Movatterモバイル変換


[0]ホーム

URL:


Эстәлеккә күсергә
Википедияирекле энциклопедия
Эҙләү

Архив

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Архив
Рәсем
Эшмәкәрлек төрөяҙмалар менән идара итеү[d], баһа[d], архивты өйрәнеү[d] һәм дәүләт хеҙмәте[d]
Ойошма етәксеһенең вазифаһыdirector of the archives[d]
 Архив Викимилектә
Архив

Архив (лат. archivumюнан.άρχεϊον) — 1) архив документтарын һаҡлау, комплектлау, иҫәпкә алыу һәм файҙаланыу менән шөғөлләнеүсе учреждение йәки ойошманың структур бүлексәһе[1]; 2) ниндәйҙер ойошма йәки кеше эшмәкәрлегенә ҡараған яҙма ҡомартҡылар (ҡулъяҙмалар, хаттар һ.б.) йыйылмаһы[2][3].

Тарихы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Севилья соборы һәмҺиндостан Архивы
Хәҙерге архив-һаҡлағыс

Архивтар билдәлецивилизацияға[4] өлгәшкән бөтә халыҡтарға ла билдәле була.

Ашшурбанипал һарайындаАссирия батшалығының ҡанундары, суд хөкөмдәре, батша бойороҡтары һәм башҡа документтары яҙылған шына яҙмалары тәртипкә килтерелгән.

ЭзраМидия һәмВавилон архивтары тураһында бәйән итә.ТертуллианФиникия архивтары тураһында телгә ала.

Грек тарихсыларыМысыр архивтары менән таныш була.

Сөләймән ғибәҙәтханаһында урынлашҡанйәһүдтәрҙең архивыИерусалимдыримлеләр баҫып алғанда, император Тит идара иткән осорҙа яндырыла.

Афинала акттар (Δημοσίαι χαρταν, χαρτοφυλακίον) — һәр дәүләт органында булғанάρχεϊον-та, иң мөһимдәре Акрополдә һәм ҡорамдарҙа һаҡлана.

Римдә, республика осоронда, квесторҙар республиканың aerarium-та булған төп акттарын (cura tabularum publicarum) һаҡлай. Ҡанбабаларҙың архивы тағы ла мөһимерәк була. Эдилдарҙың ҡараҙары башта Церера ҡорамында, ә һуңынан Сенат һәм консулдар ҡарарҙары менән бергәКапитолийҙа һаҡлана. Римдә һәр ғаилә үҙенең документтарын ҡәҙерләй һәм уларҙыatrium эргәһендә айырым бинала (tablinum) һаҡлай.

Архивтар императорҙар осоронда һәм бигерәк тә Көнсығыш,Византия империяһында ҙур үҫеш ала, дәүләттеңмөһим документтары император һарайында (Scrinia sacri palatii) һаҡлана.Провинцияларҙа айырым, яҡшы ойошторолған архивтар була.

Шулай уҡУрта быуаттар хакимдары архивтар булдыра, сюзерендар, вассалдар, сиркәү һәм монастырҙар бай һаҡлағыстар барлыҡҡа килтерә, ә һуңынан ҡалаларҙа архивтар булдырыла. Урта быуат Европаһының архив мираҫы яңы дәүләттәргә күсә, унда архив эштәре менән идара итеү, бигерәк тәXIX быуаттың ҡырҡынсы йылдарынан,Франция өлгөһөндә киң үҫеш ала.

Яңы осорҙа архивтар түбәндәгесә айырыла:

  • федераль, дәүләт, хөкүмәт архивтары, һәр хөкүмәттә ойошторолған ағымдағы һәм үҙҙәренең документтарын хөкүмәттең тарихи архивтарына бүлеүсе архивтар;
  • тарихиға әйләнгән документтарҙы муниципаль йәки федераль тарихи архивтарға бүлгән муниципаль, йә ҡала архивтары;
  • тарихиға әйләнгән документтарҙы хөкүмәткә йә тарихи архивтарға бүлгән йәмәғәт, община һәм шәхси архивтар;
  • барыһы ла: тарихи, ағымдағы, хөкүмәттеке, ижтимағи, йәмғиәткә ҡараған, шәхси архивтар ҙа юридик документтар һаҡлаһалар, күсермәләр биргәндә нотариатҡа бәйле һәм юридик әһәмиәтле булараҡ, айырым үҙенсәлеккә һәм әһәмиәткә эйә.

