәйрүттә Ливан хөкүмәте урынлашҡан, ҡала Ливандың иҡтисадында үҙәк урынды биләй. Күпселек банктар һәм корпорациялар Үҙәк округта, Хамра, Верден урамдарында һәм Әшрәфиәлә урын алған. Ҡала төбәктең мәҙәни үҙәге булып тора, матбуғаты, театрҙары, мәҙәни саралары һәм төнгө клубтары менән билдәле. Ливандағы емерткес граждандар һуғышынан һуң, Бәйрүт нигеҙенән алып реконструкциялана[3][4][5], тарихи үҙәге, пристань районы, пабтар һәм төнгө клубтар районы тергеҙелә, был уға ҡабат туристар ағымын тәьмин итә.
Бейрут глобаль ҡала булараҡ «Бета» рейтингына эйә[6].
2009 йылда Бәйрүт «The New York Times» тарафынан сәфәр ҡылыу өсөн иң яҡшы ҡала булараҡ баһалана [7] һәм шул уҡ йылды Lonely Planet уны донъяның иң йәнле ун ҡалаһы иҫәбенә индерә [8]. 2010 йылда Американың Mercer глобаль консалтинг компанияһы үткәргән тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, затлы әйберҙәр хаҡтарын, юғары класлы торлаҡ биҫтәләрендәге һәм күңел асыу үҙәктәрендәге хаҡтарҙы сағыштырғанда, БәйрүтЯҡын Көнсығыштағы иң ҡиммәтле ҡалалар араһында 4-се урында тора[9]. Бәйрүт 2010 йылда юғары сифатлы торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡтары буйынса «EuroCost International» үткәргән тикшереү һөҙөмтәһе буйынса төбәктә беренсе, донъяла унынсы урынды биләй[10][11]. MasterCard Индекс Бәйрүттең 2011 йылда ҡалаға килгән кешеләрҙең сығымдары кимәле буйынса Яҡын Көнсығышта һәм Африкала икенсе урында булғанын күрһәтә, сығымдарҙың дөйөм суммаһы 6,5 млрд доллар тәшкил итә[12]. Conde Nast Traveler 2012 йылда Бәйрүтте Яҡын Көнсығыштағы иң матур ҡала тип таба [13].
Ливан баш ҡалаһында 1959 йылда Урта диңгеҙ уйындары, 1999, 2000, 2012 йылдарҙа ФИБА-ның Азия Чемпиондары Кубогы, 2000 йылда футбол буйынса Азия Кубогы, 2010 йылда ФИБА-ның Азия Кубогы үтә. Бәйрүт 2009 йылда француз телле илдәрҙең 6-сы йыл да үтә торған уйындары урыны була. Шулай уҡ Бәйрүттә 1957, 1997, 2015 йылдарҙа Панғәрәп уйындары үткәрелә.
Бәйрүт беренсе тапҡыр б. э. т. XV быуатта «Барут» тигән финики атамаһы менән телгә алына,[14][15] торама яҡынса б. э. т. XXX быуаттан бирле йәшәп килә[16][17][18]. ҠалаУрта диңгеҙ яр буйының урта өлөшөндә хәҙергеЛиван территорияһында иркен таш моронда нигеҙләнгән. Ҡаланың атамаһы боронғо Бирот (ҡоҙоҡ) тигән исемдән килеп сыҡҡан, тип фараз ителә. Оҙаҡ ваҡытта Тир, Сидон кеүек ҡеүәтле күршеләренең «күләгәһендә» ҡалып килә,Рим империяһы дәүерендә генә әһәмиәт яулай башлай һәм хоҡуҡиәт мәктәбе менән дан ҡаҙана. Ошо мәктәптә артабан Европа хоҡуҡ системаһының нигеҙенә ятҡан Юстиниан кодексының төп положениелары эшләнә.
Күгәрсен ҡаяһы, БәйрүтҠала борон-борондан төбәктең мәҙәни һәм сауҙа үҙәге булып тора.Боронғо Мысырфирғәүендәре беҙҙең эраға тиклем XVIII—XVII быуаттарҙа уҡ уның порттарын файҙалана; Финикия заманында ҡала донъя сауҙаһында ҙур әһәмиәткә эйә була.
