Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Африка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Африка
Майҙаны30,221,532 км2
Халҡы1,032,532,974[1] (2011,2-се)
Тығыҙлығы30.51 кеше/км2
Этнохоронимафрикалы(лар)
Илдәр57 ([[{{{list countries}}}|илдәр исемлеге]])
Бәйле территориялар
ТелдәрАфрика телдәре
Сәғәт бүлкәттәреUTC-1 менәнUTC+4 араһы
ҙур ҡалаларыАфрикалағы ҡалалар исемлеге
Африка ярымшарҙар картаһында

АфрикаУрта һәмҠыҙыл диңгеҙҙәнкөньяҡта,Атлантик океанданкөнсығышта һәмҺинд океанынанкөнсығышта урынлашҡан ҡитға. Шулай уҡ Африка тип материк һәм тирә-яғындағы утрауҙарҙы атайҙар. Майҙаны 30 065 000 кв.км йәки ҡоро ерҙең 20,3 %, утрауҙары менән бергә 30,2 миллион кв. км[2], дөйөмЕр шарының 6% һәм ҡоро ерҙең 20,4% биләй. Африка территорияһында 53 дәүләт, 4 танылмағандәүләт һәм 5 бойондороҡһоҙлоҡ алмаған территория (утрау) урынлашҡан.

Африка халҡы 1 миллиард кешегә яҡын. Бында иң боронғо кеше —гоминид ҡалдыҡтары табылған, шуға күрә Африка кешелектең боронғо тыуған иле тип иҫәпләнә.Sahelanthropus tchadensis,Australopithecus africanus,A. afarensis,Homo erectus,H. habilis һәмH. ergaster һымаҡ ата-бабаларын иҫәпкә алғанда,гоминидтар ете миллион йыл элек йәшәгән.

Эфиопияла табылғанHomo sapiens ғаиләһе ике йөҙ мең йыл элек йәшәгән, тип билдәләнә.

Ҡитғаэкваторҙа һәм бер нисәклимат зонаһында урынлашҡан, был төньяҡсубтропик климат бүлкәтенән көньяҡ субтропик бүлкәтенә һуҙылған берҙән-бер материк. Даими яуым-төшөм һәм һуғарыу етешмәгәнлектән,климаттың тәбиғи көйләнеүе, яр буйҙарынан башҡа күҙәтелмәй.

Африканың мәҙәни, иҡтисади, сәйәси һәм социаль мәсьәләләренафриканистика фәне өйрәнә.

Атаманың килеп сығышы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүҙәрәк Карфаген кешеләре ҡаланан ситтә йәшәгән кешеләрҙе «афри» тип атаған булған.Был һүҙфиникия теленәafar, «саң, туҙан» тигәнде аңлатҡан. Римлеләр Карфогенды баҫып алғас профинцияны Африка тип атар булған (лат. Africa)[3]. Һуңғараҡ барлыҡ билдәле булған региондарҙы һәм континентты Африка тип атағандар. Башҡа фараз буйынса «афри» халҡы исемебербер телендәгеifri һүҙенән килеп сыҡҡан, «мәмерйә» тигәнде аңлата һәм мәмерйәлә йәшәүсе кешеләрҙе күҙ уңында тота. Был урында барлыҡҡа килгән Ифрика мосолман провинцияһы исемендә быллингвистика тамыры һаҡланып ҡалған.

Топонимдың башҡа аңлатмалары ла бар.

  • I быуаттағы йәһүд тарихсыһы Иосиф Флавий был атамаАвррамдың ейәне Ефер исеменән килеп сыҡҡан тип иҫәпләй, уның вариҫтарыЛивияға килеп ултырған.
  • aprica тигән латин һүҙе «ҡояшлы» тигәнде аңлата, был туралаVI быуатта Исидор Севильский телгә ала.
  • Грек телендәге αφρίκη һүҙенән тигән фаразды Лев Африканский тәҡдим итә, «һалҡын түгел» тигәнде аңлата. Ул «һалҡын» һәм «ҡурҡыныс» тигәнде аңлатҡан φρίκη һүҙенә α-ны ҡушып, һалҡын ҡурҡыныс булмаған ил тигән аңлатма бирә.
  • 1881 йылда египтолог Джеральд Мэсси мысыр телендәге af-rui-ka һүҙе менән бәйләй, был тыуған ил тигәнде аңлата"[4].
  • Палеонтолог И. Ефремов фекеренсә, Африка һүҙе боронғо Та-Кем теленән алынған (боронғо грексә «Афрос» — күбек иле). Континентҡа һәмУрта диңгеҙгә яҡынлашҡанда, бер нисә ағым бергә ҡушылып, күбек барлыҡҡа килә.

Географияһы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Рельефында тигеҙлектәр өҫтөнлөк итә. Бейек һәм һуҙылып киткән тау теҙмәләре юҡ. Иң бейек нөктәһе −Килиманджаро тауы, уның ҡарлы түбәһе 5895 м бейеклектә ята.

