Һайланған мәҡәлә |
|---|
Рёкалағырун яҙмалы таш, көнбайыш яғыРун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алыпXII быуаттар араһында — хәҙергеДания,Швеция һәмНорвегияла,X—XIII быуаттарҙа —Исландия һәмГренландияла, ә швед провинцияһы ДаларналаXIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән. Европа илдәрендәхристиан дине ҡабул ителгәс,латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәгеrun («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш,Урта быуаттарҙағыЕвропала рун календарҙары булған. Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр. ↪ дауамы…: Исемлек (121) |Үҙгәртеү |
Яҡшы мәҡәлә |
|---|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль1873 йыл —1959 йыл) —Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип.Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919).Беренсе донъя һәмграждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендәЫрымбур губернаһыОрск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙергеЫрымбур өлкәһеҠыуандыҡ районы)Ейәнсура ауылында тыуған. ӘсәһеЙәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһыСәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы —Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менәнүҫәргән ырыуыбашҡорттарынан. Башта ауылдарындағы мәсет янындағымәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙаҠазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенеңӨфө губернаһыСтәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһыВерхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәмхристиан динен алыпМстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа. 1902 йылдаҠазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй. 1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылдаВаршава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙаБеренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй. Юныс Бикбов саҡырыуы буйынсаЫрымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алыпБашҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәмбашҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәмБашҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана. ↪ дауамы…Исемлек (111) |Үҙгәртеү |
| | | 27 октябрь юбилярҙары |
|---|
- Демидова Наталья Фёдоровна (1920—20.02.2015),ғалим-тарихсы. 1946—1964 һәм 1993—1998 йылдарҙа Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивы, 1964 йылдан Дәүләт тарих музейы, 1967 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш институты, 1976—1992 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1990).«Өфө буйынса ер бүлеп биреү кенәгәһе (1591/92—1629 йй.», 1971; «Башҡортостан тарихы буйынса материалдар» (3–6-сы томдар, 1949—2002) йыйынтыҡтарын баҫмаға әҙерләүсе.
- Минин Геннадий Дмитриевич (1940—30.09.2019), ғалим-санитар табип. 1964 йылдан хәҙерге «Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» Федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977 йылдан бүлек мөдире, 1983—2015 йылдарҙа баш табип; бер үк ваҡытта 1983—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт санитар табибы; 1999 йылданБашҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2008 йылға тиклем Дипломдан һуң белем биреү институтының гигиена, эпидемиология һәм санитар эпидемиология хеҙмәтен ойоштороу кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1998).Рәсәй Федерацияһының (2003) һәмБашҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Дәүләт санитария эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән хәҙергеЕкатеринбург ҡалаһынан.
тулы исемлек - Ғәйфуллин Эдуард Зөфәр улы (1945),музыкант, фаготсы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1972—1984 һәм 2003—2005 йылдарҙаБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрының оркестр артисы, 1986—1987 йылдарҙаӨфөләгеУрта махсус музыка колледжы директоры, 2012 йылдан — уҡытыусыһы, 1984 йылдан, 1987 йылда һәм 2011 йылдан — хәҙергеЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—1994 йылдарҙа вокаль-инструменталь башҡарыу факультеты деканы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2009), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Останина Вера Григорьевна (1945),педагогик хеҙмәт ветераны. 1977 йылданБалаҡатай районыЯңы Балаҡатай 1-се урта мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан РеспубликаһыныңДыуан районыДыуан ауылынан.
- Әхмәтова Руза Әнғәм ҡыҙы (1945), ғалим-педиатр. 1980 йылданБашҡорт дәүләт медицина институты һәмБашҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан РеспубликаһыныңДүртөйлө районыТүбәнге Аташ ауылынан.
- Беспалов Юрий Владимирович (1950), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1991—2009 йылдарҙаЯңауылурман хужалығы директоры. 2006—2016 йылдарҙаЯңауыл район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (2001). Сығышы менән хәҙергеКраснодар крайынан.
- Вәкил Йәләлетдинов (1955),йырсы (баритон). 1984 йылдан хәҙергеХөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада, 1986—2009 йылдарҙа музыкаль-әҙәби лекторий солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002).Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға Республика йәш йырсылар бәйгеһе лауреаты (1979).
|
|