Артабанғы быуаттарҙа Бәйрүт Бабил һәм Ассирия (Ашшур) батшаларына яһаҡ түләп тора, ә б. э. т. I быуаттаримлылар тарафынан хәрби колонияға әйләндерелә. Рим Империяһының сәскә атыу осоро ҡалаға бығаса күрелмәгән күтәрелеш һәм дан килтерә, Бәйрүт Урта диңгеҙ ярында һәмСүриәлә Рим мәҙәниәте үҙәгенә әүерелә.
Б. э. 635 йылында Бәйрүтте ғәрәптәр баҫып ала һәм Ғәрәп хәлифәлегенә ҡуша. 1100 йылда — тәре йөрөтөүселәр, 1516 йылда төрөктәр тарафынан тартып алына, шунан 1918 йылға тиклем Ғосман империяһы составында була[19].
Был осорҙа ул байтаҡ ваҡыт друздар ҡулында була, бойондороҡһоҙ әмир Фәхретдин (1595—1634) Бәйрүттә Европа мәҙәниәтен тамырландырырға тырыша. Хыянат һөҙөмтәһендә ҡала 1763 йылда төрөктәргә ҡала. 1768—1774 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышы ваҡытында Бәйрүт ике тапҡыр рус флоты ҡамауына эләгә, был флот Төньяҡ Фәләстин һәм Ливан халҡының төрөк хакимлығына ҡаршы ихтилалы яҡлы була [20][21]. 1831—40 йылдарҙа ҡала мысырҙарға буйһона һәм ул саҡтағы Көнсығышта булған бәрелештәрҙә ҙур әһәмиәткә эйә була. Сүриәлә берләшкән инглиз-австр-төрөк флотының Мөхәммәт Алиға ҡаршы дошмансыл хәрәкәттәре 10—14 сентябрҙә инглиз генералы Стопфорд тарафынан нәҡ Бәйрүтте бомбаға тотоуҙан башлана. Ҡаланың ҙур өлөшө емертелә, һәм 9 октябрҙә Сөләймән паша союздаштар ғәскәре составында Бәйрүтте ала.
1920—1943 йылдарҙа — Франция мандатындағы Ливандың үҙәге. XX быуатта Көнсығыш Урта диңгеҙенең интеллектуаль, мәҙәни һәм коммерция үҙәгенә әйләнә. 1941 йылдан — бойондороҡһоҙ Ливан Республикаһының баш ҡалаһы. 1975 йылда башланған бөлдөргөс граждандар һуғышы һәм артабанғы оккупация ҡаланы харабаларға ҡалдыра, бигерәк тә Бәйрүттең тарихи үҙәге ҙур зыян күрә. Әлеге мәлгә ҡала үҙәге тергеҙелгән[3][4][5], ҡала архитекторҙары бейек биналарҙан, коммерция комплекстарынан һәм мәҙәни үҙәктәрҙән торған заманса Бәйрүтте төҙөй.
1921 йылдан Бәйрүттә Ливандың Милли китапханаһы эшләй, ул 1979 йылда граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә ябыла, 2000 йылдан уның эшмәкәрлеген тергеҙеү буйынса саралар үткәрелә.
Бәйрүткә эҫе һәм ҡоро йәйле, йомшаҡ, ямғырлы ҡышлы Урта диңгеҙ климаты хас. Бәйрүттә ошо типтағы климатлы ҡалалар араһында иң күп яуым-төшөм яуа.
Бәйрүттә Ливандың үҙәк дәүләт органдары урынлашҡан:
- Ливан Республикаһы президенты
- Ливан Республикаһы хөкүмәте
- Ливан Республикаһының парламенты — бер палаталы Милли Ассамблея
Бәйрүт 12 районға (кварталға) бүленгән:[22]
- Әшрәфиә
- Дар-әл-Мрәйссә
- Баһура
- Мәзрәғә
- Мәдавар
- Минәт-әл-Хөсн
- Муссайтбәх[23]
- Бәйрүт порты
- Рас Бәйрүт
- Рмәйл
- Сәйфи
- Зүкәк әл-Блат
Кварталдар секторҙарға бүленә [24].
Ливандағы 12 фәләстин ҡасаҡтары лагерының икеһе — Бурж-әл-Барайнәх һәм Шатила — Бәйрүттең көньяҡ биҫтәләрендә, Мар Элиас тигән береһе ҡаланың муниципаль сиктәрендә урынлашҡан[25].