Ҡитға экваторҙа һәм бер нисә климат зонаһында урынлашҡан. Был ҡитға төньяҡ субтрапик климаттан көньяҡ субтрапик климатҡа һуҙылған.

Африка — иң эҫе материк. Уның күп өлөшөндә һауа температураһы +20С-тан юғары. Йыл миҙгелдәре яуған ямғыр күләме менән генә айырыла.Сахара сүллеге Африкала урынлашҡан. Бында һауа +40С-ҡа тиклем йылына.

Материк йылғаларға бай.Нил — Ер йөҙөндәге иң оҙон йылға, уның оҙонлоғо 6671 км.

Иң ситтәге нөктәлере

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйәси бүленеше

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Африкала 55ил һәм 5 үҙе бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән һәм танылмаған дәүләт бар. Уларҙың күбеһе бик оҙаҡ Европа дәүләттәренеңколониялары булған һәм XX быуаттың 50 — 60-сы йылдарында ғына бойондороҡһоҙ була алғандар. Уға тиклем тик Мысыр (1922 йылдан),Эфиопия (Урта быуаттарҙан),Либерия (1847 йылдан) һәмКАР (1910 йылдан) бойондороҡһоҙ булғандар; КАР һәм Көньяҡ Родезияла (Зимбабве) XX быуаттың 80-90-сы йылдарына тиклем урындағы (ҡара) халыҡҡа ҡарата дискриминациялыапартеид режимы һаҡланған. Хәҙерге ваҡытта был илдәрҙең күбеһендә аҡ халыҡҡа ҡарата дискриминациялы булған режим хаким. Freedom House исемле тикшеренеү ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса һуңғы йылдарҙа күп африка илдәрендә, (мәҫәлән, Нигерияла, Мавританияла, Сенегалда, Конгола (Киншаса) һәм Экваториаль Гвинеяла) демократик режимдан авторитар режимға күсеү күҙәтелә[5].

Ҡитғаның төньяғындаИспания (Сеута,Мелилья,Канар утрауҙары) һәмПортугалия (Мадейра) территориялары, алыҫтараҡ Азор утрауҙары урынлашҡан.

