Амур (ҡыт.ғәҙәти黑龍江, ябайл.黑龙江,пиньин:Hēilóng-jiāng,палл.:Хэйлунцзян) — КөнсығышАзияның иң ҙур алты йылғаһының береһе.Рәсәй Федерацияһы (бассейнының 53 %) менәнҠытай Халыҡ Республикаһы биләмәләре аша үтеп, Охот диңгеҙенең Амур ҡултығына ҡоя.
Оҙонлоғо — 2824 км (Шилка һәм Аргунь йылғалары ҡушылыуынан алып).
Төп ҡушылдыҡтары: Зея, Уссури, Бурея, Сунгари, Амгунь, Анюй, Тунгуска.
Иң мөһим ҡалары: Амурск,Благовещен,Хабаровск,Амурҙағы Комсомольск, Амурҙағы Николаевск (Рәсәй), Хэйхэ (Ҡытай).
Йылғаның исеме тунгус-манчжур телдәрендәге «амар», «дамур» — «ҙур йылға» тигән һүҙҙәрҙән алынған[1].
Амурҙы ҡытайҙар «Хэйхе» (ҡыт.黑河) — «ҡара йылға», шулай уҡ «Хэйлунцзян» (ҡыт.黑龙江) — «Ҡара аждаһа йылғаһы» тип атайҙар.
Әмонгол телендә «Амур Хара — Мурэн» — «ҡара йылға» исемен йөрөтә.
Амур Шилка (эвенк телендә «тар үҙән») менән Аргунь (монгол телендә «киң» — ергунь) йылғалары ҡушылған урындан башланып китә.
Оҙонлоғо — 2824 км-ға һуҙыла. Фәнни-популяр матбуғатта Онон йылғаһына килеп ҡушылыусы исемһеҙ шишмәне Амур йылғаһының башы тигән фекерҙәр ҙә осрап ҡуя.
Ошо Онон-Шилка-Амур теҙмәһе буйынса ҡараһаң, Амурҙың оҙонлоғо 4279 км булып китә.
Ә Хайлар — Аргунь аша Амурҙың тамағына тиклем — 4049 км булһа, Керулен — Аргунь аша Амур тамағына саҡлым оҙонлоғо 5 052 километрға етә.
Амурҙың бассейны Көнсығыш Азияның уртаса һыҙатында (киңлегендә)урынлашҡан.
Йылғаның бассейны дүрт географик зонаға тура килә: урман (ылыҫлы-киң япраҡлы урмандар, урта һәм көньяҡ тайга), урманлы дала, дала һәм ярым сүллек зоналары.
Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары йылға башының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге бассейнында 250—300 мм тирәһендә тирбәлә. Ә индеСихотэ-Алинь һыртының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә 750 миллиметрға етә.
Рәсәйҙә Амур бассейнының майҙаны (1855 мең км²) буйынсаЙәнәсәй,Обь,Лена йылғаларынан ҡала — дүртенсе, ә донъя кимәлендә унынсы урынды биләй.
Йылғаның үҙәне өс өлөшкә бүленә: үрге Амур (Зея йылғаһы ҡушылған ергә тиклем 883 км) — ағым тиҙлеге 5,3 км/сәғ, урта Амур (Зея тамағынан Уссури ҡушылған ургә тиклем 975 км) — ағым тиҙлеге 5,5 км/сәғ һәм түбәнге Амур (Уссури тамағынан Амурҙағы Николаевскка тиклем 966 км) — ағым тиҙлеге 4,2 км/сәғ.
Амурҙың уртаса айлыҡ ағымы (м³/с)
Амурҙағы Комсомольск ҡалаһындағы гидрометрик станцияһында 1993—1990 йылғы үлсәмдәр буйынса.[2]
Иң мөһим үҙенсәлектәренең береһе, йыл әйләнәһендә Амурҙың һыу кимәле ҡырҡа үҙгәреп тора. Был иң беренсе нәүбәттә йәйге-көҙгөмуссон ямғырҙарына бәйле булып, йыллыҡ ағымдың 75 %-ын тәшкил итә. Һыу кимәлендәге тирбәлештәр үрге һәм урта Амурҙа 10—15м булһа, түбәнге Амурҙа 6—8 м тирәһенә етә. Ҡойма ямғырҙар мәлендә урта һәм түбәнге Амур 10—25 км-ға тиклем йәйелеп, ике айҙан (70 көн тирәһе) ашыу ярҙарына ҡайтмай ятырға мөмкин.