Бәйрүт — Ливандың һәм бөтә Яҡын Көнсығыштың иң космополитик һәм төрлө динле ҡалаларының береһе[26]. Ҡалала мосолман һәм христиан общиналары ҙур. Бәйрүттә туғыҙ төп дини төркөм бар: католик марониттары, грек православныйҙары, әрмән апостолсылары, әрмән католиктары, протестанттар, мосолман сөнниҙәре,мосолман шиғыйҙары,йәһүдтәр һәм друздар.
2009 йылғы дөйөм һайлауҙа Бәйрүттә тауыш биргән 435,462 кеше түбәндәге дини төркөмдәргә ҡарай (Ливанда һайлау дини нигеҙҙә үтә, шунлыҡтан конфессияны күрһәтеү мотлаҡ һанала):
- 192,910 (45 %)сөнниҙәр,
- 171,507 (39 %)христиандар (шул иҫәптән: 11% Әрмән апостол сиркәүе, 10 % Грек православие сиркәүе, 6 % Маронит католик сиркәүе, 5 % башҡа христиан сиркәүҙәре, 4 % Грек католик сиркәүе, 2 % Әрмән католик сиркәүе, 1 % Протестант сиркәүҙәре),
- 60,202 (14 %)Шиғыйҙар,
- 5,374 (1 %)Йәһүдтәр (күбеһе Мизрахтар),
- 5,251 (1 %)Друздар
- 218Алавиттар.
2010 йылда аяҡҡа баҫтырылған йәһүд Маген Авраам синагогаһы, Бәйрүт даунтаунында
Маронит Изге Георгий Кафедраль соборы менән Мөхәммәт әл-Әмин мәсете Бәйрүт үҙәгендә йәнәш тора
Әрмән католик Изге Мәғрифәтсе Георгий Соборы Бәйрүт үҙәгендә
Бәйрүт үҙәгендәге Грек православие Изге Георгий Кафедраль соборы
Афина,Греция
Буэнос-Айрес,Аргентина
Витория,Бразилия
Дубай,БҒӘ
Ереван,Әрмәнстан
Исфаһан,Иран
Ҡаһирә,Мысыр
Лос-Анджелес,АҠШ
Монреаль,Канада
Мәскәү,Рәсәй
Никосия,Кипр
Париж,Франция
Рио-де-Жанейро,Бразилия
Сан-Паулу,Бразилия
Истанбул,Төркиә
- Георгий Победоносец — великомученик
- Марио Кассар — кинопродюсер
- Джон Долмаян — музыкант
- Киану Ривз — киноактёр
- Mika — музыкант
- Серж Танкян — музыкант, йырсы
- Тигран Мансурян — композитор
- Айлин Хачатурян — джаз-рок йырсы
- K.Maro — эшҡыуар, йырсы
- Massari (инг.)баш. (англ.)русск. — музыкант, йырсы
- Стив Керр — спортсы, НБА баскетболсыһы
- Миа Хәлифә — порноактриса
- MoTrip - немец рэперы
- ↑Lebanon, 2007-2008 "Lebanon 2007 Total Both Sexes BEIRUT City proper Sample survey - de facto Final figure, complete 2008 361,366"
- ↑Бейрут
- ↑3,03,1Reconstruction of Beirut 2009 йыл 16 ғинуарархивланған., Macalester College
- ↑4,04,1Lebanon’s Reconstruction: A Work in Progress, VOA News
- ↑5,05,1Beirut: Between Memory and Desire, Worldview
- ↑GAWC World Cities - The World's Most Important Cities 2010 йыл 22 февральархивланған..
- ↑The 44 Places to Go in 2009 – Interactive Graphic,The New York Times (11 января 2009). Архивировано из первоисточника 22 апреля 2009. Проверено 5 мая 2009.
- ↑Beirut Travel Information and Travel Guide — Lebanon.
- ↑Beirut ranked 4th most expensive Mideast city | Business , Lebanon 2013 йыл 20 июньархивланған..
- ↑Beirut No. 1 expensive city in the Middle East « Beirut The Only Way It Should Be, NightLife, Clubbing, Events, DineOut, Concerts, Festivals, Clubs, Pubs, Bars, Hotels, Restaurants, Lifestyle, Music, Fashion.