Хәҙерге ваҡытта архив эше хакимиәте архивтар тураһындағы фән күрһәтмәләренә һәм мәғлүмәттәренә ярашлы түбәндәгеләрҙе эшләргә ынтыла:

  • Илдә булған бөтә архивтар (хөкүмәт, йәмғиәт һәм йәмәғәт) архивты ҡороу һәм эштәрҙе алып барыу тәртибенә ҡарата аныҡ ҡағиҙәләр урынлаштырып, тейешле тәртипкә килтерергә һәм бөтә архивтар өҫтөнән хөкүмәт күҙәтеүен ҡуйырға;
  • бөтә тарихи архивтарҙы ағымдағы архивтарҙан яҡындағы тарихи архивҡа документтар бүлеүҙең аныҡ тәртибен урынлаштырып, ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн тарихи архивтарға үҙәк идара итеүҙе булдырып, бер бөтөн итеп бәйләргә;
  • Үҙәк идаралыҡ ҡарамағында бөтә тарихи архивтарҙа һаҡланған документтарҙың дөйөм инвентарын тупларға;
  • башҡа дәүләттәрҙең тарихи архивтарының үҙәк офистары менән мөнәсәбәттәр урынлаштырыу, шулай итеп, бөтә донъя тарихи архивтарының берҙәмлеге тыуһын өсөн, хөкүмәттәрҙе йә ғалимдарҙы борсоған мәсьәләләр буйынса тулы тарихи мәғлүмәттәр туплау мөмкинлеген тәьмин итә.

Европа дәүләттәрендә был ынтылыштар архивтар ҡоролошоноң һәм урта быуат архивтары мираҫы менән файҙаланған алымдарҙың төрлөлөгө буйынса тормошҡа ашырыла.

Урта быуат архивтары юридик-сәйәси мәғлүмәттәрҙе һаҡларға ынтылыштар йоғонтоһонда барлыҡҡа килә: 1) хакимиәт етәкселәре һәм ер биләүселәр, 2) сиркәүҙәр һәм 3) ҡалалар.

Төрлө титулдар йөрөткән урта быуат хакимдары,Рим миҫалында, үҙҙәренең һарай идаралығы осоронда ла, барлыҡҡа килгән ҡоролмаларҙа ла архивтар төҙөй башлай.Мөнәсәбәттәр үҫеү менән һәр феодаль үҙенең канцлерын булдыра һәм үҙенең канцелярияһына, сюзерендан, батшанан йәки императорҙан шундай уҡ акттар алған кеүек, дипломдар һәм өҫтөнлөктәр бирә. Шуның менән бер рәттән шәхси мөнәсәбәттәр ҙә үҫешә башлаған, граждандар әйләнеше төҙөлгән шәхси килешеүҙәр буйынса акттар төҙөүҙе талап итә.

Рим хоҡуғынсудтарҙа киң ҡулланыу ошо акттарҙы төҙөүгә йүнәлеш бирә; нотариустар тигән дөйөм исем алған шәхси акттар төҙөү өсөн мәғлүмәт туплаусы кешеләр талап ителә.XIII быуатта улар бик аҙ була, донъяуи һәм рухи ер биләүселәр быны әҙерләү тураһында хәстәрлек күрәләр. Мәҫәлән, Бертран, Меца епискобы (1297 йыл)Amanuenses-ты шәхси кешеләр килешеүҙәр яҙыу өсөн мөрәжәғәт итә алған органдар булараҡ билдәләй.

Францияла Филипп осоронда (1300 йыл) ялған нотариустарға эшләүҙе тыйған һәм матрикулаға акттар төҙөүҙе талап иткән ордонанс баҫылған; 1302 йылда нотариустарҙы тәғәйенләү батшаның регаль хоҡуғы тип иғлан ителә. Был хоҡуҡ айырым ер биләүселәргә бирелмәй, дөйөм адғанда тажлы нотариустар ФранциялаЛюдовик XIV ваҡытында ғына индерелә (1691). Был «нотариустар» исеме элеккеTabellions-тан алынған. Сөнки улар әҙерләгәнminutes тип аталған акттар проекты рәсми рәүештәnotae йәкиnotulae тип атала, тимәк, бынанnotaires йәкиgardes-notes. Был акттарҙа нотариус ҡултамғаһы булырға тейеш була, әммәXVI быуатҡа тиклем был һәр ваҡыт үтәлмәй. Йыш ҡына улар үҙ ҡултамғаһынан тыш төрлө билдәләр (paraphes, ruches) төшөрә.

