Һайланған мәҡәлә |
|---|
Рёкалағырун яҙмалы таш, көнбайыш яғыРун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алыпXII быуаттар араһында — хәҙергеДания,Швеция һәмНорвегияла,X—XIII быуаттарҙа —Исландия һәмГренландияла, ә швед провинцияһы ДаларналаXIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән. Европа илдәрендәхристиан дине ҡабул ителгәс,латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәгеrun («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш,Урта быуаттарҙағыЕвропала рун календарҙары булған. Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр. ↪ дауамы…: Исемлек (121) |Үҙгәртеү |
Яҡшы мәҡәлә |
|---|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль1873 йыл —1959 йыл) —Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип.Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919).Беренсе донъя һәмграждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендәЫрымбур губернаһыОрск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙергеЫрымбур өлкәһеҠыуандыҡ районы)Ейәнсура ауылында тыуған. ӘсәһеЙәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһыСәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы —Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менәнүҫәргән ырыуыбашҡорттарынан. Башта ауылдарындағы мәсет янындағымәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙаҠазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенеңӨфө губернаһыСтәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһыВерхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәмхристиан динен алыпМстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа. 1902 йылдаҠазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй. 1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылдаВаршава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙаБеренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй. Юныс Бикбов саҡырыуы буйынсаЫрымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алыпБашҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәмбашҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәмБашҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана. ↪ дауамы…Исемлек (111) |Үҙгәртеү |
| | | 15 февраль юбилярҙары |
|---|
- Хәсәнов Мөхәммәтсабир Мөхәммәтйән улы (1866—20.04.1924), дин әһеле.Өфө губернаһынанРәсәй империяһының 2-се саҡырылышДәүләт Думаһы депутаты.
- Ғәбитов Әсфәндиәр Ғәлиәкбәр улы (1911—1998),Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкының штаб начальнигы, полковник, һуғыштан һуң совет органдары эшмәкәре. Хеҙмәтсәндәр депутаттарыныңМиәкә район Советы башҡарма комитетының элекке рәйес урынбаҫары.Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжәВатан һуғышы һәмҠыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Сөләймәнов Солтанморат Миңлеғәли улы (1926—13.02.2007),ғалим-агроном. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1960 йылданҮзбәкстандың Үҫемлектәр генетикаһы һәм эксперименталь биологияһы институтының ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1987 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән хәҙергеБашҡортостан РеспубликаһыныңАуырғазы районыИҫке Әпсәләм ауылынан.
тулы исемлек - Дмитриенко Анатолий Сергеевич (1931—9.06.2006),архитектор. 1957 йылдан Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советы Төҙөлөш идаралығының проект бюроһы архитекторы, 1959—2001 йылдарҙа «Башҡортостан Промстройпроекты» институтының баш архитекторы, бер үк ваҡытта 1974—1983 йылдарҙаӨфө нефть институты уҡытыусыһы. 1970 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы.Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979). Сығышы менәнБаҡы ҡалаһынан.
- Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (1936—3.10.2008), ғалим-химик-технолог, 1987—2003 йылдарҙаБашҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985).Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976),Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.
- Новосёлов Владимир Викторович (1956), ғалим-инженер механик. 1982 йылдан Өфө нефть институты һәмӨфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан гидравлика һәм гидромашиналар кафедраһы мөдире. 2001 йылдан —Мәскәүҙә. Техник фәндәр докторы (1996).Рәсәй Федерацияһының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1998).Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән хәҙергеМәскәү өлкәһенең Павельцево ҡасабаһынан.
- Сәғиҙуллина Лилиә Рәшит ҡыҙы (1956), ғалим-педагог,шағир. Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1990), доцент. 2007 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Шакиров Дамир Фәйез улы (1956), ғалим-гигиенист. 1982 йылдан (өҙөклөк менән)Башҡорт дәүләт медицина институты һәмБашҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; 1991—1993 йылдарҙаӨфөләге «Биос» предприятиеһының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан РеспубликаһыныңМиәкә районыҠырғыҙ-Миәкә ауылынан.
|
|