Амурҙың бассейны өс илдең сиктәрендә ята:Рәсәйҙә (995 мең км², территорияһының 54 %),Ҡытайҙа (44,2 %) һәмМонголияла (1,8 %). Үҙ сиратында, бассейндың Рәсәйҙәге секторы ике өлөшкә: Шилка менән Аргунь йылғаларының бассейнына тура килгәнСебер һәм Амурҙың үҙенең үҙәненә тура килгән Алыҫ Көнсығыш (бөтә түбәнге Амур менән урге һәм урта Амурҙың һул яры) өлөштәренә бүленә.
XX быуаттың уртаһынан Амур йылғаһының яңы йырҙаға тәбиғи күсеүе башлана. Ә XXI быуат башынан был күсеш Ҡытай яғының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡырҡа көсәйә. Ғалимдарҙың фекеренсә, йырҙаның үҙгәреүе ҡайһы бер рәсәй ҡасабаларының йыуылыуына, Амур аша һалынған автомобиль һәм тимер юл күперҙәренең емерелеүенә килтерәсәк.
Белгестәр ысын мәғәнәһендә гидротехник һуғыш тураһында иҫкәртәләр. Һуңғы 10-15 йыл эсендә Ҡытай яғынан Амур ярҙарын нығытыу бара. Киң ҡолас менән километрҙарға һуҙылған бетон нығытмалар йырҙаны төньяҡҡараҡ, рәсәйҙең уйһыу һәм еңел йыуыла торған һул яҡ ярына «этеп» сығарасаҡ.
Хабаровск эргәһендә Амур ҙур тиҙлектә һайыға, шул уҡ ваҡытта ҡаршы яр яғынан ағып сыҡҡан Бешеная һәм Пензенская тигән һыу юлдары йылдан йыл киңәйә һәм тәрәнәйә бара. Гидрологтарҙың иҫәбе буйынса, уларҙың ағымы йылына 3% артығыраҡҡа арта.2005 йылдың ҡышынан уҡ Пензенская Амурҙың ағымынан 51% үҙенә алып, төп йырҙаға әүерелгән дә инде. Әлеге ваҡытта Владимировка ҡасабаһы (Йәһүд автономиялы өлкәһе) янында Пензенская аша һыуҙы кире ауҙарыу өсөн ҙурҙан гидротехник ҡоролма — быуа төҙөлә. Плотина аҫтына 80 мең кубометрҙан ашыу таш һалыу ҡаралған. Был саралар Бешеная һыу юлы ҡулсаһына һыу ағымын көсәйтмәһен өсөн унда ла саралар ҡаралған. Шулай уҡ, проектировщиктар Амурҙағы гидротехник ҡоролмалары йыуылып ҡуймаһын өсөн, уның ҡомлоҡай һул яҡ ярын нығытырға тәҡдим итәләр. 2005 йылдан Амурҙың һайығыуы кәмей төшкән.
Тик Ҡытай менән Рәсәй араһында 2004—2005 йылдарҙа сик буйы мәсъәләләрен көйләү нигеҙендә ҠХР 350 км² ерҙе: Тарабаров утрауы менән Хабаровск районындағы Оло Уссурийск утрауының өстән бер өлөшөн үҙ юрисдикцияһына ала. Шул ерҙәр менән бергә гидротехник ҡоролмалар, шул иҫәптән Оло Уссурийск һәм Тарабаров утрауҙарын айырып торған нығытма ла сит ҡулдарға күсә. Яңы хужалар нығытмаларҙы емерә ҡалһалар, Хабарвск районында Амурҙың һайығыуы һәм һул ярының ашалыуы дауам итер тигән хәүеф бар.
Йыл һайын тиерлек фенол, нитрат һәм микробиологик күрһәткестәренең норманан (мөмкин булған миҡдарҙан) артыуы күҙәтелә. 2005 йылдың 14 ноябрендә Ҡытайҙағы химик заводтарының береһендәге авария булып, Сунгари йылғаһына күпләп ағыулы матдәләр һибелә. Нитробензол, нитробензин һәм башҡа химикаттар Амур йылғаһына ағып төшә. Хабаровскиҙағы һыуйыйғысты ағыулы һыу эләгеүҙән һаҡлау һылтауы менән ҡытайҙар Казакевичев йылғаһы башында нығытма (дамба) төҙөйҙәр. Шуның һөҙөмтәһендә ағыулы һыу Рәсәй ярҙарына йүнәлә.
