Һайланған мәҡәлә |
|---|
Рёкалағырун яҙмалы таш, көнбайыш яғыРун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алыпXII быуаттар араһында — хәҙергеДания,Швеция һәмНорвегияла,X—XIII быуаттарҙа —Исландия һәмГренландияла, ә швед провинцияһы ДаларналаXIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән. Европа илдәрендәхристиан дине ҡабул ителгәс,латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәгеrun («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш,Урта быуаттарҙағыЕвропала рун календарҙары булған. Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр. ↪ дауамы…: Исемлек (121) |Үҙгәртеү |
Яҡшы мәҡәлә |
|---|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль1873 йыл —1959 йыл) —Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип.Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919).Беренсе донъя һәмграждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендәЫрымбур губернаһыОрск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙергеЫрымбур өлкәһеҠыуандыҡ районы)Ейәнсура ауылында тыуған. ӘсәһеЙәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһыСәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы —Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менәнүҫәргән ырыуыбашҡорттарынан. Башта ауылдарындағы мәсет янындағымәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙаҠазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенеңӨфө губернаһыСтәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһыВерхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәмхристиан динен алыпМстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа. 1902 йылдаҠазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй. 1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылдаВаршава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙаБеренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй. Юныс Бикбов саҡырыуы буйынсаЫрымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алыпБашҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәмбашҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәмБашҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана. ↪ дауамы…Исемлек (111) |Үҙгәртеү |
| | | 19 февраль юбилярҙары |
|---|
- Ключарёв Александр Сергеевич (1906—31.03.1972), композитор, фольклорсы, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1934—1937 йылдарҙаБашҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтының музыка секторы мөдире.РСФСР-ҙың (1969) һәмТатар АССР-ының (1939) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ТАССР-ҙың халыҡ артисы (1964) һәм Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1970). Сығышы менәнҠазан ҡалаһынан.
- Фёдоров Леонид Александрович (1926–29.08.2008), күмер сәнәғәте алдынғыһы. 1960–1983 йылдарҙа «Кузбассуголь» комбинаты «Анжероуголь» тресының 5-се һәм 7-се шахталарында тау эшсеһе, бригадир.Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙергеБашҡортостан РеспубликаһыныңАуырғазы районыШланлы ауылынан.
- Кантор Евгений Абрамович (1946),ғалим-химик-органик, юғары мәктәп ветераны. 1968 йылданӨфө нефть институты һәмӨфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан тармаҡ лабораторияһы, 1986—2018 йылдарҙа физика кафедраһы мөдире. Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, химия фәндәре докторы (1982), профессор (1986). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997),СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Сығышы менәнӨфө ҡалаһынан.
- Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы (1981),балет артисы. 1996 йылданБашҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы һәмСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе һәм дипломанты.
|
|