- ↑Worldwide expats rent prices ranking 2010 2012 йыл 11 декабрьархивланған..
- ↑Beirut ranks second for visitor spending in region | Business , Lebanon 2013 йыл 23 июльархивланған..
- ↑Middle East: Top 5 Cities: Readers' Choice Awards : Condé Nast Traveler 2013 йыл 3 февральархивланған..
- ↑History — Beirut 2009 йыл 24 июльархивланған., 999Beirut
- ↑History of Beirut 2009 йыл 6 ғинуарархивланған., Lebanon Links
- ↑Бейрут, город(недоступная ссылка) // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- ↑Under Beirut’s Rubble, Remnants of 5,000 Years of Civilization, The New York Times
- ↑Profile of Lebanon: History 2013 йыл 23 июльархивланған. Lebanese Embassy of the U.S.
- ↑Druze History 2016 йыл 3 мартархивланған.
- ↑Бейрут // Военная энциклопедия : [в 18 т.] / под ред. В. Ф. Новицкого [и др.]. — СПб. ; [М.] : Тип. т-ва И. В. Сытина, 1911—1915.
- ↑Бейрут: информация о городе. 2014 йыл 23 декабрьархивланған.
- ↑Beirut's Official Webcite. Проверено 23 апреля 2008. Архивировано из первоисточника 21 мая 2008.
- ↑Moussaitbeh
- ↑Beirut's Official Website 2009 йыл 12 апрельархивланған..
- ↑Lebanon refugee camp profiles.
- ↑At Beirut Protest, a Reminder of Religious Diversity, The New York Times.
|
|---|
Бойондороҡло биләмәләр һәм өлөшләтә танылған дәүләттәрҡыя яҙылыш менән билдәләнгән |
| Төньяҡ һәм Үҙәк Азия | Көньяҡ Азия | Көньяҡ-Көнсығыш Азия | Көнбайыш һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азия | | | | - Бандар-Сери-Бегаван,Бруней
- Бангкок,Таиланд
- Вьентьян,Лаос
- Джакарта,Индонезия*
- Дили,Көнсығыш Тимор
- Куала-Лумпур,Малайзия
- Манила,Филиппин
- Нейпьидо,Мьянма
- Пномпень,Камбоджа
- Порт-Морсби,Папуа — Яңы Гвинея
- Сингапур
- Уэст-Айленд,Кокос (Килинг) утрауҙары (Австрал.)
- Флайинг-Фиш-Коув,Раштыуа утрауы (Австрал.)
- Ханой,Вьетнам
| - Амман,Иордания
- Анкара,Төркиә*
- Бағдад,Ираҡ
- Баҡы,Әзербайжан*
- Бәйрүт,Ливан
- Дамаск,Сүриә
- Доһа,Катар
- Ереван,Әрмәнстан*
- Иерусалим,Израиль(де-факто)†
- Ҡаһирә,Мысыр*
- Манама,Бахрейн
- Маскат,Оман
| - Никосия,Кипр*
- Рамаллаһ,Фәләстин(де-факто)†
- Сана,Йәмән
- Төньяҡ Никосия,Төньяҡ Кипр*
- Степанакерт,Таулы Ҡарабах*
- Сухум,Абхазия*
- Тбилиси,Грузия*
- Тәһран,Иран
- Цхинвал,Көньяҡ Осетия*
- Эпископи,Акротири һәм Декелия (Брит.)
- Әбү-Дәби,Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
- Әл-Күвәйт,Күвейт
- Әр-Рияд,Сәғүд Ғәрәбстаны
|
|
* Трансконтиненталь ил. †Израиль һәм Фәләстин үҙҙәренең баш ҡалаһы тип Иерусалимды иҫәпләй. Иерусалимда Израиль парламенты һәм барлыҡ тиерлек министрлыҡтар урынлашҡан, ә Израилдәге сит ил илселектәренең күп өлөшө Тель-Авивта урынлашҡан; Рамаллаһ ҡалаһы Фәләстин автономияһының административ резиденцияһы булып тора. + 1947 йылғы Ҡытай Республикаһы Конституцияһына ярашлы, Нанкин Ҡытай Республикаһының рәсми баш ҡалаһы, ә Тайбэй — хөкүмәттең резиденцияһы. |