2008 йылда Амур өлкәһендә урындағы халыҡ йылғала 2км-ға йәйелгән билдәһеҙ таптарҙы күреп ҡалалар.
Оҙайлы ҡойма ямғырҙарҙан 2013 йылдың авгусында Амур йылғаһы ярҙарынан сыға.Амур өлкәһендәге,Йәһүд автономиялы өлкәһендәге,Хабаровск крайындағы тиҫтәләгән ҡала һәм ауылдарҙы, Хабаровскиҙы, Благовещенты һыу баҫа. Көтөүлектәр, бесәнлектәр, баҫыуҙар һыу аҫтында ҡалып, малдар аҙыҡһыҙ ҡала, ауыл хужалығы культуралары юҡҡа сыға. Августың 26-дағы мәғлүмәттәр буйынса 185 торама пункттары, 9,5 меңдән ашыу өй, 13,8 мең тирәһе шәхси биләмәләр, 3,8 мең баҡса йорттары, 374 социаль объект зыян күрә. 661 км һуҙымында автомобиль юлдары һәм 566, 8 мең гектар сәсеүлектәр һыуҙан йыуыла. Транспорт туҡтап ҡала.13 августа Хабаровск янында һыу кимәле 642 см-ҙан ашып, 1913 йылғы рекордты үтеп китә. 27 августа (мәскәү ваҡыты менән 5-00, урындағы ваҡыт буйынса 12-00) ул күрһәткес 736 см-ға, 4 сентябрҙа 808 см-ға етә. 5 сентябрҙән генә һыу ҡайта башлай. Ә Амурҙағы Комсомольск эргәһендә 12 сентябрҙа һыу кимәле 910 см-ға барып етә. 23 сентябрҙан ғына ташҡындың һырты Татар боғаҙына сығып, бар тарафта ла һыу кәмеүгә китә.
Балыҡтарының төрө буйынса Рәсәйҙә Амурға еткән йылға юҡ. Бында 108 (һуңғы мәғлүмәттәр буйынса — 139) төр балыҡ тереклек итә. Сағыштырыу өсөн,Һырдаръяла балыҡтарҙың төрө — 42,Ленала — 46,Обь йылғаһында — 47,Йәнәсәйҙә — 63,Волгала — 77.
Амур —Евразияла һөмбаштарға иң бай йылға. Бында 9 төр һөмбаш ыуылдырыҡ сәсә. Мәрсендәр төркөменән иң ҙур балыҡ-оҙонлоғо 4—5 м еткән калуга, амур һәм сахалин мәрсендәре тереклек итә.
36 төр балыҡ — бик мөһим промысло әһәмиәтендәгеләрҙән һанала. Калуга, желтощёк, ауха (ҡытай алабуғаһы), амур сигы, косатка-скрипун и змееголов-эндемик төрҙәр булып тора.