Илдәр һәм территорияларМайҙаны (км²)Халҡы
(белдеремәгән урында
2012 йылға ҡарата)
Халыҡ тығыҙлығы
(км²)
Баш ҡала
Төньяҡ Африка:
Алжир Алжир2 381 74035 200 00014.8Алжир
Мысыр Мысыр1 001 45080 898 00074Каир
Ливия Ливия1 759 5406 365 5633,2Триполи
Марокко Марокко446 55032 382 00070Рабат
Судан Судан1 886 10030 894 00016,4Хартум
Тунис Тунис163 61010 383 00061,6Тунис
Көньяҡ Судан Көньяҡ Судан619 7458 260 49013,33Джуба
Төньяҡ АфрикалағыИспания һәмПортугалия территориялары:
Канар утрауҙары Канар утрауҙары (Испания)7 492, 3602 103 992282,5Лас-Пальмас-де-Гран-Канария,
Санта-Крус-де-Тенерифе
Сеута Сеута (Испания)18,578 3204 016
Мадейра Мадейра (Португалия)828247 161308,5Фуншал
Мелилья Мелилья (Испания)1265 5005 311
Азор утрауҙары Азор утрауҙары (Португалия)2 346243 018104Понта-Делгада,
Ангра-ду-Эроижму
,Орта
Көнбайыш Африка:
Бенин Бенин112 6208 935 00079Котону,
Порто-Ново
Буркина-Фасо Буркина-Фасо274,20015 746 23257,5Уагадугу
Гамбия Гамбия10 3801 700 000156Банжул
Гана Гана238 54024 233 43188Аккра
Гвинея Гвинея245 8579 690 22239,4Конакри
Гвинея-Бисау Гвинея-Бисау36 1201 442 02941Бисау
Кабо-Верде Кабо-Верде4 033542 000102Прая
Кот-д’Ивуар Кот-д’Ивуар322 46021 075 00065Ямусукро
Либерия Либерия111 3703 489 07229Монровия
Мали Мали1 240 00013 218 00011Бамако
Мавритания Мавритания1 030 7003 086 0002,6Нуакшот
Нигер Нигер1 267 00013 957 00011Ниамей
Нигерия Нигерия923 768152 217 341167Абуджа
Изге Елена, Олғашыу һәм Тристан-да-Кунья утрауҙары Изге Елена, Олғашыу һәм Тристан-да-Кунья утрауҙары
(Бөйөк Британияға бәйле территория)
4137 54318Джеймстаун
Сенегал Сенегал196 72214 100 00051Дакар
Сьерра-Леоне Сьерра-Леоне71 7405 363 66976Фритаун
Того Того56 7856 300 000108Ломе
Үҙәк Африка:
Ангола Ангола1 246 70018 498 00014,8Луанда
Габон Габон267 6671 497 5255,4Либревиль
Камерун Камерун475 44017 795 00034Яунде
Конго Демократик Республикаһы Конго ДР2 345 41067 758 00028Киншаса
Конго Республикаһы Конго Республикаһы342 0003 999 00012Браззавиль
Сан-Томе һәм Принсипи Сан-Томе һәм Принсипи1 001163 000169,1Сан-Томе
Үҙәк Африка Республикаһы ҮАР622 9843 799 8976,1Банги
Чад Чад1 284 00011 100 00011,5Нджамена
Экватор Гвинеяһы Экватор Гвинеяһы28 051650 00016,9Малабо
Көнсығыш Африка:
Бурунди Бурунди27 8308 988 091323Бужумбура
Һинд океанындағы Британия территорияһы Һинд океанындағы Британия территорияһы
(бәйле территория)
603 50058,3Диего-Гарсия
Галмудуг Галмудуг
(танылмаған дәүләт)
46 0001 800 00039Галькайо
Джибути Джибути22 000818 15954Джибути
Замбия Замбия752 61412 935 00017,2Лусака
Кения Кения582 65037 953 83865,1Найроби
Комор Утрауҙары Комор Утрауҙары2 170752 000404Морони
Маврикий Маврикий2 0401 240 827603Порт-Луи
Мадагаскар Мадагаскар587 04120 042 55233Антананариву
Майотта Майотта
(бәйле территория,Францияның диңгеҙ аръяғы регионы)
374208 783558Мамудзу
Малави Малави118 48015 400 000118Лилонгве
Мозамбик Мозамбик801 59021 397 000[6]25Мапуту
Пунтленд Пунтленд
(танылмаған дәүләт)
116 0003 900 00018Гарове
Реюньон Реюньон
(бәйле территория,Францияның диңгеҙ аръяғы регионы)
2 517800 000[7]308Сен-Дени
Руанда Руанда26 338~10,186,063343Кигали
Сейшель Утрауҙары Сейшель Утрауҙары451~80,699[8]178Виктория
Сомали Сомали637 6579 558 66613Могадишо
Сомалиленд Сомалиленд
(танылмаған дәүләт)
137 6003 500 00025Харгейса
Танзания Танзания945 09037 849 133[9]41Додома
Уганда Уганда236 04030 900 000119Кампала
Эритрея Эритрея117 6004 401 009[8]37Асмэра
Эфиопия Эфиопия1 104 30075 067 000[9]70Аддис-Абеба
Көньяҡ Африка:
Ботсвана Ботсвана600 3701 639 833[9]3Габороне
Зимбабве Зимбабве390 58013 349 00033Хараре
Лесото Лесото30 3552 125 262[6]62Масеру
Намибия Намибия825 418~1 820 916[8]2,5Виндхук
Эпарсе утрауҙары Эпарсе утрауҙары
(бәйле территория,Францияның диңгеҙ аръяғы территорияһы)
38,656[10]18
Эсватини Эсватини17 3631 141 00059Мбабане
Көньяҡ Африка Республикаһы КАР1 219 91243 786 82839Блумфонтейн,
Кейптаун,
Претория[11]
Африка региондары:     Төньяҡ Африка     Көнбайыш Африка     Үҙәк Африка     Көнсығыш Африка     Көньяҡ Африка
Африка илдәренең халыҡ тығыҙлығы картаһы
Африка физик картаһы

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. "World Population Prospects: The 2010 Revision"United Nations (Department of Economic and Social Affairs, population division)
  2. Африка //Большая Советская Энциклопедия. 3-е изд. / Гл. ред.А. М. Прохоров. —М.: Советская Энциклопедия, 1970. — Т. 2. Ангола — Барзас. — С. 435—451. — Африка
  3. Africa African Africanus Africus — Word Roots Medical Etymology
  4. Nile Genesis: An Introduction to the Opus of Gerald Massey 2010 йыл 30 ғинуарархивланған., глава III
  5. Afrikas Mühen mit der Demokratie und das Versagen des Westens (нем.)
  6. 6,06,12007 ҡаратаӨҙөмтә хатаһы:<ref> тег дөрөҫ түгел: «pop-2007» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  7. декабрь2007 йыл
  8. 8,08,18,22005 йыл
  9. 9,09,19,22006 йыл
  10. Дауамлы халҡы юҡ, сөнки был территориялар тәбиғи заповедниктар тип иғлан ителгән. 56 кеше — ғилми станция персоналы
  11. Кейптаун — закон сығарыу, Претория — административ, Блумфонтейн — мәхкәмә баш ҡалалары.

Әҙәбиәт

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Африка&oldid=1189100» битенән алынған
Категориялар:
Йәшерелгән категория:

[8]ページ先頭

©2009-2025 Movatter.jp