Акттарҙы үҫтереүгә сиркәү ҙур өлөш индерә, сөнки папа һәм епископтар үҙҙәренең аббатлыҡтарына һәм монастырҙарына, шулай уҡ шәхси кешеләргә һәм ҡалаларға өҫтөнлөктәр һәм жалованный грамоталар бирә. Икенсе яҡтан, сиркәүҙәр, аббатлыҡтар, монастырҙар бөтә ерҙә лә донъяуи властарҙан грамоталар һәм акттар тупларға тырыша һәм сиркәүҙәрҙә һәм монастырҙарҙа шәхси кешеләр тарафынан төҙөлгән килешеүҙәр төҙөүҙе раҫлаусы акттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Урта быуаттарҙа барлыҡҡа килгән яңы ҡалалар үҙ сиратында акттарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Рим колонияларында ла, донъяуи йәки рухи хужалар ерендә нигеҙләнеп, ҡалалар унан өҫтөнлөк йәки уның ерен файҙаланыу хоҡуғын раҫлауҙы алырға тырыша (ГерманиялаStadtprivilegien,Freiheitsbrief, Handefest). Империя ҡалалары, француз ҡалалары кеүек үк, король йәки урындағы феодалдан ала. Уның үлеменән һуң, билдәле бер хаҡ түләп, уның вариҫынан яңыһын алалар. Әммә ҡайһы бер ҡалалар дөйөм өлгөгә эйәрмәй һәм үҙҙәрен акттар менән тәьмин итмәй. Мәҫәлән, Майнц ҡалаһының уставы булмай, был үҙенең тәбиғи хоҡуҡтары, тип аңлата. Был төп ҡала документтарынан тыш, ҡалаларҙа түбәндәге акттар булдырыла:

  • XV быуатҡа тиклем аралашыу юлдары хәүефле булғанлыҡтан, сауҙагәрҙәр үҙҙәренең тауарҙарын каруан ысулы, свита, үҙ ғәскәре менән йөрөтөргә мәжбүр була. Быны улар ҡала баҙары йәки ҡала майҙаны хоҡуғы менән бәйле тип иҫәпләй ине, бының өсөн махсус таныҡлыҡтар — Schutz- йәки Geleitsbriefe алырға тура килә;
  • Ҡаланың үҙаллылығы менән ҡала юрисдикцияһы хоҡуғы ҡушыла; дөйөм ҡала юрисдикцияһынан тыш, махсус йәрминкә суды (Gastgerichte йәки Messgerichte) хоҡуғы булдырыла, һәм был хоҡуҡтарҙың бөтә йыйылмаһы йыш ҡынаMessprivilegien-да раҫлана;
  • Ҡала корпорацияларының (Altbürger, сауҙагәрҙәр гильдияһы, һөнәрселәр гильдиялары йәки цехы) һәмГерманиялаWeichbildgüter тип аталған дөйөм ҡала мөлкәтенә ҡағылышлы үҙ ҡала ҡарарҙары булдырыла башлай:gud́́́orti, qui bona opidularia, quod vocatur vicbelde existuntz;
  • йорттарҙың ҡулдан ҡулға күсеүенә һәм уларҙың нигеҙенә бәйле үҫешкән граждандар әйләнеше менән ҡала китаптары төҙөлдө, уларға бөтә юридик килешеүҙәр индерелде. Был китаптарҙан мираҫ буйынса мөлкәттең күсеүе индерелгән китаптар айырылып тора. Диңгеҙҙә сауҙа итеүгә бәйле һәм беренсе сауҙа союзы,Лондон ганзаһы (ҡара:Ганзалар) барлыҡҡа килгәндән һуң, тәүге ҡала китаптарынАнтверпенда, Брюггела, Гентала алып бара башлайҙар; унан Люттихта, Францияның төньяҡ провинцияларында, Германия һәмШвейцарияға күсә. Германияла был ҡала китаптары үҙенсәлекле герман ипотекаһына нигеҙ булып тора, артабан рим хоҡуҡиәте менән тулыһынса үҙгәртелә һәм Германияның һуңғы ипотека ҡануниәтендә ҡабаттан тергеҙелә.

Күрһәтелгән сәбәптәр арҡаһындаурта быуаттарҙа һаҡлауҙы талап иткән бик күп документтар һәм акттар күбәйә. Акттарҙы һаҡлау өсөн тәүҙә сиркәү урын бирә. Иң мөһим документтар Рим Папаһы (Ватикан китапханаһының иң бай архивы) һәм епископтар тарафынан һаҡлана, ә һуңынан һәр ғибәҙәтхана архив булып хеҙмәт итә.