Амур йылғаһы тамағындағы ихтиофауна (исемлек тулы түгел):1.Дальневосточная ручьевая минога-алыҫ көнсығыш миногаһы2.Тихоокеанская (японская) минога-япон миногаһы3.Калуга4.Амурский осетр-Амур мәрсене5.Тихоокеанский (сахалинский) осетр-Тымыҡ океан мәрсене6.Сибирская стерлядь- Себер уҡбалығы7.Кета8.Горбуша- көмрө балыҡ9.Нерка (красная)-ҡыҙыл нерка10.Кижуч11.Сима12.Камчатская семга13.Мальма14.Кунджа15.Обыкновенный таймень- Ғәҙәти ҡыҙылбалыҡ16.Ленок17.Уссурийский (амурский) сиг-амур алабалығы18.Сиг-хадары-алабалыҡ19.Амурский хариус-Амур бәрҙеһе20.Корюшка-зубатка (азиатская корюшка)21.Малоротая речная корюшка22.Лапша-рыба23.Амурская щука-Амур суртаны24.Амурский чебак (язь)-Амур оптоһо25.Дальневосточная краснопёрка (угай, красноперка Брандта)-Алыҫ көнсығыш ҡыҙылғанаты26.Чёрный амур-ҡара амур27.Белый амур-аҡ амур28.Озерный гольян- Күл маймаһы29.Маньчжурский озерный гольян-Маньчжур күл маймаһы30.Гольян Чекановского- Чеканов маймаһы31.Гольян Черского-Черск маймаһы32.Гольян Лаговского, или амурский гольян-Амур маймаһы33.Китайский гольян-Ҡытай маймаһы34.Обыкновенный гольян –Ғәҙәти майма35.Амурский плоскоголовый (красноперый) жерех – Амур ағарсағы36.Китайский афиоциприс37.Усатый голавль-мыйыҡлы ажау38.Амурский чебачок39.Сибирский пескарь-Себер ҡомайы(ташбашы)40.Пескарь Солдатова –Солдат ҡомайы41.Ленский пескарь-Лена ҡомайы42.Амурский белоперый (длинноусый) пескарь-Аҡҡанатлы Амур ҡомайы43.Ханкинскин пескарь-Ханкин ҡомайы44.Чебаковидный (амурский) пескарь-Амур ҡомайы45.Пескарь-губач Черского –Черский ҡомайы(ташбашы)46.Пескарь-лень47.Китайский (амурский) лжепескарь-ялған амур ташбаш48.Владиславия49.Китайский ящерный пескарь-ҡытай ҡомайы50.Амурский носатый пескарь-Танаулы Амур ҡомайы51.Восьмиусый пескарь-Һигеҙмыйыҡ ҡомай52.Конь-губарь53.Пестрый (пятнистый) конь-сыбар атбалыҡ54.Амурская чернобрюшка (подуст-чернобрюшка)55.Мелкочешуйчатый желтопёр-(ваҡ тәңғәле һарығанат)56.Чёрный амурский лещ-ҡара амур ҡорманы57.Белый амурский лещ-аҡ амур ҡорманы58.Монгольский ханодихтис59.Обыкновенный верхогляд60.Монгольский краснопёр («сунгарик»)-монгол ҡыҙылғанаты61.Горбушка- көмрө балыҡ62.Уклей (амурская острогрудка)-амур аҡ сабағы63.Обыкновенная востробрюшка64.Уссурийская востробрюшка65.Буиннурская востробрюшка66.Корейская востробрюшка67.Желтощёк68.Амурский троегуб (трегубка)69.Обыкновенный горчак70.Колючий горчак71.Ханкайский горчак72.Горчак Лайта73.Обыкновенный серебряный карась- ғәҙәти көмөш табанбалыҡ74.Амурско-китайский сазан-амур-ҡытай һаҙаны75.Белый толстолоб (толпыга)-76.Пестрый толстолоб (большеголов)- 77.Голец-усан (сибирский голец)-себер еҙмыйығы78.Восточный (амурский) вьюн-амур этбалығы(һаҡалсан)79.Дальневосточная лефуа (восьмиусый голец)-алыҫ көнсығыш еҙмыйығы80.Амурская (маньчжурская) лептобоция81.Обыкновенная шиповка (щиповка)82.Сом Солдатова -Солдатов йәйене83.Амурский сом-амур йәйене84.Косатка-скрипун85.Уссурийская косатка (плеть)86.Косатка Бражникова (малач, или синяя)87.Косатка Герценштейна88.Косатка-крошка89.Окунь-ауха (китайский)-ҡытай алабуғаһы90.Обыкновенный судак- Ғәҙәти һыла91.Обыкновенный окунь- Ғәҙәти алабуға92.Разукрашенный маслюк93.Ротан-головешка94.Элеотрис95.Японский бычок-япон угеҙбалығы96.Полосатый трёхзубый бычок-юлаҡлы угеҙбалыҡ97.Амурский бычок-амур угеҙбалығы98.Южная плоскоголовая широколобка (дальневосточная рогатка)99.Амурская широколобка100..Пестроногий подкаменщик101.Налим-шамбы102.Дальневосточная навага (вахня)-алыҫ көнсығыш навагаһы103.Змееголов- (йыланбаш балыҡ)104.Трёхиглая колюшка(өс энәле терпе балыҡ)105.Девятииглая (малая) амурская колюшка –туғыҙ энәле терпе балыҡ106.Звездчатая (тихоокеанская речная) камбала-йондоҙло камбала107.Полосатая полярная камбала- юлаҡлы поляр камбала108.Лобан