Һайланған мәҡәлә |
|---|
Рёкалағырун яҙмалы таш, көнбайыш яғыРун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алыпXII быуаттар араһында — хәҙергеДания,Швеция һәмНорвегияла,X—XIII быуаттарҙа —Исландия һәмГренландияла, ә швед провинцияһы ДаларналаXIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән. Европа илдәрендәхристиан дине ҡабул ителгәс,латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәгеrun («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш,Урта быуаттарҙағыЕвропала рун календарҙары булған. Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр. ↪ дауамы…: Исемлек (121) |Үҙгәртеү |
Яҡшы мәҡәлә |
|---|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль1873 йыл —1959 йыл) —Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип.Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919).Беренсе донъя һәмграждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендәЫрымбур губернаһыОрск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙергеЫрымбур өлкәһеҠыуандыҡ районы)Ейәнсура ауылында тыуған. ӘсәһеЙәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһыСәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы —Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менәнүҫәргән ырыуыбашҡорттарынан. Башта ауылдарындағы мәсет янындағымәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙаҠазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенеңӨфө губернаһыСтәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһыВерхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәмхристиан динен алыпМстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа. 1902 йылдаҠазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй. 1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылдаВаршава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙаБеренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй. Юныс Бикбов саҡырыуы буйынсаЫрымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алыпБашҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәмбашҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәмБашҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана. ↪ дауамы…Исемлек (111) |Үҙгәртеү |
| | | 26 ноябрь юбилярҙары |
|---|
- Ковшова Наталья Венедиктовна (1920—14.08.1942),Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, уҡсылар полкы снайперы.Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Йосопов Ҡасим Нәзиф улы (1935),ғалим-иҡтисадсы. 1968—1989 йылдарҙаСССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшереүҙәр бүлеге ғилми хеҙмәткәре; 1990 йылдан Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты, 1995 йылдан —Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылға тиклем милли иҡтисад кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1991),Рәсәйҙең (2006),Башҡорт АССР-ының (1985) һәмТатарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Ғ. Рамаҙанов (2005), М. И. Тоҡомбәтов (2006) исемендәге премиялар лауреаты.
|
|