Әммә, әлбиттә, сиркәүҙәр һәм монастырҙар һаҡлау өсөн иң мөһим эштәрҙе генә алған. Тиҙҙән ҡалалар ҡала советтары ҡарамағында акттарҙы һаҡлау өсөн урындар булдырырға кәрәк тип таба. Ә һуңынан, сиркәүҙәр өлгөһөнә эйәреп, алпауыттар архивтар ойоштора башлаған.

Бай ер биләүселәр замоктарында, был эште капеллан башҡара. Сөнки ер биләүсе уға акттарҙы сиркәүҙә һаҡларға ҡуша; унда урын етмәгәндә, капелландың бойороғо буйынса archivium йәки armarium өсөн махсус бина бүленә (йышыраҡ башняла).

Төрлө аңлашылмаусанлыҡтарҙы хәл иткәндә архивҡа, капелланға мөрәжәғәт итергә кәрәк булғанлыҡтан, канцелярия начальнигы, канцлер, уның етәкселеге аҫтына ҡуйыла. Шуға күрә йыш ҡына канцлерҙар итеп дини кешеләр ҡуйыла, ә ҡайһы берҙә уны канцлер үҙе тәғәйенләй. Дин әһелдәренең һарай сиркәүе капелландары булырға ынтылышы һиҙелерлек була, сөнки был уларға күп мөмкинлектәр аса. Руханиҙарҙың был ынтылышына епископтар ҡаршы торорға тырыша.

Боронғо архивтарҙағы эштәре уларҙы һаҡлаусыларҙың тарихи белемен арттыра:палеография һәм дипломатияны белеү руханиҙарҙың ғына түгел, архивтар менән идара итеүсе бик күп донъяуи архивсыларҙың да хеҙмәтен күрһәтә, архив эшенә ҡағылышлыXVIII быуатта быуатта тотош әҙәбиәтте барлыҡҡа килтерә. Францияла ғына, мәҫәлән,XVIII быуатта 10 000-дән ашыу төрлө архив булған. Урта быуат архивтарының был мираҫы яңы дәүләттәр тарафынан бер тигеҙ файҙаланылмай.

Европа архивтары быуат башына ҡарата

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Франция архивтары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Италия архивтары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Бельгия архивтары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Англия архивтары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Австро-Венгрия архивтары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Германия архивтары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй архивтары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә архивтар тарихы

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
Нарва архиваирусы А. Коткас Нарва ҡала архивы менән НарвананТаллинға эвакуациялана

«Архив» атамаһы Рәсәй ҡануниәтендә тәүге тапҡыр император Петр I ваҡытында барлыҡҡа килә, әммә акттарҙы һаҡлау һәм бындай һаҡлауҙың төрлө ысулдарын булдырыу төшөнсәһе Рәсәйгә күптән билдәле була — яҙма акттар тарала башлағандан алып уларҙы һаҡлау мәсьәләһе күтәрелә. Беренсенән,Бөйөк Новгородта һәмПсковта сиркәү йоғонтоһо аҫтында һәм Европа халыҡтары менән йыш бәйләнештәр арҡаһында яҙма акттар тарала башлай[5].

Башта бында ла суд эштәретуҙҙа билдәләнә, әммә суд практикаһы талабы буйынса (Псков суды уставы, Энгельман ред. буйынса 14, 28, 30, 38-се статьялар һ. б.) таҡталар урынына яҙма акттар тарала башлай. XV быуатҡа Новгород феодаль Республикаһының Дәүләт архивы ойошторола. И. П. Шасколскийҙың эҙләнеүҙәренә ярашлы, был киң архив, алдан уйланылғанса, Новгородты Мәскәүгә ҡушҡандан һуң, кенәз власы тарафынан емерелмәй, ә Ярослав һарайындағы яраҡһыҙ бинала ташландыҡ хәлдә була, унда ул бер нисә йыл дауамында ташландыҡҡа әүерелә[6]. Был факт XV—XVII быуаттарҙағы Рәсәй дәүләте властары тарафынан тарихи документтарҙың һаҡланып ҡалыуына иғтибар бирмәүен күрһәтә.

Хәҙерге Рәсәй архивтары

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Автократов В.Н. Теоретические проблемы отечественного архивоведения. — М.: РГГУ, 2001. — 396 с.;

Ассман Ян. Культурная память: Письмо, память о прошлом и политическая идентичность в высоких культурах древности / Перевод с нем. М. М. Сокольской. — М.: Языки славянской культуры, 2004. — 368 с.;

  • Бернат А. Архивы, библиотеки и музеи — институты общественной памяти. Что их различает и сближает // Отечественные архивы. — 2005. — № 2. — С. 60-66;

Гельман-Виноградов К. Б. Особая миссия документов // Отечественные архивы. — 2007. — № 4. — С. 13-24;

  • Козлов В. П. Бог сохранял архивы России. — Челябинск: Книга, 2009. — 543 с.;
  • Козлов В. П. Зарубежная архивная россика: проблемы и направления работы. // Новая и новейшая история. — 1994. — № 3. — С. 13-23;
  • Козлов В. П. Российское архивное дело. Архивно-источниковедческие исследования. — М.: «РОССПЭН», 1999. — 335 с.;

Медушевская О. М. Архивный документ, исторический источник в реальности настоящего // Отечественные архивы. — 1995. — № 2. — С. 9 — 13;

  • Попов А. В. Архивная россика в отечественных и зарубежных архивах: Учебное пособие. — М.: РГГУ, 2019. — 175 с.;
  • Попов А. В. Архивное наследие русского зарубежья и проблемы зарубежной архивной россики // Труды Историко-архивного института. — 2012. — Т. 39. — 2012. — С. 241—254;
  • Попов А. В. Архивы и библиотеки: общее и особенное в сохранении исторической памяти // Роль архивов в информационном обеспечении исторической науки. — М.: Издательство Этерна, 2017. — С. 190—197;
  • Попов А. В. О периодизации истории архивов // Мир Евразии. — 2017. — № 4 (39). — С. 44-49;
  • Попов А. В. Русское зарубежье и архивы. Документы российской эмиграции в архивах Москвы: проблемы выявления, комплектования, описания и использования / Материалы к истории русской политической эмиграции Вып. IV. — М.: ИАИ РГГУ, 1998—392 с.
  • Савельева И. М., Полетаев А. В. История и время. В поисках утраченного. — М.: Языки русской культуры, 1997;
  • Старостин Е. В. Архивы Русской Православной Церкви. Х-XX века (Исторический очерк) // Архивы Русской Православной Церкви: пути из прошлого в настоящее (Труды Историко-Архивного Института Т. 36). — М.: РГГУ, 2005. — С. 20-29
  • Хорхордина Т. И. История Отечества и архивы. 1917—1980-е гг. М.: РГГУ, 1994. — 358 с.;
  • Хорхордина Т. И., Попов А. В. Архивная эвристика. Учебник для вузов. — Коломна: Издательский Дом «Серебро», 2014. — 318 с.;

Иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Федеральный закон от 22.10.2004 № 125-ФЗ «Об архивном деле в Российской Федерации» (ред. от 13.05.2008)
  2. Архив 2015 йыл 19 сентябрьархивланған. //Ожегов С. И., Шведова Н. Ю. Толковый словарь русского языка — М., 2010 г.
  3. Архив 2015 йыл 21 июньархивланған. // Толковый словарь русского языка / Под ред. Д. Н. Ушакова. — М.: Гос. ин-т «Сов. энцикл.»; ОГИЗ; Гос. изд-во иностр. и нац. слов., 1935—1940. (4 т.)
  4. Попов А.В. О периодизации истории архивов //Мир Евразии. — 2017. — № 4. — С. 44—49.
  5. Попов А.В. Архивы и библиотеки: общее и особенное в сохранении исторической памяти //Роль архивов в информационном обеспечении исторической науки. — Москва: Издательство Этерна, 2017. — С. 190—197.
  6. Шаскольский И. П. Судьба Государственного архива Великого Новгорода//Вспомогательные исторические дисциплины: Сб. Л.: Наука, 1972. Вып. 4

Һылтанмалар

[үҙгәртергә |сығанаҡты үҙгәртеү]
wikt:Архив Викиһүҙлектә
commons:Архив Викимилектә
n:Архив Викияңылыҡтарҙа
⚙️ 
  Һүҙлектәр һәм энциклопедиялар
Норматив контроль
BNEXX4576267 ·BNF13318572g ·GND4002859-8 ·LCCNsh85006913 ·NDL00561045 ·NKCph114080
«https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Архив&oldid=1270032» битенән алынған
Категориялар:
Йәшерелгән категориялар:

[8]ページ先頭

©2009-2025 Movatter.jp